Мусаның Фирғәүен ғаиләһендә үҫеүе
Һөт инәһе − үҙ әсәһе
Асият, Мусаға һөт инәһе һайлар өсөн, бала имеҙгән ҡатындарҙы йыя. Ләкин уларҙың ҡайһыһы ғына Мусаны имеҙергә тырышып ҡарамаһын, сабый уларҙың береһен дә имергә теләмәй. Асият быға бик ныҡ борсола.
Ә был ваҡытта Ғимрандың ҡатыны, Нил йылғаһына ташлаған улын һағынып, уның тураһында берәй хәбәр булмаҫмы икән, тип өмөтләнә. Аллаһу Тәғәлә Мусаның апаһы Мәрйәмдең күңеленә, ҡустыһы тураһында белеү өсөн Асиятҡа барырға кәрәк, тигән уйҙы индерә, һәм ул Асиятҡа бара. Мусаны алдына алып утырған Асиятты күрә, уға һөт инәһе табырға ярҙам итә алыуын әйтә. Асияттың рөхсәте менән ул әсәһен алып килә. Әсә тулған айҙай балҡып торған улын күреп, уны ҡулына ала, имсәген бирә. Муса, үҙ әсәһен таный, уның еҫен тойоп, инәһен табып алған һарыҡ бәрәселәй, шунда уҡ әсәһен ҡанығып имергә тотона, сөнки уға үҙ әсәһенән тыш башҡа ҡатындарҙың һөтө харам була.
Асият Мусаның әсәһен таный: ул уның ағаһының (атаһының ҡустыһы) ҡатыны була, әммә уға зыян килтермәҫ өсөн, һиҙҙермәй. Ысын әсәһе имеҙгәнгә тиклем Муса һигеҙ тәүлек ас торған була. Фирғәүен баланың был ҡатынды имгәненә ғәжәпләнә: «Күрәһең, һөтөң тәмлелер. Тағы балаң бармы?» − тип һорай. «Батша берәй баланы иҫән ҡалдырҙымы һуң?» − тип яуап бирә Мусаның әсәһе. Ғаләмдәр Раббыһы Фирғәүенгә: «Был ҡатын − мин үлтергән баланың әсәһе», − тигән уйҙы һеңдерә һәм уның Ғимрандың ҡатыны икәнен белдермәй.
Асият ҡатынға үҙҙәрендә ҡалыр-ға тәҡдим итә. Ләкин Мусаның әсәһе, өйҙәге хужалығын ҡарауһыҙ ҡалдыра алмауын әйтә һәм малайҙы ваҡытлыса уға биреүҙәрен һорай. Асият ризалаша, малай үҙ әсәһе янында ҡала. Аллаһу Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтле ҡатын, Бөйөк Раббының Үҙ вәғәҙәһен мотлаҡ Үтәүсе икәнлегенә инана.
Мусаны ике йыл имеҙгәндән һуң әсәһе уны Асиятҡа ҡайтара. Асият уны «һөт инәһе» булараҡ, мул итеп бүләкләй.
Бер ваҡыт Фирғәүен өс йәшлек Мусаны тубығына ултырта, малай уның оҙон һаҡалына йәбешә, быға Фирғәүендең асыуы ҡабара. Ул: «Был малай − минең дошманым», − ти һәм уны үлтерергә йыйына. Асият уны тынысландыра: «Әле аҡыл да инмәгән баланың шуҡлығына иғтибар итеү кәрәкме икән? Теләйһеңме, мин хәҙер уның быны аңлап эшләмәгәнен иҫбат итәм?» − ти. Фирғәүен риза була. Ҡыҙған күмер һәм финик һалынған батмус килтерергә ҡушалар һәм уны малайҙың алдына ҡуялар. Муса финикты алырға теләй, ләкин шул мәлдә Ябраил фәрештә уның ҡулын күмергә йүнәлтә. Муса ҡыҙыу күмерҙе алып ауыҙына ҡаба. Телен яндыра һәм илай башлай. Фирғәүен малайҙың һаҡалды аңламайса тартҡанына ышана. Асыуынан ҡотороноп, Мусаны үлтерергә йыйынған Фирғәүен шунда уҡ тыныслана.
Мусаға ете йәш тулғанда, шундай хәл була: ул Фирғәүен менән бергә уның тәхетенә ултыра. Ни өсөндөр Фирғәүен бармаҡтары менән, тәхетте шығырҙатып ышҡый башлай. Был тауыш Мусаның асыуына тейә: ул урынынан тора ла, бар көсөнә аяғы менән креслоға тибә. Креслоның аяҡтары һына, Фирғәүен йығыла һәм танауын емерә. Йөҙө ҡанға бата. Ул йәнә Мусаны үлтерергә итә. Ләкин Асият уны тағы тынысландыра: ошондай көслө улың булғанға ҡыуан, көслө, батыр улдың, һиңә кәрәге тейеүе ихтимал, ти. Фирғәүенгә был һүҙҙәр тәьҫир итә − асыуы баҫыла.
Мусаға ун ике йәш. Бер ваҡыт ул Фирғәүен менән бергә ашарға ултыра. Уларҙың алдына бөтәү килеш ҡыҙҙырылған дөйәне килтереп һалалар. Фирғәүендең кәйефе бик шәп була. Ҡапыл Муса: «Аллаһ ихтыяры менән тороп баҫ!» − ти. Шул сәғәттә үк дөйә аяҡтарына баҫа. Көтөлмәгән был хәлдән Фирғәүен ҡаушап ҡала, Асиятҡа барып һөйләй. Асият: «Шәп тә баһа! Ошондай иҫ китмәле мөғжизәләр тыуҙырыусы улың булыуы һәйбәт түгелме ни?» − тип, Фирғәүенде йәнә тынысландыра.
Бер ваҡыт егерме өс йәше тулған Муса, тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡырға йыйына. Копттарҙан берәү (египетлы); «Муса, һин кемгә ғибәҙәт ҡылаһың?» − тип һорай. «Үҙемдең Раббыма һәм Яҡлаусыма», − ти Муса. «Әллә һин үҙеңдең атайың − Фирғәүенгә табынмайһыңмы?» − ти теге кеше. «Аллаһтың ләғнәте төшһөн Фирғәүенең менән бергә!» − тип Муса уны әрләп ташлай. Ул кешеләр янында йыш ҡына Фирғәүенде ләғнәтләй. Ләкин, кем генә был хаҡта Фирғәүенгә барып ошаҡларға уйламаһын, береһе лә бер һүҙ ҙә әйтә алмай: Аллаһ ихтыяры менән ошо мәлдә Фирғәүен асыуынан ҡоторона башлай, берәүҙәрҙе үлтерә, икенселәрҙе яндыра, өсөнсөләрҙең ҡулдарын ҡырҡып язалай. Быны күргән кешеләр, бында ниндәйҙер хикмәт бар, тип, уға ялыу менән йөрөмәй башлай. Һәм шулай килеп сыға: кешеләр Муса тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләргә мәжбүр була.
Муса ҡырҡ йәшкә барып етә. Ул Исраил тоҡомдарына вәғәздәр һөйләй, тик яҡшылыҡ ҡылырға, насарлыҡтан тыйылырға ҡуша. Фирғәүендең аҙашыуҙа булыуын һөйләгәндә, ул уны «Аллаһтың ләғнәте төшкән бәндә» тип атай.
Кешеләр Муса менән Фирғәүен араһындағы мөнәсәбәтте белмәй, уларҙы, атай менән ул, тип уйлай. Муса, ҡасан теләй, шул ваҡытта Фирғәүендең атын эйәрләп, теләгәнсә йөрөй алған. Муса үҙенең күп ырыуҙаштарын копттар килтергән бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарып ҡала. Кешеләр уны бик ярата, сөнки уларға был тойғо Аллаһу Тәғәлә тарафынан һалынған була. Бер ваҡыт иблистән: «Һин ҡасан да булһа берәйһен яратҡаның булдымы?» − тип һорағандар, ти. «Ғимран улы Мусанан башҡа бер кемде лә яратманым», − тигән теге. «Нисек һин уны ярата алдың?» − тип һорағас, теге аҡлана башлаған: «Нисек инде миңә уны яратмаҫҡа?» − тигән һәм Муса тураһында Аллаһтың һүҙҙәрен (аятты) килтерә (мәғәнәһе): «Мин кешеләр йөрәгенә һиңә ҡарата һөйөү һалдым».
Мәлғүн Фирғәүендең Фатунмы, Фәлисунмы исемле ашнаҡсыһы була. Бер ваҡыт ул бер бәйләм утын һатып ала һәм йөк ташыусыны көтә. Эргәһенән үтеп барыусы Исраил кешеһен (израилле) туҡтатып, йөктө ул әйткән ергә илтергә талап итә башлай, тегеһе теләмәй. Яҡында йөрөгән Мусаны күреп, израилле уны ярҙамға саҡыра. Муса коптҡа үтеп барған кешегә бәйләнмәҫкә ҡуша, ашнаҡсы тыңламағас, ул уның күкрәгенә йоҙроғо менән һуға. Копт йығыла һәм шунда уҡ йән бирә. Муса был хәлгә бик ҡайғыра һәм, Аллаһтан ҡурҡып, Унан ғәфү итеүен ялбара башлай. Ул ашнаҡсыны үлтерергә йыйынмай. Һәм уның үлтергәнен берәү ҙә күрмәй. Коптты израилле үлтергән, тигән хәбәр тарала, һәм үлтереүсене эҙләй башлайҙар.
Икенсе көн иртән Муса шул уҡ израилленең үлтереүсене эҙләгән копт (үлтерелгән ашнаҡсының туғаны) менән әрләшкәнен күрә. Израилле, кисәге һымаҡ, тағы Мусаны ярҙамға саҡыра. Ләкин Муса асыулана һәм тупаҫ итеп: «Һин − талаш сығарыусы. Кисә лә мине яңылыштырҙың», − ти.
Муса, коптҡа һуғырға теләп, ҡулын күтәрә, ләкин израилле үҙенә һуға икән тип уйлап, ҡурҡышынан: «Кисә теге кешене үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә итәһеңме?» − тип ысҡындыра. Ағаһының үлеме өсөн израилленән үс алырға торған копт үлтереүсенең икенсе кеше икәнлеген аңлай.
Ул шунда уҡ, Фирғәүенгә барып, бөтәһен дә һөйләй. Батша уға үс алырға рөхсәт бирә, һәм ашнаҡсының бөтә туғандары Мусаны эҙләй башлай. Фирғәүендең ярандары араһында Аллаһҡа иман килтергән Харкил исемле кеше була. Ул Мусаға уны үлтерергә йыйыныуҙарын әйтә.
Фирғәүендән ҡасырға мәжбүр булған Муса ҡайҙа барырға белмәй. Аллаһ уға фәрештә ебәрә. Фәрештә уны Мәдйән яғына табан йүнәлтә. Муса Мысырҙан сығып киткәндә, ашарына бер нимә лә булмай. Ул, Аллаһу Тәғәләгә тәүәкәлләп, юлға сыға. Юл һигеҙ тәүлеккә һуҙыла.
Һигеҙенсе көндө Мәдйәнгә килеп етә. Ял итеп алыр өсөн бер ағас күләгенә барып ултыра.
Яҡында коҙоҡ була. Көтөүселәр унда, сиратлап килеп, үҙҙәренең мал көтөүенә һыу эсергән. Муса ике ҡыҙҙың үҙҙәренең һарыҡтары менән ситтә баҫып торғандарын күрә. Ул, ҡыҙҙар янына килеп, ни өсөн ҡоҙоҡ янына килмәүҙәрен һорай. Ҡыҙҙар һарыҡтарын башҡалар киткәс кенә эсерә алыуҙарын әйтә. Бының сәбәбен аңлаталар: уларҙың атаһы − ҡарт, Аллаһу Тәғәлә тарафынан ошондағы халыҡҡа ебәрелгән пәйғәмбәр, һәм кешеләр Аллаһтың уға ебәргән бәрәкәт-байлығына көнләшәләр.
Көтөүселәр ғәҙәттә үҙҙәренең малдарын һуғарғас, ҡоҙоҡто ҙур плита менән ябып китер булғандар. Был юлы ла шулай эшләйҙәр. Муса ҡыҙҙарға малдарын был яҡҡа ҡыуырға ҡуша. Ә үҙе көтөүселәр бергәләп көскә ҡуҙғатҡан плитаны, ҡош ҡауырһыны кеүек кенә, ситкә этәреп ҡуя. Ҡыҙҙар, һарыҡтарына туйғансы һыу эсереп, ҡайтып китәләр.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)