Ибраһим пәйғәмбәр тураһында ҡисса

Ибраһим пәйғәмбәр тураһында ҡисса

Ибраһим пәйғәмбәр тураһында ҡисса

Нәмруд илен ҡалдырып, Ибраһим Хеврон яғына юллана, үҙе менән туғаны (ағаһының улы) Лутты ала. Бында ул, уның динен ҡабул иткән Сара исемле ҡыҙҙы осрата. Аллаһтан килгән вәхи буйынса, ул Сараға өйләнә. Һәм улар Хевронда етеш тормошта, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ғүмер итә.

 

Күпмелер ваҡыттан һуң Ибраһим ҡатыны Сара менән Мысырға (Египет) йүнәлә. Ундағы ил башлығының ғәҙелһеҙлеге, уҫаллығы һәм боҙоҡлоғо тураһында ишетеп, ул һылыулығы менән дан тотҡан ҡатыны өсөн ҡурҡа. Уны әйберҙәр һалынған һандыҡҡа йәшерә. Әммә һаҡсы уны туҡтатып тикшерә һәм ҡатынды таба. Уларҙы Мысыр батшаһына алып киләләр. Ә теге, Сараның матурлығын күреп, уны үҙенә ҡатын итеп биреүҙә-рен талап итә, әммә Ибраһим уның ире барлығын әйтә. Боҙоҡ батша, оятын юғалтып, ҡатынды Ибраһимдан тартып алырға уйлай. Ләкин батша ҡатынға ҡулын һуҙыуы була − ҡулы ҡорой ҙа ҡуя. Ул шунда уҡ тәүбә1 итә, һәм ҡул элекке хәленә ҡайта. Икенсе тапҡыр ҡулын һонған икән − ҡулы менән бергә аяғы ла ҡорой, һәм ул яңынан тәүбә ҡыла. Был хәл батша үҙенең боҙоҡ ниәтенән бөтөнләй ваз кискәнгә тиклем дауам итә. Сараның мөғжизәһенән һуң ул үҙенең хатаһын аңлай, үкенә һәм тәүбә итә. Быларҙың бөтәһен дә Ибраһим ҡәлеб күҙе менән көҙгөләге һымаҡ күрә, уның өсөн бер ниндәй йәшерен сер булмай. Батша Ибраһимды үҙенә саҡыртып ала, уны хөрмәтле ҡунаҡ тип иғлан итә һәм, ҙурлап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Улар менән хушлашҡанда, Ибраһимға үҙенең Һәжәр исемле хеҙмәтсеһен бүләк итә.

Шунан улар Шәмгә юл тота. Вәдис-сәбүғ тип аталған үҙән буйында туҡтап, шунда йәшәй башлайҙар. Аллаһу Тәғәлә уларға күп байлыҡ бирә, уларҙың малдары ялан-ҡырҙарҙы, тау-үҙәндәрҙе тултырып йөрөгән. Ибраһим ҡунаҡһыҙ ашарға ултырмаған. Ҡунаҡтар булмаһа, уларҙы эҙ-ләп сығып киткән. Ул иң бай пәйғәмбәрҙәрҙән булған һәм бик баҫалҡы, түбәнселекле кеше булған. Ул Мысыр батшаһы бүләк иткән хеҙмәтсе ҡатын Һәжәргә өйләнә, һәм Һәжәр уға Исмәғил исемле ул табып бирә.

Улы тыуғандан һуң, Һәжәр үҙен ышаныслыраҡ тоя башлай һәм ҡайһы саҡ Сараның әйткәндәренә ҡаршы төшә. Был Сараға оҡшамай, шулай бер мәл, асыуы килгәндә, үҙен тынысландырыр өсөн, берәй ваҡыт Һәжәрҙең тән тиреһенең, бәләкәй генә булһа ла, берәй өлөшөн киҫеп аласаҡмын, тип һүҙ бирә. Ләкин, тынысланғас, үкенә һәм был турала Ибраһимға һөйләй. Ибраһим уға, антын боҙоп, кәффәрәт2 түләмәҫ өсөн, Һәжәрҙең ҡолаҡ йомшағын (йәберсәген) тишергә ҡуша. Сара Һәжәр йәшәгән ерҙә йәшәмәйәсәген әйтә. Шунан һуң Аллаһу Тәғәләнән Ибраһимға шундай вәхи килә: Һәжәрҙе улы менән Харам (тейелмәй торған, тыйылған) ергә (әлеге ваҡытта Мәккә ҡалаһы булған урын) алып барырға, үҙенә Сара менән ҡалырға ҡушыла.

Ибраһим, дөйәһен эйәрләп, бөтә кәрәк-яраҡтарын алып, Сараны үҙе әйләнеп ҡайтҡанға тиклем яңғыҙын Шәмдә ҡалдыра ла Һәжәр һәм улы Исмәғил менән Харам ер (Заповедная земля) тарафына юл ала. Бына улар күрһәтелгән ерҙә − кеше йәшәмәгән, һөрөлгән ере лә, һыуы ла булмаған урында туҡтайҙар. Ибраһим ҡатыны менән улына ҡыуыш ҡороп бирә һәм уларҙы шунда ҡалдыра. Һәжәр ошондай яҙмышҡа дусар ителеүенә зарланырға итә лә тыйыла һәм былай ти: “Әгәр беҙҙе бында ҡалдырырға һиңә Аллаһу Тәғәлә ҡушҡан булһа − миңә шул етә”. Ибраһим уға Аллаһтан ошондай әмер килгәнен әйткәс, Һәжәр бер һүҙһеҙ ҡалырға риза була һәм Ибраһимға хәйерле юл теләп тороп ҡала. Пәйғәмбәр Аллаһу Тәғәләнән ғаиләһен һаҡлауын һорап доға ҡыла һәм ошо ерҙе халыҡты үҙенә тартып торған һөймәлекле урынға әүерелдереүен үтенә. Һәм, ҡатыны менән имсәк балаһын ошондай хәлдә ҡалдырып, Шәмгә ҡайтып китә.

Ибраһим ҡалдырған аҙыҡ һәм һыу запасы бөткәс, Һәжәр һыу эҙләп сығып китә. Һыуға сарсаған бәләкәй Исмәғил берсә илаған, берсә тынысланып ҡалған. Һәжәр, һыу эҙләп, башта Сафа тауына (ҡалҡыулығына) менә, ундағы бөтә урынды ҡарап бөткәс, Мәрүә тауына (ҡалҡыулығына) ашыға, унда ла тапмағас, кире Сафаға йүнәлә. Был хәл ете тапҡыр ҡабатлана.

Ул ошолай, Аллаһу Тәғәләнән һыу һорап, ике тау араһында йөрөгәндә, юғарынан тауыш килә − тауыш уға улы янына ҡайтырға ҡуша һәм улар өсөн шишмә сығыуын әйтә. Һәжәр йүгереп улы янына ҡайта һәм күрә: Исмәғилдең аяҡ аҫтынан − Ябраил фәрештә аяғы менән типкән урындан − шишмә урғыла. Шуға күрә был урынды “Раҡзәт Ябраил” тип атайҙар. Һәжәр, шаулы ел тауышы сығарып урғылған һыуға ҡарап, шатлыҡтан тулҡынланып: “Зәм-зәм, эй мөбәрәк!” (“Туҡта-туҡта, эй бәрәкәт!”) − тип ҡысҡырып ебәрә. Тауыш тына, һыу тыныслана, ағымдан быуа барлыҡҡа килә һәм Аллаһ фатихаһы менән сыҡҡан һыу шифалы һыуға әйләнә. Ул һыуһынды ла ҡандыра, асығыуҙы ла баҫа һәм башҡа ихтыяждар өсөн дә ҡулланыла. Шулай итеп, Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтендә, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көн итә башлаған Һәжәр менән Исмәғил.

Күп тә үтмәй, изге ергә Хузаа ҡәбиләһе килеп урынлаша. Һыу эҙләп, ҡалҡыулыҡ түбәһенә күтәрелгәс, улар бер тирәгә йыйылған ҡоштарҙы күреп ҡала. Тимәк, ул урында һыу бар, тип уйлап, улар шишмә сығып ятҡан ергә килә, бында улар Һәжәр менән уның улын күрәләр. “Был шишмә кемдеке?” − тип һорай уларҙан хузайлылар. “Аллаһ уны миңә тәғәйенләне”, − тип ҡәнәғәтлек менән яуап бирә Һәжәр. Ҡәбилә кешеләре шишмә янында ҡалырға рөхсәт һорайҙар, бының өсөн үҙ милектәренән хаҡ түләйәсәктәрен белдерәләр. Һәжәр ризалаша. Шулай итеп, Мәккә ҡалаһын төҙөүгә нигеҙ һалыу ошо килешеүҙән башлана.

Исмәғил үҫеп буй етә һәм хузайлыларҙың бер ҡыҙына өйләнә. Хузайлылар ғәрәп булғанлыҡтан, улар Исмәғилде, “Әбү әл-ғәрәп” − ғәрәптәрҙең атаһы, тип атай.

Бер ваҡыт Ибраһим-Хәлил Мәккәгә улын күрергә килә, ләкин уның менән осраша алмай, сөнки Исмәғил һунарға киткән була. Килененән һораша башлағас, тегеһе уға ҡыуандырырлыҡ бер хәбәр ҙә әйтмәй. Ибраһим, килененә, Исмәғилгә сәләм әйтергә һәм тупһаһын алмаштырырға ҡушып, ҡайтып ҡайтып китә. Исмәғил һунарҙан ҡайтҡас, ҡатыны уға Сүриә ҡунағының сәләмен һәм һүҙҙәрен еткерә. Ҡатынының һүрәтләүе буйынса, Исмәғил атаһын таный һәм уның ни әйтергә теләүен аңлай. Ул шунда уҡ ҡатыны менән айырылыша, уны хатта бер төнгә лә янында ҡалдырмай. Яңынан өйләнеп, ул “тупһаһын алыштыра” − атаһының васыятын үтәй.

Икенсе килеүендә Ибраһим Исмәғилдең өйөндә бик мөләйем ҡатынды күрә. Ул ҡунаҡты асыҡ күңел менән ҡаршы ала, иренең һунарға китеүе тураһында әйтә, ҡунаҡҡа һәр төрлө хөрмәт күрһәтергә тырыша. Уның ихтирамлы һөйләшеүе һәм һорауҙарға ихлас һәм аҡыллы яуаптары буйынса Ибраһим был киленендә бәрәкәт күрә. “Нимә менән туҡланаһығыҙ?” − тип һорай Ибраһим. “Беҙгә ашарға етә. Ит, һөт менән туҡланабыҙ, зәм-зәм һыуы эсәбеҙ һәм беҙгә ошоларҙы биреүсе Аллаһҡа шөкөр итәбеҙ”, − тип яуаплаған ҡатын. Ибраһим Аллаһу Тәғәләнән уларҙың ризығын бәрәкәтле итеүен һорай. Был доғанан һуң уларҙағы бер генә бөртөк бойҙай ҙа барса халыҡты туйҙырырға етер ине. Был юлы ла Ибраһим Исмәғилде көтөп тора алмай, уға сәләм еткерергә һәм тупһаһын алыштырмаҫҡа ҡушып, ҡайтып китә. Исмәғил атаһының кәңәшен тота.

Йылдар үткәс, Ибраһим тағы ла улын күргеһе килә. Саранан рөхсәт һорағас, ул уға Һәжәр менән һөйләшмәҫкә ҡуша. Ибраһимға ҡатыны ҡуйған шарт менән килешергә тура килә. Ул киленендә туҡтай. Исмәғил был юлы ла өйҙә булмай. Ибраһим Һәжәр тураһында һораша. Уға күңелһеҙ генә Һәжәрҙең әхирәткә күсеүе хаҡында әйтәләр. Шунан һуң Хәлил-әр-Рахмән3 зәм-зәм һыуында ҡойона һәм улының ҡайтҡанын шунда көтөргә була. Ниһайәт, Исмәғил һунарҙан ҡайта. Атай менән ул бер-береһенең ҡосағына ташлана. Улар ныҡ итеп ҡосаҡлаша, шатлыҡтарының сиге булмай. Шунан өйгә ҡайтып, оҙаҡ итеп һөйләшәләр, бер-береһенә эс серҙәрен асалар. Шунан һуң Ибраһим Ҡәғбәне яңынан төҙөргә ҡушылыуы тураһында вәхи (Аллаһтан хәбәр) килеүе тураһында әйтә.

 

1 Тәүбә − үкенеү һәм гонаһы өсөн ярлыҡау һорау    

2 Кәффәрәт − гонаһ ҡылған (был осраҡта антты боҙған) өсөн уның хаҡын матди сығымдар менән ҡаплау.

3 Хәлил-әр-Рахмән − Шәфҡәтле-нең яҡын дуҫы, яратҡаны (һөйөклөһө)

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...