Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өсөн ҡасан доға ҡылырға кәрәк?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өсөн ҡасан доға ҡылырға кәрәк?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өсөн ҡасан доға ҡылырға кәрәк?

1) Әттәхиәтте уҡығас, Пәй-ғәмбәребеҙҙән ﷺ түбәндәге хәҙис килә: «Әгәр унда ҡыра′ат, әттәхиәт, салауат уҡылмаһа, ул намаҙ булып иҫәпләнмәй». Әлеге хәҙисте Ибне Ғүмәр еткерә. Аллаһ Илсеһе ﷺ шулай уҡ әйткән: «Һеҙҙең берәүегеҙ доға ҡылһа, башта Аллаһты маҡтаһын, унан салауат әйтһен, һуңынан нимә теләй, шуны һораһын».

2) Йыназа намаҙында икенсе тәкбирҙән һуң.

3) Йома һәм байрам хөтбәләре ваҡытында.Ғәли минбәргә менгәс, Аллаһты маҡтаны, Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтте һәм: «Пәйғәмбәрҙән һуң өммәттә иң яҡшы кеше Әбү Бәкер, ә унан Ғүмәр», – тине.

4) Аҙандан һуң. Аллаһ Илсеһе әйтә: «Мәзиндең аҙан әйткәнен ишеткәс, һүҙҙәрен ҡабатлап барығыҙ, унан һуң минең өсөн доға ҡылығыҙ, кем минең өсөн бер мәртәбә доға ҡыла, Аллаһ уға 10 тапҡыр күберәк ҡайтара, унан һуң Аллаһтан минең өсөн Вәсиләне (бөйөк урын) һорағыҙ, сөнки унда бер генә кеше керә ала, кем минең өсөн шуны һорай, ҡиәмәт көндө мин уға шәфәғәтсе булырмын».

5) Доға ҡылғанда. Бында өс дәрәжә бар: Аллаһты иҫкә алғандан һуң, ихтыяждарығыҙҙы һорағанға тиклем салауат әйтергә; Пәйғәмбәр ﷺ өсөн доғаның башында, уртаһында, аҙағында салауат әйтергә кәрәк. Ғәли: «Пәйғәмбәргә салауат әйтмәйенсә ҡылынған доға менән Аллаһ араһында кәртә буласаҡ, салауат әйткәс, кәртә юҡҡа сыға, доғаһы ла ҡабул булыр. Тәһәрәт намаҙҙың асҡысы булған кеүек, салауат доғаның асҡысы булып тора».

Аллаһ Илсеһе әйтә: «Доғаның башында ла, ахырында ла миңә салауат әйтегеҙ» (Бәйһаҡи).

6) Мәсеткә ингәндә һәм унан сыҡҡанда. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйтә: «Кем мәсеткә инә, шул Пәйғәмбәрҙе сәләмләр һәм әйтер: «Аллааһуммә фтәхлии әбүәәбә рахмәтик», сыҡҡанда ла сәләмләһен һәм ошолай тип әйтһен: «Аллааһүммә әджирни минәш-шәйтанир-раджиим».

7) Сафа һәм Мәрүә тауҙарында. Ғүмәр ибнүл-Хаттаб былай тине: «Кем хаж ҡылырға теләй, шул ете мәртәбә таүәф ҡылһын, унан һуң Ибраһим мәҡәме эргәһендә 2 рәҡәғат намаҙ уҡыһын, унан һуң ҡара ташты сәләмләһен, 7 тәкбир әйтһен, һәр береһенән һуң Аллаһты маҡтаһын, унан һуң салауат әйтһен, һуңынан үҙе өсөн доға ҡылһын, Мәрүә тауында ла шуны уҡ эшләһен».

8) Мәжлестәр һәм осрашыуҙар ваҡытында. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйтә: «Әгәр мәжлестә Аллаһ иҫкә алынмаһа, салауат әйтелмәһә, уларға был мәкрүһ була, Аллаһ теләһә, ярлыҡай, теләһә язалай».

9) Пәйғәмбәрҙе иҫкә алғанда. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ әйтә: «Әгәр мине иҫкә алһағыҙ, салауат әйтегеҙ, кем бер тапҡыр салауат әйтә − Аллаһ уға 10 тапҡыр бәрәкәт бирә». Икенсе хәҙистә былай ти: «Кем миңә салауат әйтмәй, шул һаран».

10) Көндөҙ һәм кисен. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйтә: «Кем яҡтыла һәм ҡараңғыла миңә 10 салауат әйтә, Ҡиәмәт көндө мин уға шәфәғәт итермен».

11) Аллаһ Илсеһенең ﷺ ҡәберенә барғас. Ғабдулла ибне Динар Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡәбере янында Ғабдулла ибне Ғүмәрҙең салауат әйткәнен күрә:

«Аллаһ ҡоло миңә салауат әйткәндә, минең тәнемә йәнемде ҡайтаралар һәм мин уға яуап ҡайтарам». (Бохари, Мөслим, Әбү Дауыд).

12) Баҙарға йәки динде аңлатырға барғанда, күп кеше йыйылған ерҙә, Аллаһты маҡтағандан һуң, Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтәһең.

13) Байрам намаҙҙарында. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында һәм йома көнө Аллаһ Илсеһе лә ﷺ иҫкә алынырға тейеш.

14) Йома көнө көндөҙҙәрен һәм кистәрен. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Йома көнө көндөҙҙәрен һәм кистәрен миңә күберәк салауаттар әйтегеҙ, кем бер салауат әйтә, шуға Аллаһ 10 бәрәкәт бирә».

«Кем генә булмаһын, йома миңә 100 тапҡыр салауат әйтһә, Ҡиәмәттә нурлы булып ҡубарылыр. Ул нурҙы барыһына таратып бирһә лә етер ине». (Әбү Нуайм).

15) Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып сыҡҡас. Мәлик ибне Әнәс Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып сыҡҡас, бөтә ғаиләһен саҡырған. Был мәжлестәрҙә Аллаһ Илсеһен дә ﷺ телгә алырға кәрәк.

16) Уҡығанда. Ғәббәс әл-Әнбәри әйтә: «Хәҙис ишеткән һайын, салауат әйтә инек».

17) Ауырлыҡ килгәндә. Бер кешегә ауырлыҡ килгәс, бөтә доғаһын Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтеүгә бағышлай, һуңынан уның ҡыйынлыҡтары ла бөтә, гонаһтары ла ярлыҡана.

Бер сәхәбә Пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһис-сәләм): «Мин һиңә һәр ваҡыт салауат әйтәсәкмен”, – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: “Улайһа, Аллаһ һинең бөтөн донъя-әхирәтеңдәге ҡайғыла-рыңды алыр.” (Әхмәд).

«Кем йома 100 тапҡыр салауат әйтә, Аллаһ уның 100 ҡайғы-хәсрәтен юҡ итер. 70-ен донъяла, 30-ы әхирәттә булыр». (Ибне Нәджәр).

18) Төрлө ерҙә салауат әйтеү. Был Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ булған мөхәббәтте арттыра, ләкин ул телдә генә ҡалырға тейеш түгел, ә мосолман бәндәһенең тормошонда ла сағылырға тейеш. Аллаһҡа маҡтау, ә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат-шәрифтәребеҙ хас.

Әбү Бәкер радыйаллаһү ғәнһә әйткән: “Салауат әйтеү, утты һыу һүндергән һымаҡ, гонаһтарҙы бөтөрә. Салауат әйтеү, ҡол азат итеүгә ҡарағанда ла, йыһат һуғышында һуғышыуға ҡарағанда ла сауаплыраҡ”.

 

Илшат Хафизиҙың «Салауат-Шәрифтәр» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...