Хызыр пәйғәмбәр

Хызыр пәйғәмбәр

Күпселек ғалимдарҙың фекеренсә, Хызыр пәйғәмбәр булған, ә ҡайһы берҙәре уны, Аллаһтың тәҡүәле ҡоло − әүлиәһе генә булған, тип һанай. Беҙ быға асыҡлыҡ эҙләп тормайбыҙ, Аллаһу Тәғәләнең Үҙенә ҡалдырабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, Хызыр үлгән, тиһә лә, Аллаһты танып-белеүселәр уның тере икәнен раҫлай. Быға − Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәһе Ғәлиҙең һөйләгәндәре, шулай уҡ Хызыр менән осрашыусы заһиттарҙың1 әйткәндәре дәлил. Улар бик күп һәм мин уларға туҡтап тормайым.

 

Ул ултырған ерҙә йәшел үлән үҫеп сыҡҡанлыҡтан, уға Хызыр (хадра − йәшел) тигән исем бирәләр. Шулай уҡ, намаҙ ҡылғанда, уның маңлайы тейгән урын йәшеллек менән ҡапланған, тиҙәр.

Берәүҙәр, уның исеме Бәлә булған, ти, икенселәр Хызыр тип атай.

Аллаһ Рәсүле Мөхәммәд ﷺ ғүмер аҙағында уның менән осрашҡан, һәм Хызыр, ислам ҡабул итеп, сәхәбә булып киткән.

Ибне Ғаббастың шаһитлығы буйынса, хаж ваҡытында, Ғәрәфә көндәре башланғас, Хызыр менән Ильяс көн һайын Ғәрәфә тауында осрашалар, ә Минала бер-береһенең сәсен алалар. Шунан һуң улар сәстәре менән алмашалар һәм бер-береһенә доға уҡыйҙар. Хызыр менән Ильяс был донъяла Ҡөрьән юҡҡа сыҡҡанға тиклем йәшәйәсәк, тиелә.

«Бәдәиғу ззүһур» китабында, Дәжжәл килгәс, Хызыр уның менән осрашасаҡ, һәм ләғин Дәжжәл уны киҫәктәргә турап үлтерәсәк, ә Аллаһу Тәғәлә уны терелтәсәк, тиелә.

«Бәдәи» китабында яҙылғанса, Хызырҙың атаһы Ғамил (Ғайс тоҡомонан) батша була. Ул Хызырҙы бәләкәй генә сағынан тәрбиәгә бирә. Тәрбиәсегә барған саҡта малай көн һайын Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыусы бер кешене осрата, һәм малайҙа был кешегә ҡарата аңлатып булмай торған һөйөү уяна. Күпмелер ваҡыттан Хызыр уҡытыусыһына йөрөүҙән туҡтай һәм Аллаһҡа табыныусыға йөрөй башлай. Атаһы уны, элекке уҡытыусыһында дәрес ала, тип уйлай. Бер нисә йыл эсендә Хызыр дин әһеленән бик күп файҙа ала. Ул фән өлкәһендә төплө ғилемгә эйә була, Ғаләмдәр Раббыһына хеҙмәт итергә өйрәнә, әҙәплелек дәрестәрен үҙләштерә, тәҡүәлеккә, күркәм холоҡҡа эйә була.

Хызыр үҫеп буй еткергәс, атаһы уны өйләндерергә була. Хызыр тәүҙә баш тарта, ләкин атаһының ниәтендә ныҡ тороуын күреп, уға ихтирам йөҙөнән, үҙ ихтыярына ҡаршы килеп, бер батшаның ҡыҙына өйләнә. Туйҙан һуң шунда уҡ ҡатынына үҙенең серен сисергә теләүен әйтә, һәм, әгәр ҙә ошо серҙе һаҡлаһа, бөтә бәлә-ҡазаларҙан имен ҡаласағын белдерә. Әгәр ҙә инде ул серҙе сисһә, ирен мәсхәрәгә ҡалдырасаҡ һәм, уның был донъяла ла, әхирәттә лә бәхете булмаясаҡ, ти. Ҡатын әйтелгән шарттарға риза була һәм иренә: «Сереңде һөйлә», − ти. Хызыр һөйләй: «Мин мосолман, атайым тотҡан диндә түгелмен. Минең ҡатындарға мохтажлығым юҡ2, әгәр һин бының менән килешһәң һәм минең динем һиңә оҡшаһа, һин минең менән ҡала алаһың, риза түгелһең икән, мин һине өйөңә ҡайтарып ҡуям». «Мин риза», − ти ҡатын һәм уның менән ҡала.

Айҙар, йылдар үтә, уларҙың балалары булмай. Батша-атайҙың быға бик эсе боша һәм бер ваҡыт улы янында был хаҡта һүҙ ҡуҙғата, ләкин улы ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп: «Бөтәһе лә Аллаһу Тәғәлә ихтыярында», − тип яуап ҡайтара. Шунан һуң батша килене менән һөйләшеп ҡарарға була. Ләкин тегеһе лә ире һымаҡ яуап бирә. Атай кеше берҙән-бер улының вариҫы булмауы менән бер нисек тә килешә алмай һәм уға бала таба торған ҡатынға өйләнергә ҡуша. Хызыр ҡаршы килә, мин был ҡатыным менән ризамын, ти. Әммә батша уларҙы айырмайынса туҡтамай.

Был ҡатынды бер ғәйепһеҙгә өйөнә ҡайтарып ебәреүҙәренә ҡарамаҫтан, ул Хызырға биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡала − серҙе сисмәй. Хызыр икенсегә өйләнергә теләмәй, ләкин батша улын буйҙаҡ ҡалдырырға уйламай. Улының теләгенә ҡаршы килеп, уны бала табырлыҡ ҡатынға өйләндерә.

Икенсе ҡатынына ла Хызыр шул уҡ шарттарҙы әйтә, был ҡатын да шарттарға риза була һәм серҙе һаҡларға һүҙ бирә. Йәнә айҙар үтә, йылдар үтә. Вариҫ хаҡында хыялланған батша тыныслығын юғалта һәм тағы улынан был хаҡта һораша башлай. Улының яуабы элеккесә була: «Был беҙҙең эш түгел». Атай кеше нисек тә сәбәпте табырға тырыша һәм килененән хәйлә менән яйлап ҡына һораша башлай. Ҡатын иренең ышанысын аҡламай, бөтәһен дә ҡайныһына һөйләп бирә. Батша асыуынан бик ныҡ туҙына, Хызырҙы әрләп ташлай, уны ғәйепләй, оялта башлай. Пәйғәмбәр атаһына ышанысын юғалта, ул мине барыбер үлтерер, тип уйлап, ҡасып китергә була. Ошонан һуң уны бер кем дә күрмәй, ә батша ни эшләргә белмәй. Ул, хафаланып, улын эҙләргә йөҙ кешене, ун төркөмгә бүлеп, төрлө яҡҡа ебәрә. Батша үҙ-үҙенә урын тапмай, бик ҡайғыра. Хызырҙың ҡатынын саҡырып алып, уны улының юғалыуында ғәйепләй һәм ҡатынды үлтерә. Быны ишеткәс, Хызырҙың серен һаҡлаған тәүге кәләше, мине лә үлтерер, тип ҡаланан сығып ҡаса һәм йәшенә.

Оҙаҡламай, Хызырҙы эҙләп киткән төркөмдөң береһе уны кеше йәшәмәгән бер утрауҙа (ул унда Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған була) барып таба. Улар пәйғәмбәргә батшаның әмере менән уны эҙләүҙәре хаҡында әйтә. Хызыр үҙенең ҡайҙа икәнлеген атаһына әйтмәүҙәрен үтенә. Уларға нәсихәт бирә һәм әйтә: «Башҡалар һымаҡ батша янына әйләнеп ҡайтығыҙ һәм мине күреүегеҙ тураһында өндәшмәгеҙ. Әгәр һеҙ ышанысты аҡлаһағыҙ, серҙе сисмәһәгеҙ, Аллаһу Тәғәлә һеҙҙе һаҡлар. Әгәр инде бөтәһен дә батшаға һөйләп бирһәгеҙ йәки мине уға алып барһағыҙ, ул мине тере ҡалдырмаясаҡ, һәм минең үлемемдә һеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ». Бөтәһе лә серҙе һаҡларға ризалаша һәм бер кемгә лә уның тураһында һөйләмәҫкә, батшаға, улыңды тапманыҡ, тип әйтергә вәғәҙә бирәләр.

Шулай ҙа Хызыр уларға ышанмай, уның йәшәгән урынын барыбер килеп табырҙар, тип уйлап, бер кем дә таба алмаҫлыҡ икенсе урынға күсә. Ә уны эҙләп килгән теге кешеләр ысынлап та мәкерле булып сыға: ҡайтыу менән батшаға Хызыр тураһында еткерәләр, ҡайҙа йәшәгәнен һөйләп бирәләр. Улар араһында пәйғәмбәргә биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалған бер генә кеше була. Ул, Хызырҙы күрмәнем, осратманым, ти, нимә генә әйтһәләр ҙә, үҙ һүҙендә ныҡ тора. Ҡалғандар уның менән бәхәсләшә, уны алдашыуҙа ғәйепләй һәм Хызырҙы теләгән ваҡытта бында килтерә аласаҡтарын әйтә. Батша уларға кире шул утрауға барып, улын килтерергә ҡуша. Ләкин тегеләр, күпме генә эҙләһәләр ҙә, Хызырҙы таба алмайҙар, тамам арып, хәлһеҙләнеп, аптырашып, өйҙәренә әйләнеп ҡайталар. Асыуынан ни эшләргә белмәгән батша тегеләрҙең туғыҙын да бер-бер артлы үлтереп бөтә. Пәйғәмбәргә биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалған кеше иһә, батшаның нисек итеп уның юлдаштарын юҡ итеүен күреп, мине лә тотоп үлтереүҙәре ихтимал, тип уйлай һәм хәүефһеҙ урынға ҡасып китә.

Икенсе версия буйынса, Хызырҙы, диңгеҙҙә караптары һәләкәткә осрап, утрауға йөҙөп килгән сауҙагәрҙәр осраҡлы ғына килеп таба. Нисек кенә булмаһын, йәғни, версиялар күп булһа ла, риүәйәттең асылы үҙгәрмәй, уның нигеҙендә ысынбарлыҡ һаҡлана. Ғөмүмән, күп риүәйәттәрҙең төрлө варианттарын йыш осратабыҙ, ләкин был беҙҙе аҙаштырмай, сөнки мәғәнә, асыл һәр ваҡыт бер үк ҡала.

Артабан Хызырҙың атаһы хакимлығындағы халыҡ тотошлай гонаһҡа бата: алдашыу, ике йөҙлөлөк, золом, яуызлыҡ сиктән аша − бындай халыҡ язаға лайыҡ була.

Әл-Ғәдл (Ғәҙел Аллаһ) тотош ҡаланы һауаға күтәрә лә баш түбән ергә түңкәрә. Бөтә халыҡ һәләк була, фәҡәт бер ир менән бер ҡатын ғына тере ҡала. Был ике кеше нисек тере ҡалыуҙары тураһында бер-береһенән һораша башлай. Баҡһаң, уларҙың тере ҡалыуының сәбәбе бер булып сыға: улар икеһе лә Хызырға биргән вәғәҙәләрен боҙмаған, аманатҡа тоғро ҡалған. Ҡарағыҙ, бөтә ҡала бәләгә тарығанда, был икәү, уларға ышанып тапшырылған серҙе һаҡлаған өсөн, шундай ҙур бәләнән ҡотолған! Улар харабалар араһында, ни эшләргә белмәй, оҙаҡ йөрөгән. Тиҙҙән Аллаһ уларҙа бер-береһенә йылы хис тыуҙырған, улар өйләнешкән һәм ҡалған ғүмерҙәрен бергә үткәргән.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

______________________________________

1 Заһит − донъялыҡтан ваз кискән (донъя малына битараф) тәҡүәле зат.

2 Хызыр ябай кеше булмай.

 

 

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ

“ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...