Муса пәйғәмбәр ҡиссаһы

Муса пәйғәмбәр ҡиссаһы

Муса пәйғәмбәр ҡиссаһы

Мәлғүн Фирғәүенгә өн һәм төшөндә килгән асыҡ билдәләр

 

Фирғәүен Асият өсөн һалынған һарайҙа йоҡлап ятҡанда, уны бер тауыш уята: «Исраил (Израил) ырыуында бер малай тыуыр, ул һинең хакимлығыңды тартып алыр», − ти был тауыш. Ҡурҡышынан Фирғәүен ҡалтырап төшә. Асияттан, һин тауыш ишеттеңме, тип һорай. Асияттың да тауышты ишеткәнен белгәс, Фирғәүендең ҡурҡыуы көсәйә.

 

Икенсе ваҡыт Фирғәүен тәхетендә йоҡомһорап китә һәм шунда уҡ төш күрә: арыҫланға атланған бер йәш егет уны кәмһетә, тимер таяғы менән башын туҡмай башлай, аҙаҡ, аяғынан тотоп, диңгеҙгә ырғыта. Батша һиҫкәнеп уянып китә. Ул бөтә төш юраусыларҙы саҡырта, уларға төшөн һөйләй. Тегеләр Фирғәүендән уйларға ваҡыт һорай. Уның янынан сыҡҡас, үҙ-ара һөйләшеп, был төш батшаның һәләк булыуын белдерә, тигән һығымтаға киләләр. Әммә уға дөрөҫөн әйтергә ҡурҡалар һәм, был төш − шайтандан, шуға күрә уның әһәмиәте юҡ, тип алдашырға булалар.

Ҡалған төндәрҙә лә, Фирғәүен йоҡоға китеү менән, шул уҡ егет уға тынғы бирмәй: уның башын таяҡ менән туҡмай һәм: «Нисек һиңә Ғаләмдәр Раббыһы алдында оят түгел?» − тип әрләй. Шулай уҡ ул Асиятта ҡанаттар үҫеп сыҡҡанын һәм уның Ожмах ҡошо кеүек осҡанын күрә, йәнә: ер аҫтынан шишмә атылып сыға ла, бөтә ерҙе һыу баҫа башлай, ул шунда бата, имеш. Шулай уҡ Бәйт әл-Мөҡәддәс яғында ут хасил була ла копттарҙың (египетлыларҙың) өйҙәрен кешеләре менән бергә яндыра, әммә исраилдарға теймәй.

Фирғәүен ҡото осоп уянып китә. Ул яңынан төш юраусыларҙы йыя, үҙенең төштәрен һөйләп бирә. Тегеләр төштәргә аңлатма бирә: «Бер малай тыуыр, ул һинең батшалығыңды аласаҡ һәм үҙен пәйғәмбәр тип ышандырасаҡ. Һин ырыуың менән бергә ошо малай ҡулынан һәләк буласаҡһың», − тиҙәр.

Фирғәүен тыныслыҡтан яҙа. Ул вәзирҙәренән кәңәш һорай, тегеләр уға Исраил халҡының яңы тыуған ир балаларын һуйып торорға кәңәш бирә.

Ауырлы ҡатындар артынан күҙәтеүсе махсус һаҡсылар булдырыла. Ләкин Ғимрандың ҡатыны янына улар килмәй, сөнки ул Фирғәүендең иң ышаныслы кешеһе була. Улар тыуған бер малайҙы үлтереп, әсәләргә оло ҡайғы килтерә, Исраил халҡын ҡаты ғазапҡа дусар итә. Әйтеүҙәренсә, ун ике мең ир бала һуйылған, башҡа сығанаҡтар буйынса − етмеш мең малай.

Копттарҙың Исраил балаларын ниндәй ғазаптарға дусар итеүен һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Уларҙы бушҡа эшләткәндәр, кем эшләй алмай, уға көс еткеһеҙ һалым һалынған. Ҡайғы һәм яфаларға түҙмәй, халыҡ күпләп үлә, ир балалар һаны кәмей.

Копттар Фирғәүенгә зарлана: был халыҡтың уларға эшсе көсө булараҡ кәрәк икәнлеген әйтә. Шунлыҡтан, яңы тыуған балаларҙы бер йыл үлтерергә, икенсе йыл тере ҡалдырырға, тигән ҡарар сығаралар. Һарун сабый балаларҙы тере ҡалдыра торған йылды тыуа, шуға күрә әсәһенә борсолорға тура килмәй. Ә бына Мусаның донъяға килеүе сабыйҙарҙы юҡ итә торған йылға тап килгәнлектән, әсә кеше бик ныҡ хәүефләнә.

Йософ пәйғәмбәр әйтеп ҡалдырғанса, Фирғәүен Исраил халҡын ныҡ йәберләй. Уның һәләк булыу мөҙҙәте еткәндә, Муса тыуа.

Исраил ырыуында ауырлы ҡатындарҙың сабыйҙарын ҡабул итергә айырым ҡатындар беркетелгән була. Мусаның әсәһе шулар араһынан йәшерен генә үҙенең танышын саҡыра. Кендек инәһе, яңы тыуған баланың маңлайында билдә (пәйғәмбәрлек билдәһе) күргәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Унан килгән нурлы яҡтылыҡ тирә-йүнгә таралған, был сихри күренештән сихырланған ҡатындың йөрәген сабыйға ҡарата һөйөү солғап ала. Ул шунда уҡ малайҙың тыуыуы тураһында Фирғәүенгә хәбәр итергә тигән йәшерен ниәтенән кире ҡайта. Был хаҡта ул сабыйҙың әсәһенә һөйләп бирә һәм малайҙы һаҡлауын үтенә.

Ҡатындың был өйҙән сыҡҡанын копттар күрә һәм, шикләнеп, шунда уҡ Ғимрандың өйөнә киләләр. Әсә кеше, нишләргә белмәй, баланы тиҙ генә сепрәккә төрә лә, ҡаушауынан, үҙе лә лә һиҙмәҫтән, мейескә тыға. Копттар өйгә инә һәм кендек инәһенең ниндәй йомош менән килеүе тураһында һораша. Әсә, башына ни килә, шуны әйтә: былай ғына ҡунаҡҡа килде, хәл белешергә инде, ти. Копттар сығып китә, ә Муса ятҡан мейестә ялҡын дөрләй. Ҡурҡышынан ҡатып ҡалған әсә, мейестә бала илаған тауышты ишеткәс кенә иҫенә килә. Мейескә ҡараһа, малай, бишектәге кеүек, бер ни булмағандай ята. Аллаһу Тәғәлә Мусаны, уның өсөн ут ялҡынын Ожмах ҡосағындай итеп, Үҙенең Рәхмәте менән һаҡлай.

Фирғәүен, яңы тыуған сабыйҙарҙың кемеһелер тере ҡалыуынан ҡурҡып, күҙәтеүҙе көсәйтә, шуға күрә Мусаның әсәһе улы өсөн тағы ла нығыраҡ ҡурҡа башлай. Ғаләмдәр Раббыһы уның күңеленә, баланы, ағас һандыҡҡа һалып, Нил йылғаһына ағыҙып ебәрергә, тигән уйҙы индерә. Шулай уҡ уға малайҙың тере-һау килеш үҙенә әйләнеп ҡайтасағы тураһында шатлыҡлы хәбәр ҙә еткерелә.

Һандыҡты һатып алғанда, уны яһаусы оҫта һандыҡтың ниңә кәрәклеген һорай. Мусаның әсәһе алдашырға теләмәй, дөрөҫөн һөйләп бирә. Ә теге уны һата. Ул, Исраил балаларын үлтереүсе йәлләттәргә (палачтарға) барып, хәлде һөйләргә уйлай, ләкин, Аллаһ ихтыяры менән, ул бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Аптырағас, ымлап аңлатырға маташа, ләкин уны иҫәр тип уйлап, туҡмап ҡыуып ебәрәләр. Өйөнә ҡайтҡас, уның теле асыла һәм ул яңынан тегеләр янына китә. Әммә, һөйләргә ауыҙын асыуы була, теле яңынан көрмәлә, улай ғына түгел, күҙе лә һуҡырая. Ул йәнә ым менән аңлатырға тырыша. Уның ҡыланышы бөтәһен дә тамам ялҡыта, ахырҙа уны тағы туҡмап сығарып ырғыталар. Күҙе күрмәгәс, был бәндә өйөнә ҡайтырға юл таба алмай ҡаңғыра. Шунда ул үҙенә һүҙ бирә: әгәр ул яңынан күрә һәм һөйләшә башлаһа, башҡаса бер ҡасан да залимдар янына бармаясаҡ. Аллаһу Тәғәлә уның ниәтенең ихласлығын белеп, телен дә, күҙен дә кире ҡайтара. Аллаһ Ҡөҙрәтен үҙендә татыған был бәхетле кеше, сәждәгә йығыла һәм бер Аллаһҡа иман килтерә. Ә Мусаның әсәһе, улын һандыҡҡа һалып, төн уртаһы еткәс, Нил һыуына төшөрә.

Фирғәүендең бер генә ҡыҙынан башҡа бүтән балаһы булмай, уныһы ла махау (проказа) ауырыуы менән сирләй. Бер ниндәй табип та, имсе лә, сихырсы ла уны дауалай алмай. Әммә уларҙың бөтәһе лә, ҡыҙыҡайға көн һайын Нил һыуында йыуыныу йәки диңгеҙҙән (йылғанан) килеп сыҡҡан кешенең төкөрөгөн һөртөү генә килешәсәк, ти.

Фирғәүен, ҡыҙы көн һайын Нил һыуы менән дауаланһын өсөн, үҙенең һарайы алдынан канал үткәртә. Бер ваҡыт ҡыҙыҡай хеҙмәтсе ҡыҙҙары менән каналдың ярында уйнап йөрөгәндә, Аллаһ ҡөҙрәте менән бер тулҡын улар алдына һандыҡ килтереп сығара. Батша ҡыҙы һандыҡты һыуҙан алып сыға. Асып ҡараһалар, эсендә шундай матур, иҫ киткес һөйкөмлө бала ята. Фирғәүендең ҡыҙы балаға ҡағылыуы була, шунда уҡ ауырыуы юҡҡа сыға.

Шунда уҡ Асиятҡа барып, шатлыҡлы хәбәрҙе еткерәләр. Асият, малайҙы ҡулына алып, маңлайынан үбә. Ғаләмдәр Раббыһы әл-Һәәди1 уны хаҡ юлға баҫтырғанлыҡтан, ул баланың йөҙөнән килгән яҡты нурҙы шунда уҡ һиҙә. Асият сабыйҙы Фирғәүенгә алып барып күрһәтә, уға ҡағылыу менән ҡыҙының сире киткәнен әйтә. Шулай ҙа Фирғәүендең йөрәге малайҙы ҡабул итмәй, уның Исраил тоҡомонан булыу ихтималлығы батшаны ҡурҡыта. «Бәлки, ул минең төшкә ингән малайҙыр, уны үлтерергә кәрәк», − ти ҡатынына. Асият баланы тере ҡалдырырға тырыша: «Ә бәлки, уның беҙгә файҙаһы тейер, әйҙә ҡалдырайыҡ. Һәр хәлдә уны аҙаҡ та үлтерергә була бит», − ти. Асияттың һүҙҙәре Фирғәүендең күңелен йомшарта, нәфрәте үтеп китә.

Шулай итеп, Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаһ кафыр батшаны төп башына ултырта: Мусаны юлдан яҙған Фирғәүендең ҡулына тоттора. Фирғәүен үҙе ҡарап үҫтергән кешенең уның менән ни ҡыласағын белмәй. Ул Асиятҡа малайға исем табырға ҡуша, һәм Асият уны Муса тип атай.

Мусаны әсәһе һыуға ташлағанда, уға өс ай булған, тип әйтелә риүәйәттәрҙең береһендә, һыуҙа ул берме-икеме тәүлек булған, ә икенсе фараз буйынса − ҡырҡ көн. Аллаһу Тәғәлә һандыҡ эсендәге Мусаның асығыуын да, һыуһауын да ҡандыра: малай үҙенең бармағын һура, ә унан һөт сыға.

________________________________________

1 Әл-Һәәди − Тура юлға күндереүсе; Аллаһтың гүзәл исемдәренең береһе.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

 

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...