Йома көндәрендә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү

Йома көндәрендә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү

Йома көндәрендә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү

Эй мөьминдәр һәм мөьминәләр! Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә ﷺ һәр көндә, һәр ваҡытта, һәр миҙгелдә, һәр сәғәттә күп итеп салауат әйтегеҙ! Аллаһу Тәғәлә һеҙҙе, һис шикһеҙ, дәһшәт һәм афәттәрҙән, ғазаптан һәм язанан азат итер, ер һәм күктәр урындары менән алмашып ауышҡас, юғары йәннәттәргә керетер.

 

Әш-Шиблиҙән (Аллаһ унан риза булһын) хикәйә ителгәнсә, ул: “Күршеләремдән бер ир үлгәс, мин уны төшөмдә күрҙем һәм хәле хаҡында һораштым.

Ул миңә: "Эй Шибли! Минең башымдан оло ҡурҡыуҙар уҙҙы! Миңә һорау бирелде лә минең телем унан тетрәнеп бәйләнде. Минең яныма ике фәрештә килде лә береһе мине ғазапларға ынтылды. Шул ваҡыт эргәмдә бик матур бер зат пәйҙә булды. Минең улай матур йөҙлө затты бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Ул фәрештә менән минең араға кереп баҫты.

Мин унан: "Һин кем?" – тип һораным.

Миңә үҙенең дәлилен бәйән иткәндән һуң ул: "Мин – фәрештә. Аллаһ мине Мөхәммәдкә ﷺ салауат әйтеү сауабынан яралтты, ә һин иһә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауатты күп әйтә инең. Шунлыктан Аллаһ рөхсәте менән мин һине һәммә ҡайғыларҙан һәм тамуҡ уттары ғазабынан азат итермен, мин һине йәннәткә керетмәйенсә ҡалдырмам һәм һинән айырылмам", – тип әйтте", – тигән.

Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеүҙән йөҙ бормағыҙ, беҙ шул сәбәптән йәһәннәм эҫелегенән ҡотолдок, ә ул урын – ни яман ерҙер!

Аллаһу Тәбәрәкә үә Тәғәлә Мусаға: "Эй Муса! Әгәр телең – һүҙемә, ҡарашың нуры – күҙемә, ишетеүем – ҡолағыңа яҡыныраҡ булыуын теләһәң, дуҫым Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауатты күп итеп әйт!" – ти.

 

 

Илшат Хафизиҙың “Салауат–шәрифтәр” китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...