Тәкәбберлекте һындырыу

Тәкәбберлекте һындырыу

«Ғаләмдә үҙенең ҡом бөртөгө икәнлеген онотоп, тәкәббер кеше үҙен ер кендеге итеп хис итә башлай”, – тип яҙған X-XI быуаттарҙа йәшәгән ғәрәп шағиры Әбдел әл-Маарри. Бер замандашыбыҙ былай тигән: «Тәкәбберлек – аҡыл зәғифлегенең билдәһе. Кеше нимәһе менән ғорурлана ала? Ҡайҙан һәм нимәнән тыуғанын белеп, танауы сөйөләме?» Тәкәбберлек – кешенең иң хәүефле гонаһтарының береһе. Нәҡ һауалы булыу йыш ҡына бәлә-ҡазаларға, бәхетһеҙ яҙмышҡа, төрлө фажиғәләргә сәбәпсе була.

 

Башҡалар менән сағыштырған-да үҙен иң яҡшыһы тип һанаған кешене һауалы, йәғни эре тиҙәр. Ундай кешеләр әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Күренеп тороуы шәп, әлбиттә. Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған тигәнде аңлата. Ә инде үҙебеҙ ҙә был боҙоҡлоҡтоң ҡорбанына, нәфсебеҙҙең ҡолона әүерелһәк, үҙебеҙҙе иң яҡшыһы тип һанай башлаһаҡ, ни эшләргә һуң беҙгә? Моғайын, беҙҙең арала күптәр үҙенең тәкәбберлегенән ыҙа сигәлер. Шулай булһа, беҙгә кисекмәҫтән насар ғәҙәтебеҙҙән арынып, холҡобоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртә башларға кәрәк.

Был яман сифаттан нисек ҡотолорға һуң? Тәү нәүбәттә проблеманың барлығын танырға һәм ҡабул итергә кәрәк. Тирә-яғыңа танау сөйөп кенә ҡарауыңды, аҙаҡ инде был мөнәсәбәтеңдең бик яман икәнлеген таныһаң, тимәк, һин ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланың, тигән һүҙ. Ышанһағыҙ ҙа, ышанмаһағыҙ ҙа, Аллаһ беҙҙе көн һайын был тиҫкәре яғыбыҙҙан араларға тырыша. Әммә беҙ ошо тәкәбберлекте күңелебеҙҙән алып ташларға ирек бирәбеҙме икән, сабыр итә беләбеҙме? Һындырыу һәр ваҡыт ауыр. Тәүбәгә килергә ашыҡмаған һауалыларға йыш ҡына икеләтә, өсләтә күберәк хаҡ ҡайтарырға тура килә: һаулығы ныҡ ҡаҡшай, мөлкәте зыян күрә, хыянат һәм башҡа бик ауыр һынауҙар иңенә төшә. Һәр осраҡта ла шундай һөҙөмтәгә юлыға кеше, тип әйтеп булмай, әлбиттә, әммә бындай хәл булғылай.

Үҙенә генә әһәмиәт биреп, тик үҙен генә һөйөү әсирлегендә булыуҙы үҙеңде хөрмәт итеү менән бутарға кәрәкмәй.Үҙеңә ҡарата ихтирамһыҙ булыу ҙа дөрөҫ түгел. Миҫал өсөн мир алдында тәнҡитләп торғанды өнәмәгән кешене алайыҡ. Тәкәббер кеше йәмәғәт алдында әрләнеп, тәнҡит һүҙҙәре ишетһә, нимә эшләй? Һис шикһеҙ, үҙен кәмһетелгән итеп тоя, ҡурҡышынан, оятынан ер тишегенә инеп ҡасырҙай була. Нимә тип яуап бирә ул битәрләүсегә? Моғайын, үҙенең исемен аҡлар өсөн йәнтәслим көрәшеп, рәнйеткән кешене юҡҡа сығарырға тырышыр. Әммә ыңғай һөҙөмтәгә ирешеүе икеле. Эре әҙәмдең тәкәбберлеге артыр, ә үҙ баһаһы киреһенсә кәмегәндән-кәмейәсәк кенә. Ысынында иһә ҡуҡыр, йәғни һауалыларҙың үҙ баһаһы бик түбән була, улар үҙҙәрен ысынлап та яратмай.

Был осраҡта ни эшләргә һуң беҙгә? Бәлки, туранан-тура ҡурҡыуыбыҙға иғтибар итмәй, үҙебеҙҙе кешеләр алдында тәнҡитләргә, рисуай итергә ирек бирергәлер? Бүтәндәр алдында көсһөҙ, бахыр, аҡылһыҙ булып күренеүҙән тартынмайса, беҙҙең турала ни теләй, шуны уйларға форсат бирергәлер. Тыныс булып ҡалыу – иң шәп ысул! Беҙгә ябырылған кешегә ошолай яуап ҡайтарырға мөмкин: «Эйе, бәлки, һеҙ минең хаҡта хаҡлылыр, әммә һәр кемдең үҙгәрергә һәм үҫергә мөмкинлеге бар, шулай бит?» Бындай яуаптың һөҙөмтәһе ыңғай буласаҡ. Иң мөһиме, үҙебеҙҙе, ниһайәт, ҡабул итеп, ғәфү итеп, яратыу кәрәклеген аңларбыҙ. Ул саҡта башҡаларға ла бер тамсы кәмһетмәйсә, хөрмәт менән бағып, ябай һәм ихлас итеп аралашырға өйрәнербеҙ.

Күҙәтеүҙәрҙән сығып, тағы шуны әйткем килә. Артыҡ ныҡыш һәм ҡәтғи булып, нимәгәлер ҡаршылыҡ күрһәтеп, хаҡлы булыуыбыҙҙы даими иҫбатлап, үҙебеҙҙең һәләткә, оҫталығыбыҙға, һылыу һәм шәп булыуыбыҙға һоҡланып, самаһыҙ ҡыйыу булып китәбеҙ түгелме? Күңелебеҙ нимәгәлер йәки кемгәлер бәйле булып, йөрәгебеҙҙе шуны юғалтыуҙан ҡурҡыу тойғоһо биләһә, бындай бәйлелектең һөҙөмтәһе насар. Һәр саҡ шулай. Был нәфсебеҙҙең, тәкәбберлегебеҙҙең ҡолона әйләнә башлауыбыҙға ишара. Һис шикһеҙ ошо тойғонан ваз кисеп, үҙебеҙҙе тәрбиәләй башларға кәрәктер.

 

Самия Ғүмәрова

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...