Муса менән Хызыр ҡиссаһы

Муса менән Хызыр ҡиссаһы

Бер ваҡыт Муса Исраил халҡына вәғәз һөйләй. Аллаһты маҡтап, Раббының уға бүләк иткән барса ниғмәттәре тураһында әйтә, кешеләр уны таң ҡалып тыңлай. Һәм шунда тыңлаусыларҙан берәү: «Ә кешеләр араһында иң күп белеүсе кем?» − тип һорай. Муса һорауға яуап итеп: «Мин», − ти. Аллаһу Тәғәләгә уның «мин» тигәне оҡшамай һәм, пәйғәмбәрҙе шелтәләгән һымаҡ: «Минең бер ҡолом бар, уға Мин ғилемде бер ниндәй аралашсыһыҙ бирҙем, ул һиңә ҡарағанда күберәк белә», − ти. Пәйғәмбәр Унан шул ҡоло менән осраштырыуын бик ныҡ үтенеп һорай. Аллаһ Мусаға Хызырҙың торған урынын әйтә.

 

Муса, Аллаһ ҡушыуы бу-йынса, Йуша пәйғәмбәр менән бергә, юлға икмәк менән тоҙло балыҡ алып, Хызырҙы эҙләп китәләр. Бара торғас, улар Нахару зайт тигән йылға буйындағы үлене терелтә торған Ғәйн әл-хәйәт исемле шишмә эргәһендә ял итергә туҡтайҙар. Шул ваҡыт, Аллаһтың ҡөҙрәте менән, Ғәйн әл-хәйәт шишмәһенә яҡын килгәс, Йушаның ҡулындағы тоҙло балыҡ, терелеп, һыуға һикерә. Муса иһә был мөғжизәне күрмәй ҡала. Улар артабан юлдарын дауам итә. Күпмелер барғас, туҡтап, тағы хәл йыйырға булалар. Муса Йушаға: «Юл хәлде алды, балыҡты сығар әле, ашап алайыҡ», − ти. Шунда Йуша балыҡ менән булған хәлде һөйләп бирә, ә Аллаһу Тәғәлә Мусаға: «Хызыр менән балыҡ терелгән урында осрашырһығыҙ!», − тип әйткән була. «Беҙгә кәрәк урын шул ине бит», − ти Муса һәм улар кире шишмәгә китәләр.

Муса Хызырҙың утрауҙа намаҙ уҡығанын күреп ҡала. Ул Йушаны: «Һин хәҙер Һарун янына ҡайт», − тип ҡайтарып ебәрә лә үҙе Хызыр янына килә.

Муса яҡынлашҡас, Хызыр: «Әс-сәләмү ғәләйкә, Муса Ғимран улы, рәхим ит әйҙә», − ти. «Үә ғәләйкә әс-сәләм», − ти Муса һәм: «Минең Муса икәнде ҡайҙан белдең?» − тип һорай. «Минең турала һиңә Белгертеүсе һинең турала миңә белгертте», − тип матур яуап бирә Хызыр. Шунан ул ҡунаҡтың нимә теләүен һорай. Муса унан ғилем алырға теләүен әйтә һәм уның янында ҡалырға рөхсәт һорай. Хызыр: «Һинең минең менән ҡалырға түҙемлегең етмәйәсәк», − ти һәм үҙенең Муса өсөн билгеһеҙ булған йәшерен ғилем буйынса эш итеүен әйтә. Муса түҙемлек менән ғилем серҙәрен өйрәнергә һәм сабыр булырға һүҙ бирә. Хызыр шарт ҡуя: «Әгәр минең менән ҡалырға һәм минең шәкертем булырға хәл иткәнһең икән, ул сағында миңә бер ниндәй ҙә һорау бирмә», − ти. Ошондай килешеү менән улар юлға сыға.

Юлда улар иҫке бер ҡәберлеккә тап була, унда үлгән кешеләрҙең һөйәктәре күренеп ятҡан. Был һөйәктәргә ҡарап, пәйғәмбәрҙәр уйға сумған. Хызыр, ете баш һөйәгенә күрһәтеп, былар бер туғандар булған, ти һәм һәр береһенең исемен әйтеп бирә. Шунан һуң баш һөйәктәре үҙҙәре лә исемдәрен әйтә һәм үҙҙәренең элекке (ерҙәге) тормоштарын һөйләп бирә. Быларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән Муса Хызырҙың йәшерен ғилеменә хайран ҡала.

Шунан улар юлдарын дауам итә һәм диңгеҙ ярына килеп етә. Шул саҡ ҡайҙандыр бер ҡошсоҡ осоп килә лә, улар алдында сырҡылдап өйөрөлә башлай. Шунан һуң суҡышын һыуға тығып ала ла ҡағынып осоп китә. Бер аҙға юғалып тора ла яңынан осоп килә һәм элеккесә, сырҡылдап, улар өҫтөндә өйөрөлөп оса башлай. Хызыр Мусанан, был ҡоштоң нимә һөйләгәнен беләһеңме, тип һорай. Асыҡ ғилемдәргә эйә булған Муса, белмәйем, тип яуап бирә. Аллаһ тарафынан бирелгән йәшерен ғилемдәргә эйә булыусы Хызыр: «Ҡош: «Аллаһу Тәғәләнең һеҙгә биргән ғилеме һыуға манып алғандан һуң минең суҡышымда ҡалған һыу тамсыһынан да аҙыраҡ», − тип әйтә», − ти. Быны ишеткәс, Муса тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнә.

Артабан улар диңгеҙ буйлап китә. Унда улар ҡуҙғалырға торған карапты күрә һәм моряктарҙан үҙҙәрен алыуҙы һорай. Карап диңгеҙ уртаһына еткәс, Хызыр, бер ни ҙә әйтмәйенсә, өр-яңы караптың төбөнә ҙур булмаған тишек тишә. Муса был хәлде тыныс ҡына күҙәтеп тора алмай: «Улар беҙгә изгелек эшләне − бушҡа үҙҙәре менән алды, карапҡа тишек эшләү кәрәк инеме ни?» − ти. Мусаға, әлбиттә, был хәл оҡшамай, сөнки, уның шәриғәте буйынса, башҡаларға зыян килтерергә ярамай. «Минең менән сәфәргә сығырға түҙемлегең һәм сабырлығың етмәйәсәк, тип иҫкәрттем бит һине», − ти Хызыр. Муса ғәфү үтенә, вәғәҙәһен онотоп китеүен әйтә һәм башҡаса артыҡ һорау бирмәҫкә һүҙ бирә.

Карап ярға килеп туҡтағас, улар унан төшөп, артабан юлдарын дауам итә. Юлда улар урамда уйнап йөрөгән балаларҙы осрата. Хызыр улар араһынан матур ғына бер малайҙы үлтерә. Муса түҙмәй: «Ни өсөн бер ғәйепһеҙ баланы үлтерҙең?» − тип ризаһыҙлығын белдерә. Хызыр йәнә килешеүҙе иҫенә төшөрә. Муса: «Тағы берәй һорау бирһәм, яныңда башҡаса ҡалдырма», − ти. Улар артабан китә. Бер ауылға еткәс, улар туҡтай, ләкин уларҙы бер кем дә өйөнә индермәй. Ауылды сығып барғанда, улар диуары (стенаһы) емерелеп барған бер өйҙө күрәләр. Хызыр, туҡтап, диуарҙы йүнәтә башлай. Муса тағы ла түҙмәй: «Был эш өсөн аҡса һораһаң да булыр ине....», − ти.

Муса өсөнсөгә түҙемһеҙлек күрһәткәндән һуң, Хызыр уға: «Хәҙер беҙ һинең менән хушлашырға тейешбеҙ», − ти. Айырылышыр алдынан ул, тыштан ҡарағанда, шәриғәткә тап килмәгән ғәмәлдәренең асылын аңлатып бирә, быларҙың бөтәһен дә ул Аллаһ рөхсәте менән, Ул биргән йәшерен ғилемдәргә таянып эшләүен әйтә. Карапҡа килгәндә, ул йәтим балаларҙыҡы була. Унда кешеләрҙе ташығандар һәм аҡсаһын шул балаларға биргәндәр. Ул яңы, бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған карап була. Батшаның, яңы судноларҙы тартып алырға, тигән әмерен белгән Хызыр карапты ҡотҡарырға була. Уның төбөн тишкәндән һуң, батшаның тиҙ йөрөшлө кәмәһе быларҙың юлын ҡаплай. Ундағы кешеләр карапҡа менеп: «Батша әмере буйынса, бөтә яңы караптарҙы ла йыйып алабыҙ», − тиҙәр. Улар карапты ентекләп тикшерә һәм Хызыр уйған тишекте табалар. Ул, һыу ағып сыҡмаһын өсөн, балаҫ менән ҡапланған була. Быны күреп, тегеләр судноны ҡалдыра.

Артабан, малайҙың ғүмерен өҙөүҙең хикмәтен аңлатып, уның иманһыҙ булып үҫәсәге һәм уның арҡаһында күркәм әҙәпле ата-әсәһенең көфөрлөккә төшөү ихтималлығы тураһында һөйләй. Хатта, малайҙың йәнен ҡыйғанға Муса ризаһыҙлыҡ белдергәс, Хызыр, малайҙың ҡалаҡ һөйәген итенән айырып, Мусаға күрһәтә. Һөйәктә Аллаһ ихтыяры менән: «Кәфирун ләә йүьминү билләһи әбәдән (Кафыр. Бер ҡасан да Аллаһҡа иман килтермәйәсәк)», − тип яҙылған була. Аллаһ Үҙе, бер ниндәй аралашсыһыҙ, Хызырға ошо ғилемдәрҙе бирә һәм уны Үҙенең ихтыярын үтәүсе итеп ҡуя.

Ҡайһы бер риүәйәттәр буйынса, теге малайҙың ата-әсәләре, әҙәп-тәртиптең, имандың эҙе лә булмаған улдарының ҡасан да булһа уларҙы шатландырасағына өмөттәрен өҙөп, рәнйеп, насар доға уҡығандар, тип әйтелә.

Рәхимле Аллаһ насар улдары арҡаһында әсәй менән атайҙы Ожмахтан мәхрүм иткеһе килмәй һәм, бәлиғ булмаҫ борон, уның ғүмерен ала һәм уның урынына изгелекле ҡыҙ бүләк итә. Ҡыҙ үҫеп еткәс, атаһы уны пәйғәмбәрҙәрҙең береһенә бирә, һәм уларҙың бөтә улдары ла пәйғәмбәр булып китә. Уларҙың ырыуында пәйғәмбәрҙәрҙең һаны етмешкә еткән, тиелә.

Ләкин шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: беҙҙең шәриғәт буйынса, бәлиғ булмаған балаларҙы үлтереү, хатта − Хызыр шулай эшләгән хәлдә лә − уның кеүек йәшерен ғилемгә эйә булған пәйғәмбәрҙәргә лә ҡәтғи тыйыла! Хатта кафырҙарҙың балаларын да үлтерергә ярамай, әгәр мосолманға ҡаршы ҡорал күтәрмәһәләр. Был хаҡта хәҙистә әйтелгән, был − Ислам юлы!

Ә инде емерелеп барған һәм Хызыр йүнәтеп ҡуйған диуарға килгәндә, ул йорт йәтим балаларҙыҡы була. Ә диуар аҫтында шул балаларҙың ата-әсәһенең уларға тип ҡалдырған хазинаһы йәшерелгән була.. Стена ауған хәлдә, кешеләр ундағы байлыҡты күрер ине, һәм ул сит ҡулдарға эләгер ине. Шуға күрә Аллаһу Тәғәлә, балалар бәлиғ булғанға тик-лем, байлыҡты һаҡларға теләй.

Муса, Хызыр үҙенең ошо, тыштан ҡарағанда, шәриғәткә тап килмәгән ғәмәлдәренең хиҡмәте, йәшерен серҙәре тураһында һөйләп биргәндән һуң, унан күберәк бәрәкәт алыу өсөн, юлға сығыр алдынан, үҙенә матур кәңәш, өгөт-нәсихәт биреүен һорай.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...