Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.

 

Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар менән бер баҡсала ултырғанда, уның янына ҡулына һөңгө тотҡан бер ғәрәп килә. Ул Аус ҡәбиләһенең башлығы Үсәйд ибне Худайр булып сыға. «Һин бында нимәгә килдең? Ғүмерең ҡәҙерле булһа, бындағы кешеләрҙең башын ҡатырма, ҡайҙан килдең, шунда кит!» − ти Үсәйд. Мусғәб уға: Минең нимәгә килгәнде белергә теләһәң, бәлки, һин беҙҙең янға ултырырһың һәм минең һүҙҙәремде тыңларһың? Әгәр һөйләгәндәрем күңелеңә хуш килһә, минең менән ризалашырһың, әгәр оҡшамаһа, һине бер кем дә мәжбүр итмәҫ», − ти. Усәйд уның менән килешә һәм, һөңгөһөн ергә ҡаҙап, Мусғәб янына килеп ултыра. Мусғәб уға ислам тураһында һөйләй, Ҡөрьәндән аяттар уҡый. Усәйдкә былар тәьҫир итә. Ул: «Үҙ ғүмеремдә бынан да матурыраҡ һүҙҙәр ишеткәнем булманы. Был динде ҡабул итер өсөн нимә эшләргә кәрәк?» – тип һорай. Мусғәб: «Кеше башта тулы тәһәрәт алырға тейеш, кейемдәрен таҙаларға, шәһәҙәт әйтергә һәм ике рәҡәғәт намаҙ уҡырға тейеш», – ти. Оҙаҡламай Усәйд ислам ҡабул итә һәм: «Тағы бер кеше бар – Сәғәд ибне Мүғәҙ – бөтә ҡәбилә уның артынан эйәрә. Әгәр ул да исламды ҡабул итһә, бында Пәйғәмбәр артынан эйәрмәгән бер кем дә ҡалмаясаҡ», – ти.

Үҙенең исламда икәнен йәшереп, Үсәйд Сәғәд ибне Мүғәҙҙе алып килә. Мүсғәб уға ла ислам тураһында һөйләй, Ҡөрьән аяттары уҡый. Сәғәд ибне Мүғәҙ шунда уҡ, шәһәҙәт әйтеп, ислам ҡабул итә.

Ошонан һуң Сәғәд, ҡәбилә халҡын йыйып, уларға мөрәжәғәт итә: «Эй Бану Әбделәшхәл ҡәбиләһе, һеҙ мине кем тип беләһегеҙ?». Тегеләр: «Һин беҙҙең арала иң айыҡ, иң дөрөҫ фекер йөрөтөүсе, һәм һин – беҙҙең юлбашсы», – тип яуап бирә. Уларҙың яуабынан һуң Сәғәд үҙенең халҡына былай ти: «Мин һеҙҙең берегеҙ менән дә – ир булһынмы, ҡатын кеше булһынмы – һөйләшмәйәсәкмен, әгәр һеҙ Аллаһҡа һәм Уның Рәсүле Мөхәммәдкә ﷺ иман килтермәһәгеҙ». Һәм шул уҡ көндө кискә табан ҡәбилә кешеләре, бер кешенән башҡа, бөтәһе лә ислам ҡабул итә. Йәсрибтә исламдың таралыуы тураһында ҡыуаныслы хәбәр менән Мусғәб ибне Ғүмәйр Мәккәгә әйләнеп ҡайта. Йәсрибтә ул бер йылдан аҙыраҡ йәшәй.

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...