Йәьжүж менән Мәьжүж ҡәбиләләре тураһында

Йәьжүж менән Мәьжүж ҡәбиләләре тураһында

Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ахырызамандың етеүен билдәләүсе ваҡиғаларҙың береһе булып бик көслө, ҡеүәтле, юлдарында бар нәмәне һепереп ташлаусы Йәьжүж менән Мәьжүж ҡәбиләләренең ябырылыуы тора.

«Ысынында, Йәьжүж менән Мәьжүж көн һайын (стена аҫтын) ҡаҙыйҙар. Ныҡлап ҡояш нурын күрергә тип, бер кәртәгә яҡынлашһалар, уларҙың етәксеһе: «Кире ҡайтығыҙ, иртән ҡабат ҡаҙыуҙы дауам итербеҙ», – тип әйтер. Һәм Ҡөҙрәтле Хоҙай ул кәртәне тағы ла ҡатыраҡ итеп яңынан нығытасаҡ, һәм, уларҙың (сығыр) ваҡыты еткәнсе, шулай дауам итәсәк» (Ибне Мәждә, әтТирмизи, әл-Хәким). Йәьжүж менән Мәьжүждең килеп сығыуын Аллаһу Тәғәлә алдан билдәләгән һәм Ҡөрьәндә был турала әйткән. Билдәле булыуынса, улар Ҡиәмәт көнө алдынан емереклек һәм янъял булдырырҙар. Исламда йөҙәр, меңәр йылдар элек булған ваҡиғалар һаман да иҫкә алына. Был ҡәбиләләр тураһындағы мәғлүмәт бик тә мөһим.

Йәьжүж менән Мәьжүж – ике ҡырағай ҡәбилә. Уларҙың холҡо хайуандарҙыҡы һымаҡ. Улар бар тирә-яҡта ҡурҡыу тойғоһо, тәртипһеҙлек тыуҙырып торғандар. Сит халыҡтарға йыш һөжүм иткәндәр, уларҙың уңыштарын яндырғандар, кешеләрен әсирлеккә алғандар, үлтергәндәр. Улар ҡаяларҙағы тарлауыҡтарҙан сығып, бейек тауҙарҙан төшөр булған. Аллаһу Тәғәлә был халыҡты тынысландырыр өсөн уларға ҡаршы Зөлҡәрнәй (Ҙүл-Ҡарнайн) пәйғәмбәрен ебәрә. Изге Ҡөрьәндә Аллаһ әйтә (мәғәнәһе): «Шунан ул (Зөлҡәрнәй) юлын дауам итә. Ул юлды кәртәләгән ике тауға барып еткәс, унда аңлашылмаған телмәрле (икенсе телдә һөйләшкән) кешеләрҙе күреп ҡала. Улар: «Эй, Зөлҡәрнәй, Ысынында, Йәьжүж менән Мәьжүж беҙҙең ерҙәрҙе туҙҙыра (зыян килтерәләр).

Әгәр беҙ һиңә түләһәк, бәлки һин улар менән беҙҙең араға кәртә ҡуйырһың?» – тип өндәштеләр. Ул: «Миңә Раббым биргәне яҡшыраҡ (һеҙҙең түләүгә ҡарағанда. Мин мохтаж түгелмен һәм һеҙгә ул кәртәне бушлай ҡуйырмын). Миңә көс менән ярҙам итегеҙ, һәм мин һеҙҙең араға кәртә ҡуйырмын». «Тимер киҫәктәре килтерегеҙ!» – тип әйтер. Ике тау араһын тултырғас, ул: «Өрөгөҙ! (утҡа)» – ти. Тимер иреп, ут төҫөнә инеп ҡыҙарғас, ул: «Ошо кәртәнең өҫтөнә ҡойор өсөн, миңә ирегән баҡыр алып килегеҙ», – тип әйтә. Улар (Йәьжүж менән Мәьжүж) төҙөлгән стенаға менә алмаясаҡтар һәм тишеп сыға алмаясаҡтар. Ул (Зөлҡәрнәй): «Был (кәртә) – минең Раббымдың рәхимлеге. Әммә, Уның вәғәҙәһе үтәлгәс (Уларҙың Ҡиәмәт көнө алдынан сығыуы тураһында), Ул (Аллаһ) уны (стенаны) ер менән тигеҙләйәсәк. Минең Раббымдың вәғәҙәһе хаҡ!» – тип әйтте» («ӘлҠәһф» сүрәһе, 92-98-се аяттар). Ән-Нәүүәс бин Сәмғән риүәйәт итеүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ бер мәл, Мәрйәм улы Ғайса пәйғәмбәрҙең Дәжжәлде үлтереүе тураһында һөйләгәндә, шуны әйтә: «Һәм шул ваҡытта Аллаһ Ғайсаның күңеленә һала: «Ысынында, Мин Үҙемдең ҡолдарҙы сығарҙым, бер кем дә лә уларҙы үлтерә алырлыҡ ҡеүәт юҡ. Ат-Тур (Палестина) тауына барып, Минең ҡолдарымды һаҡла». Улар тәрән тарлауыҡтан һәм бейек ҡалҡыулыҡтан сығасаҡ. Яңынан бар тирә-яҡты ҡурҡытып, ғауға, янъял ҡуптарырҙар. Улар ғәйәт күп һанлы булырҙар. Хатта Табарийа күле эргәһенән үткәндә, башта барғандар күлдән һыу эсә башлап, һуңғылары шунда барып еткәндә:

«Бында ҡасандыр һыу була торған ине», – тип әйтер. Шулай уҡ улар ҙур аралыҡты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтер һәм бик тиҙ Хамр тауына (Палестина) барып етер. «Беҙ ер йөҙөндәге барлыҡ йәнде үлтерҙек. Әйҙәгеҙ, күктәгеләрҙе лә юҡ итәйек», – тип күккә уҡтан атырҙар. Аллаһ уларҙың уҡтарының остарын ҡанға буяп, кире төшөрөр. Шунан улар Ғайса пәйғәмбәр менән уның арҡаҙаштарын ҡамауҙа тотасаҡтар. Һәм улар, хәҙер һеҙ 100 динарҙы ныҡ теләгән һымаҡ, үгеҙ башын (аҙыҡ урынына) ныҡ теләрҙәр. Шунан Ғайса пәйғәмбәр һәм уның арҡаҙаштары Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итер. Аллаһ быларға (Йәьжүж менән Мәьжүжгә) дөйәләрҙең танауы эсендә була торған ҡорттарҙы ебәрер. Улар шунда уҡ үлерҙәр. Шунан пәйғәмбәр ярҙамсылары менән тауҙан төшкәс, хатта бер генә ҡарыш буш урын тапмаҫ. Бөтә ер теге яуыз халыҡтың мәйете менән тулған булыр. Шул саҡта Ғайса пәйғәмбәр үҙенең арҡаҙаштары менән тағы ла Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итер. Аллаһу Тәғәлә Хөрәсән дөйәләренең оҙон муйынына оҡшаған ҡоштарҙы ебәрер. Улар (Йәьжүж менән Мәьжүждәрҙең) һаҫыҡ кәүҙәләрен, Аллаһ ҡайҙа теләй, шунда ташларҙар. Артабан, был ерҙәрҙе уларҙың бысраҡ эҙҙәренән таҙартыр өсөн, Аллаһу Тәғәлә Үҙенең бәрәкәтле ямғырын ебәрер. Шунан һуң бар ер хуш еҫле баҡсаға әүерелер». (Мөслим).

ӘҘИЛ ИБРАҺИМОВ

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...