Нух тураһында ҡисса

Нух  тураһында ҡисса

Нух  тураһында ҡисса

 

Ҡырҡ йылдан һуң был урында урман барлыҡҡа килә. Был ваҡытта инде туфан яҡынлашыуҙың билгеләре күренә башлай. Нух ﷺ Ғүджә тигән алпамышаны, уны туйғансы ашатыу шарты менән, бүрәнә ташырға яллай. Алпамышаға өс йәймә килтергәс, ул мыҫҡыллы көлөмһөрәп кенә ҡуя: шул аҙыҡ буламы! Уға “бисмилләһ” һүҙе менән ашай башларға ҡушалар, һәм ул ярты йәймәнән туя, ҡалғандарын ашамай.

 

Аллаһу Тәғәләнең әмере һәм Ябраилдың  өйрәтеүе буйынса Нух  балалары менән карап төҙөй башлай. Уның һыуһыҙ ерҙә карап төҙөүенән бөтәһе лә көлә. Карапты ҡырҡ йыл төҙөйҙәр. Уның оҙонлоғо мең беләк, киңлеге алты йөҙ беләк оҙонлоғонда була. Төҙөлөп бөткәс, карап Аллаһ рөхсәте менән телгә килә. “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ” тигән һүҙҙәрҙе әйткәс, ул, уға ултырған кеше генә ҡотоласаҡ, ә кем уға инмәй, һәләк буласаҡ, ти. Шунда Нух , халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, исмаһам, хәҙер иман килтерегеҙ, ти. Ләкин уны бер кем дә тыңламай, караптың һөйләшеүен сихыр тип иҫәпләйҙәр.

Быға Аллаһу Тәғәлә асыулана һәм Нухҡа  алты айға етерлек кәрәк-яраҡ әҙерләргә ҡуша. Пәйғәмбәр әмергә шунда уҡ буйһона, Ул Аллаһу Тәғәләнән хаж ҡылырға рөхсәт һорай, рөхсәт алғас, изге урынға йүнәлә. Ҡәғбә тирәләй ете ҡабат тәүәф ҡылғас, Нух  Аллаһтан гонаһҡа батҡан ырыу халҡына яза биреүен һорай.

Пәйғәмбәр Мәккәгә киткәндә, дәһриҙәр карапты яндырырға уйлай, Ләкин Аллаһу Тәғәлә уны барыһының күҙ алдында күккә күтәрә һәм, һыу өҫтөндә торған һымаҡ итеп, һауала тота.

Һәм бына, көнө килеп еткәс, барса мәхлүк: бөжәктәр, хайуандар, кейек-ҡоштар − парлашып (ата-инә) карапҡа күтәрелә. Нух , Аллаһтың әмеренә буйһоноп, үҙе менән иман килтергән һикһән ир һәм ҡатынды, шулай уҡ Әҙәм менән Хәүәнең (уларға сәләм булһын) кәүҙәләрен, изге яҙмалар һаҡланған тәбүтте, Әҙәмдең  таяғын һәм Хәджәр әл-Әсүәдте (Ҡара ташты) ала. Һөйләүҙәренсә, иң аҙаҡ карапҡа ишәк менгән, ләкин шайтан уның ҡойроғона йәбешеп, ишәкте тотҡарлаған. Нух , ишәк үҙе тиҫкәреләшә икән, тип уйлап, уны әрләй: “Ниңә һаман инмәйһең, мәлғүн, әйҙә күтәрел”, − ти. Ишәктең ҡойроғона йәбешеп, иблис тә күтәрелә. Нух , асыуланып, рөхсәтһеҙ ингән иблисте әрләй башлағас, тегеһе: “Һин үҙең миңә рөхсәт бирҙең, үт әйҙә, мәлғүн, тинең. Был донъяла минән башҡа абсолют мәлғүн юҡ,” − тигән һәм караптан сығыуҙан баш тартҡан.

Туфан ҡалҡа башлауҙың билдәһе − мейес ауыҙынан һыу урғыла башлаған. Күктә болот әҫәре булмаһа ла, ямғыр ҡойған. Ер аҫтынан һыу урғылып сыҡҡан, ер ҡайнап торған ҡаҙан һымаҡ булған. Нухҡа , мейестән һыу урғылғанды күреү менән, йәһәтерәк карапҡа ултырырға ҡушылған була. Аллаһ әмеренә буйһоноп, Нух  үҙенең яҡындары менән карапҡа ултыра, ләкин уның Кәнғән исемле улы, атаһы күпме генә саҡырһа ла, уға эйәрмәй һәм үҙен һәләкәткә дусар итә. Карапҡа ултырғандарҙан башҡалары − бөтәһе лә һәләк була. Аллаһтың Ҡабилдең тоҡомона булған асыуы арҡаһында ер йөҙөндәге барса тереклек юҡ ителә. Әҙәм  заманында фәрештәләр тарафынан төҙөлгән Ҡәғбәне Аллаһ күккә күтәрә Һәм уға “Әл-Бәйт әл-мәғмүр әл-әтик” тигән исем ҡушыла. Ул әле дүртенсе күктә тора, тиҙәр.

Карап, “бисмилләһ” әйтеп, туҡһан мең фәрештә оҙатыуында ҡуҙғалып китә. Башта ул Ҡәғбә торған урынды ете ҡат урап сыға, шунан Бәйт әл-Мөҡәддәс (Иерусалим) урынына зыярат ҡыла. Шунан һуң бөтә ер шары буйлап йөҙөп китә. Көнбайышта ла, Көнсығышта ла ул булмаған бер генә урын да ҡалмай. Карап һәр бер үткән урындың исемен Нухҡа  әйтеп бара.

Күк йөҙөндә йөҙгән тулған ай кеүек, ул диңгеҙ тулҡындары өҫтөнән алты ай йөҙә. Шунан Аллаһу Тәғәлә язаны туҡтата, һәм туфан кәмей башлай. Һыу аҫтынан тау түбәләре күренә. Карап Джуди тауы янында туҡтай. Был мөхәррәм айының унынсы көнөндә була, уны Ғәшүрә көнө тип атайҙар.

Был көндө Нух , Аллаһҡа шөкөр итеп, ураҙа тота. Нухтың  ҡушыуы буйынса, караптағы бөтә кеше, хатта хайуандар, ҡоштар һәм бөжәктәр ҙә ураҙа тота − ул көндө барса терекле ураҙала булған, тиҙәр.

Был көндө Нух , ҡалған бөтә төр ярмаларҙы йыйып, бер ҡаҙанға һалып, бутҡа бешерә, шунан һуң, бөтәһе лә йыйылып ултырып, бергәләп ашайҙар. Һәм был ваҡиға − йыл һайын мөхәррәм айынын унынсы көнөндә төрлө ярманан бутҡа бешереү − Нух пәйғәмбәрҙең  сөннәтенә әйләнә. Бөгөнгө көндә лә был сөннәтте үтәү хәйерле, сөнки изгеләрҙән ҡалған йоланы тотоу маҡтаулы ғәмәл.

Кем ошо көндә Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тота, мең тапҡыр хаж һәм ғөмрә ҡылған, мең ҡолдо иреккә ебәргән кешенең һәм мең шәһит сауабын алыр. Кем дә кем ул көндө мең тапҡыр “Ихлас” сүрәһен уҡый − Аллаһ уға рәхмәт күҙе менән ҡарар. Был көндә, йәтимдәрҙе йәлләп, уларға кейем биргән кешене Ожмахта матур биҙәүестәр менән ҡыуандырырҙар. Быларға ярашлы, ниәтең дә ихлас, таҙа булырға тейеш, әгәр ниәтең таҙа түгел икән, изге ғәмәлдәрең саң кеүек юҡҡа сығыр. Йәшерен саҙаҡа − күҙ буяу, риянан (башҡалар күрһен өсөн эшләү) азат. Мөхәррәм айының беренсе көнө − яңы йылдың тәүге көнө, был көндө лә ураҙа тотоу хуплана.

Ә хәҙер туфан тураһында һүҙҙе дауам итәбеҙ. Ер, һыуҙы үҙенә һеңдергәс, матурлана, элекке кеүек гүзәл булып китә. Аллаһ әмере менән караптағы барса тереклек ергә сығарыла. Ҡояш, Ай, йондоҙҙар, көн һәм төн − барыһы ла үҙ урынына, тейешле хәленә ҡайта.

Караптан төшкәс, кешеләр үҙҙәренә йәшәр өсөн урын әҙерләй, Ҡәрйә ҫәмәнинә (һикһәндең ауылы) тип аталған ауыл барлыҡҡа килә. Шунан һуң Аллаһтың шифалы рәхмәт ямғыры яуып үтә, һәм ер йөҙөндә яңынан тормош башлана. Күпмелер ваҡыттан ауылдың кешеләре үлеп бөтә. Нух , уның балалары һәм ҡатындары ғына ҡала. Шунда Нух  өс улына ерҙең өс өлөшөн бүлеп бирә. Оло улы Сәмгә ерҙең көнбайыш өлөшө эләгә, уға Хиджаз, Йәмән, Ирак, Шәм һәм башҡа өлкәләрҙе өҫтәйҙәр. Сәмдең йөҙөндә пәйғәмбәрлек нуры була, һәм ул атаһын бик хөрмәт итә. Нух  уның менән һәр саҡ ҡәнәғәт була һәм Аллаһтан уға гел яҡшыһын һорай. Нухтың  доғаһы ҡабул була, Сәмдең нәҫеленән пәйғәмбәрҙәр тыуа. Уның тоҡомдары − румдар , фарсылар һәм ғәрәптәр.

Нухтың икенсе улы Хәм атаһын тыңламаған, ихтирамһыҙ, тупаҫ булған, ул атаһының саҡырыуына яуап бирмәй. Уға ерҙең көньяҡ өлөшө эләгә. Ҡара тәнлеләр − уның тоҡомдары. Сөнки атаһы, тәкәббер Хәмдең тоҡомдары ҡара тәнле, кәмһетелгән ҡолдар булһын, тип доға ҡыла. Хәмдең Мисрайимин исемле улы булған. Нухтың  саҡырыуын ишетеп, уның янына килә һәм: “Ҡартатай, бына мин килдем”, − ти. Нух , шатланып, ейәненә теләк теләй: “Һинең тоҡомоң фатихалы булһын, шул саҡта улар үҙҙәренең ризығын яҡшы климатлы, мул һыулы, уңдырышлы ерҙәрҙән табыр”. Һәм Аллаһ Мисрайинға (ҡартатаһының доғаһына яуап итеп) Мысырҙы (Египет) бирә. Әйткәндәй, Мысыр атамаһы унда беренсе килеп төйәкләнгән Мисрайин (Миср) исеменән киткән дә инде.

Нух  өсөнсө улы Йәфиҫте саҡыра. Ул да атаһы янына килмәй. Һәм Нух  Аллаһтан халыҡтарҙың иң насарын Йәфиҫтең тоҡомонан итеүен һорай. Быға яуап итеп, Аллаһ Йәжүд һәм Мәжүд (Гог һәм Магог) халҡын барлыҡҡа килтерә.

Бына шулай: ата-әсәһен тыңламағандарҙың яҙмышы ниндәй аяныслы!

Нух  туғыҙ йөҙ илле йәшендә әхирәткә күсә. Ул пәйғәмбәрҙәр араһында иң оҙаҡ йәшәүселәрҙең береһе була. Үлем фәрештәһе Ғазраил  килгәс, Нух  унан, һағайып ҡына: “Һин кем?”, − тип һорай. Тегеһе үҙенең үлем фәрештәһе булыуын һәм уны алырға килеүен әйтә − Нухҡа  нисектер ҡыйын булып китә. Шунда Ғазраил : “Нимә, Нух , был донъяла йәшәп туйманыңмы әллә?” − тип һорай. Пәйғәмбәр яуап итеп: “Миңә был донъя шундай булып тойолдо: уға бер ҡапҡанан инәләр ҙә, шунда уҡ икенсе ҡапҡанан сығып та китәләр”, − тигән. Ғазраил  Нухҡа , үлемен еңеләйтеү өсөн, Ожмах эсемлеге бирә. Уны эскәс, пәйғәмбәрҙең йәне тәненән, майҙан сәс сыҡҡан кеүек, еңел генә айырылып сығып китә. Балалары уны йыуа, кәфенләй, йыназа намаҙы уҡый һәм ер ҡуйынына һала.

Нух  ерләнгән урында саф һыулы шишмә ағып сыҡҡан, тиҙәр.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−

 Румдар − европалылар һәм Кесе Азияла йәшәүселәр

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...