Мосолмандарҙың Эфиопияға күсенеүе

Мосолмандарҙың Эфиопияға күсенеүе

Мөшриктәрҙең хаҡ мосолмандарҙы ҡыҫыуы һәм эҙәрлекләүе көндән-көн көсәйә. Ошондай ауыр ваҡытта Пәйғәмбәргә ﷺ «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһе төшөрөлә. Унда бер Аллаһҡа иман килтергән һәм, үҙҙәренең динен һаҡлап ҡалыу өсөн, эҙәрлекләүҙән ҡасып, мәмерйәгә йәшенгән йәш егеттәр хаҡында һөйләнелә. Аллаһтың һөйөклө Пәйғәмбәре ﷺ һәм уның сәхәбәләре быны Ғаләмдәр Раббыһының күрһәтмәһе тип ҡабул итәләр, йәғни, динде ҡотҡарыу өсөн икенсе урынға күсергә кәрәк, тигән һығымтаға киләләр.

 

Аллаһ Рәсүленә ﷺ Эфиопия хакимы негус Асхаманың христиан булыуы, дингә тигеҙ ҡарауы, ғәҙел һәм халыҡты йәберләмәүе хаҡында билдәле була. Шуға күрә Пәйғәмбәр тәүге мосолмандарға Эфиопияға күсергә ҡуша.

Пәйғәмбәрлек башланғандың бишенсе йылында (615 йыл), рәжәб айында Ғоҫман ибне Мәғзүм етәкселегендә сәхәбәләрҙең тәүге төркөмө − ун ир һәм биш ҡатын − юлға сыға. Улар араһында ире Ғоҫман ибне Ғаффан менән Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡыҙы Руҡия ла була. Пәйғәмбәр ﷺ тап улар тураһында: «Улар − Ибраһим һәм Лут пәйғәмбәрҙәрҙән һуң Аллаһ юлында күсенгән тәүге ғаилә», − тип әйтә.

Төн ҡараңғылығында улар Мәккәнән сығып, Ҡыҙыл диңгеҙ ярындағы Шуайб портына (хәҙерге Джидда ҡалаһынан көньяҡтараҡ) йүнәлә.

Эфиопияла уларҙы хуш күңел менән ҡаршы алалар.

 

 

Икенсе төркөм мосолмандарҙың Эфиопияға күсеүе

Эфиопияға күскән тәүге мосолмандар, ике ай үткәс, хәбәр ала: ҡорайыштар, йәнәһе, ислам ҡабул иткән. Быны ишеткәс, улар илдәренә ҡайтырға була. Ләкин, Мәккәгә етергә бер көндән кәмерәк юл ҡалғас, хәбәрҙең ялған булыуын ишетәләр. Уларҙың ҡайһылары кире борола, ҡалғандары иһә, кемдер йәшерен, кемдер ҡорайыштарҙан уның өсөн яуаплылыҡ алған кеше аша, Мәккәгә инәләр.

Ғоҫман ибне Мәғзүм өсөн яуаплылыҡты Вәлид ибне Мугира ала. Мәккәлә мөшриктәрҙең һаман да мосолмандарҙы йәберләүен кү-реп, Ғоҫман: «Дин ҡәрҙәштәремдең бер Аллаһҡа иман килтергәндәре өсөн эҙәрлекләнеүен күрә тороп, иманға килмәгән кешенең яҡлауы аҫтында булыу һәм тыныс ҡалыу − яҡшы түгел», − тигән.

Ул Вәлидтең өйөнә килә һәм: «Эй Әбү Әбдүшәмс, һин үҙ һүҙеңә тоғроһоң, һәм мин һиңә рәхмәтлемен. Ләкин миңә артабан һинең яҡлауың кәрәкмәй», − тигән. Вәлид: «Һин − минең ағайымдың улы. Ни өсөн минең ҡурсауҙан баш тартаһың? Берәйһе һине рәнйеттеме?», − тип һорай. «Юҡ, рәнйетмәне, − ти Ғоҫман. − Тик мин Аллаһу Тәғәләнең ҡурсауына ғына өмөтләнәм һәм Уға ғына тәүәккәлләйем. Унан башҡа берәүҙән дә яҡлау эҙләмәйем». Шунда Вәлид уға, Ҡәғбә эргәһенә барып, ҡорайыш халҡына минең яҡлауымдан баш тартыуың тураһында иғлан ит, тип кәңәш бирә. Ғоҫман шулай эшләй. Ҡәғбә янына килеп, ундағы бөтә халыҡҡа ишетелерлек итеп, үҙенең фәҡәт Аллаһу Тәғәләнән генә яҡлау эҙләүе һәм Уға ғына ышаныуы тураһында хәбәр итә.

Ошонан һуң Ғоҫман менән ҡорайыштар араһында дин нигеҙендә бәхәс тыуа, һәм ул ыҙғышыуға әйләнеп китә. Мәжүсиҙәрҙең береһе Ғоҫманға һуғып ебәрә, уның эргәһендә торған Вәлид: «Теләһәң, мин һине яңынан үҙ ҡурсауым аҫтына алам», − ти. «Эй Әбү Әбдүшәмс! Миңә тағы ла нығыраҡ һуҡһалар ҙа, ҡабул итәсәкмен, Аллаһ дине өсөн барыһына ла түҙергә әҙермен, − ти Ғоҫман. − Мин һиңә ҡарағанда күпкә Көслөрәк һәм Ҡеүәтлерәк Заттың ҡурсауы аҫтындамын».

Был ваҡытта Эфиопия әмиренең мосолмандарға ярҙам күрһәтеүенә асыуҙары ҡабарған ҡорайыштар Мәккәлә ҡалған мосолмандарҙы тағы ла нығыраҡ эҙәрлекләй башлай. Пәйғәмбәр ﷺ был юлы ла уларға Эфиопияға күсергә тәҡдим итә. Әммә хәҙер мосолмандарға Мәккәнән сығып китеүе күпкә ҡатмарлаша. Бөтә юлдарға ла ҡарауыл ҡуйыла. Шулай ҙа, Аллаһ ярҙамы менән һикһән өс ир һәм ун һигеҙ ҡатын, мөшриктәрҙән ҡасып, Мәккәне ташлап сығып китә. Был төркөмдөң етәксеһе Йәғәфәр ибне Әбүталип була.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...