Ҡасан ғәйбәт һөйләргә рөхсәт ителә?

Ҡасан ғәйбәт һөйләргә рөхсәт ителә?

Ҡасан ғәйбәт һөйләргә рөхсәт ителә?

Ғәйбәт – кешенең артынан һөйләү. Эргәлә булмаған кеше тураһында, хатта ысын булһа ла, ул оҡшатмаҫлыҡ һөйләшеүҙәр ғәйбәт булып иҫәпләнә. Ислам был эштәрҙе тыя, һәм ғәйбәт түбәндәге осраҡтарҙа ғына рөхсәт ителә. Был осраҡтар Ҡөрьәндә, хәҙистәрҙә бирелә. Шуларҙы иҫкә төшөрөп китәйек.

 

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткәнсә, ике осраҡта – үҙеңдең яҡыныңды, туғаныңды кейәүгә биргәндә һәм заман теле менән әйткәндә, үҙеңә компаньон эҙләгәндә рөхсәт ителә.

Беренсеһендә шундай риүәйәт килтерелә. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер етем ҡыҙ килә лә кәңәш һорай: «Әле мин яңғыҙым, миңә ике ир килеп, кейәүгә сығырға тәҡдим иттеләр». Шунан Аллаһ Рәсүле ﷺ уға: «Икеһенә лә сыҡма», – тигән. «Миңә барыбер сығырға кәрәк, яңғыҙ йөрөй алмайым бит», − тигән теге ҡыҙ. «Берәүһенең холҡо насар, ҡатын-ҡыҙға ҡул күтәрергә ярата, уға сыҡһаң, ғүмерең буйына туҡмалып-иҙелеп йәшәрһең. Икенсеһе – үтә ярлы, үҙен аҫрай алмай әле, һиңә лә ризыҡ еткермәйәсәк ул, фәҡирлектә йәшәйәсәкһең», – тигән. Яҡшы кәңәш бит! Тәүгеһенә сыҡһа, ғүмер буйына иҙелеп йәшәй, икенсеһе менән – ас ултырыр. Компаньонға килгәндә, үҙегеҙ беләһегеҙ, элек-электән кешелек сауҙа менән көн күргән, А пунктынан Б пунктына каруандар йөрөткән, тауар ташыған. Бер ғәрәп дөйәләрен әҙерләп, үҙенә иптәш эҙләгән, сүллектә бер үҙенә генә хәүефле бит. Баҙарға бара ла аҡһаҡалдарҙан кәңәш һорай: арҡаҙаштар, фәлән ҡалаға барырға кәрәк ине, фәлән кеше менән барғым килә, уның турала ни әйтерһегеҙ? «Ул кеше тураһында шуны беләбеҙ: хәйләле инде ул, һаҡ бул! Барыуын бар, тик уның холҡона иғтибар ит!» – тип яуап биргән оло кешеләр. Ярар, иҫкәртелгән – ҡоралланған, тиҙәр бит. Иртән былар юлға сыҡҡан. Ҡояш байығас, ҡараңғы төшкәс, төнгөлөккә ял итергә туҡтайҙар, ашап-эсеп алғас, йоҡларға яталар. Хәйләле кеше тураһында мәғлүмәт алған сауҙагәр йоҡлап киткән кеше һымаҡ ҡыланып, хырлай башлай. Бер аҙ көткәс, теге мут кеше һикереп тороп, бархандар артына китеп юғалған. Бының артынан ҡалмай күҙәтеп барған сауҙагәр бер ваҡыт бархан артында бысаҡтарын әҙерләп, ҡораллы төркөм тороуын шәйләп ҡала. Былар йоҡлаған кешегә һөжүм итеп, уны үлтереп, әйберҙәрен, малдарын урларға йыйынған юлбаҫарҙар булып сыға. Был бәндәләр уны күреп ҡалмаҫ борон сауҙагәр тиҙ генә туҡтаған урынына барып етә лә, дөйәһенә ултырып ҡаса.

Аллаһҡа ышан, үҙең ҡымшан, тип әйткән боронғолар. Тирә-яғыбыҙ хаҡында беҙ һәр ваҡыт хәбәрҙар булырға тейешбеҙ.

 

Рәфис Сафин, Мәләүез районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...