Зекер хаҡында әйтелгән тағы ҡайһы бер хәҙис шәрифтәр

Зекер хаҡында әйтелгән тағы ҡайһы бер хәҙис шәрифтәр

 

Әбү Һүрайра әйтте: "Ер йөҙөндәге мәхлүҡәт нур сәсеп торған йондоҙҙарҙы күреп торған һымаҡ, Күктәге заттар Аллаһу Тәғәләгә зекер ҡылына торған йорттарҙың нурланып тороуҙарын күреп тора ".

 

***

Бер хәҙис шәрифтә Аллаһу Тәғәләне зекер итеүҙә әҙәм балаһының йөрәгенә дауа бар, йөрәктә булған һәр бер сирҙән дә (тәкәбберлек, көнсөллөк, дошманлыҡ һәм башҡалар) сәләмәтләнеү, шифаланыу бар, тип бәйән ителде. Әлбиттә, кеше Аллаһу Тәғәләне даими зекер итһә, ул бөтә ауырлыҡтарҙан, бәләләрҙән ҡотоласаҡ.

 

***

Бер ваҡыт Әбү Үмәмәһ янына бер кеше килде һәм әйтте: "Мин һәр ваҡыт төшөмдә, һеҙ берәй ергә сыҡҡанда ла, торғанда ла, ултырғанда ла һеҙҙең өсөн фәрештәләр доға ҡылғанын күрҙем". Әбү Үмәмәһ яуап бирҙе: "Әгәр һин теләһәң, фәрештәләр һинең өсөн дә доға ҡылып торорҙар",– һәм ошо аяти кәримәне уҡыны:

Әйтелеше: “Йә әййүһәл-ләҙиинә әманүҙкуруллаһә ҙикран кәҫиираа...".

Мәғәнәһе: “Әй, һеҙ иман килтергән бәндәләр! Аллаһу Тәғәләне күп зекер итегеҙ, тәсбихтәр әйтегеҙ! Аллаһ һәм Уның фәрештәләре һеҙгә рәхмәт итер. Фәрештәләр Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылыусы мөьминдәр өсөн, уларҙы иманһыҙлыҡ ҡараңғылығынан сығарып, иман яҡтылығына керетеүен һорап, Аллаһҡа доға ҡылалар. Аллаһ Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылыусы мөьминдәргә рәхмәтле булды". ("Әл-Әхзәб" (33) сүрәһе, 41-43 аяттар).

Бер хәҙис шәрифтә бәйән ителеүенсә, шайтан әҙәм балаһының йөрәгенә ныҡлап төпләнһә, ул уны яулап ала. Кеше зекер ҡылғанда, шайтан көсһөҙләнә һәм ул әҙәмдән мыҫҡылланған хәлдә сигенә. Кеше иғтибарһыҙ була башлаһа, шул ваҡытта шайтан ҡотора башлай. Шуның өсөн күп зекер ҡылырға кәрәк.

***

Бер риүәйәттә бәйән ителеүенсә, бер тәҡүә кеше Аллаһу Тәғәләнән шайтандың әҙәм балаһына нисек үәсүәсә ҡылыуын асыҡ итеп күрһәтеүен үтенгән. Һәм Хоҙайҙың рәхмәте менән, был тәҡүә кеше шайтандың әҙәм балаһының арҡаһында, йөрәктән һул яҡта ултырыуын күргән. Ул шайтан серәкәй ҡиәфәтендә булып, үҙенең энә кеүек оҙон хортумын (томшоғон) йөрәккә һуҙа икән. Әгәр ҙә кеше шул ваҡытта зекер ҡылһа, шайтан томшоғон тартып ала, ә инде әҙәм балаһын иғтибарһыҙ булған хәлдә күрһә, ул, укол яһаған шикелле, йөрәкте үәсүәсә һәм гонаһтар ағыуы менән тултыра.

 

***

Ғәйшә риүәйәт ҡылды: Рәсүлүллаһ ﷺ: "Тын ғына итеп, хатта фәрештәләр ҙә ишетмәҫлек итеп әйтелгән зекерҙең сауабы етмеш тапҡыр артығыраҡ", – тип әйткән.

***

Бер хәҙис шәрифтә бәйән ителгән, әгәр ҙә бер кеше, иртәнге намаҙҙы йәмәғәт менән уҡып, ҡояш сыҡҡанға ҡәҙәр зекер ҡылып ултырһа, һуңынан ике рәкәғәтле нәфел намаҙын уҡыһа, хаж үә ғөмрә (бәләкәй хаж) ҡылғандың сауабын алыр.

***

Хәҙис шәрифтә әйтелә, берәй кеше иртәнге намаҙҙан һуң, башҡа бер ни өндәшмәй: "Ләә иләәһә илләллаһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү йүхйи үә йүмитү үә һүүә ғәләә күлли шәй´ин ҡадир" кәлимәһен уҡыһа, уның өсөн ун изге эш яҙылыр, ун гонаһы ғәфү ҡылыныр, Йәннәттә уның дәрәжәһе ун тапҡырға артыр, һәм ул көнө буйына шайтан үәсүәсәһенән һаҡланыр, ауырлыҡтарҙан ҡотолор".

 

***

Бер хәҙис шәрифтә бәйән ителә, кем дә кем иртәнге һәм икенде намаҙҙарынан һуң өсәр мәртәбә түбәндәге доғаны уҡыһа, шул бәндәнең гонаһ-хаталары кисерелер, хатта ул гонаһтарҙың һаны дингеҙҙәге һыу кеүек булһа ла:

 

أستعفر الله الذي لا إله إلا هوالحي القيوم و أتوب إليه

 

Әйтелеше: Әстәғфируллааһәл-ләҙии ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡәййүм үә әтүүбү иләйһи.

Мәғәнәһе: "Мин Аллаһу Тәғәләнән ғәфү ҡылыуын һорайым, Унан башҡа һис бер илаһ юҡ, Ул Аллаһу Тәғәлә Терек булыусы һәм Мәңгелек. Мин гонаһтарымдан тәүбә итәм".

 

***

Зекер ҡылыу сәбәпле айырым бер көс-ҡеүәт барлыҡҡа килә, уның ярҙамында хатта хәлдән килмәҫлек эштәр ҙә эшләнә. Фатима , Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡыҙы, он яһар өсөн иген тартыуы бик ауыр булғас һәм хужалыҡ эштәре көс етмәҫлек була башлағас, хеҙмәтсе алырға теләгән, шул ваҡытта Рәсүлуллаһ ﷺ йоҡо алдындан "Сөбхәнәллаһи", "Әлхәмдүлилләһи" кәлимәләрен утыҙ өсәр мәртәбә, "АллаҺү әкбәр" кәлимәһен утыҙ дүрт мәртәбә уҡырға ҡушҡан. Был ғәмәлдең хеҙмәтсе алыуҙан да күберәк ярҙам биреүе хаҡында әйткән.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Илдар Зиннәтулла, Октябрьский ҡалаһы

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...