Әҙәптәр

Әҙәптәр

Имам әҙәптәре

  • Намаҙҙың фарыз һәм сөннәттәрен яҡшы белгән кеше генә имам була ала
  • Намаҙҙы боҙа торған шарттарҙы белергә тейеш
  • Теләмәгән кеше имам булмаҫҡа тейеш
  • Үҙеңдең артыңа ғилем эйәһен ҡуйыу лазым
  • Намаҙ башлар алдынан ипле генә итеп ҡул ишараһы менән сафтарҙы төҙәтеүҙе һорау
  • Оҙон сүрәләр уҡымау, сөнки был кешеләрҙе ялҡытыуы ихтимал
  • Тәсбих уҡыуҙы һуҙмау
  • Әммә дәрәжәһен кәметерлек итеп намаҙҙы ҡыҫҡартмау
  • Мәсеттә булған зәғиф кешеләрҙе иғтибарға алып намаҙ ҡылыу (йәғни, шундай ваҡыттарҙа намаҙҙы еңел рәүешендә башҡарыу)
  • Намаҙҙы тәғдил-әркән1 (рухи тыныслыҡ) хәлендә һәйбәтләп ҡылһындар өсөн, рөҡуғта һәм сәждәлә тәсбихтәрҙе яйлап уҡыу
  • “Фәтиха” сүрәһен уҡыр алдынан һәм аҙағынан һәм дә өҫтәмә сүрә уҡығанда − бер аҙ тынып тороу
  • Намаҙҙа ҡатнашырға ашыҡҡан кешене күргәндә, әгәр кешеләргә ауырлыҡ килтермәһә, рөкуғ хәлендә саҡ ҡына көтөү
  • Намаҙҙың ваҡытын үткәрермен тигән ҡурҡыу булмаһа, күршеләр намаҙға килеп өлгөргәнсе бер аҙ көтөү
  • Беренсе һәм икенсе “сәләм” араһында, уларҙы айырыр өсөн, пауза тотоу.
  • Намаҙҙан һуң Аллаһ биргән ниғмәттәр тураһында фекерләү һәм шөкөр ҡылыу
  • Ниндәй халәттә булһаң да, Аллаһты иҫкә алыу

 

Намаҙ әҙәптәре

  • Үҙ-үҙеңде тыйнаҡ тотоу
  • Аллаһ ҡаршыһында хозур хәлдә тороу
  • Аллаһ ҡаршыһында зәғиф һәм көсһөҙ булыуыңды күрһәтеү
  • Намаҙға бөтә күңел менән бирелеү
  • Шиктәрҙе ҡыуыу
  • Намаҙҙа ян-яҡҡа борғоланмау, ҡулдарҙы болғамау
  • Башты алға эйеү, уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә һалыу
  • Ҡөрьән уҡығанда фекерләү
  • Тәкбирҙе2 ихтирам менән әйтеү
  • Рөҡуғ һәм сәждәне Аллаһҡа итәғәт тойғоһо менән ҡылыу
  • Тәсбихте Аллаһты ҙурлап әйтеү
  • Аллаһты күргән кеүек тәшәһһүдте3 уҡыу
  • Сәләмде нескәлек менән биреү
  • Аллаһ намаҙымдан риза булманы, тигән ҡурҡыу менән мәсеттән сығыу
  • Аллаһтың ризалығына ирешәм, тип намаҙға ашығыу

 

Ҡөрьән уҡыу әҙәптәре

  • Һәр ваҡыт етди һәм оялсан булыу
  • Буш һөйләшеүҙән һәм яман һүҙҙәрҙән тыйылыу
  • Тыйнаҡлыҡ һәм күҙ йәштәре менән уҡыу

 

Доға ҡылыу әҙәбе.

  • Йөрәктә ҡурҡыу булыу лазым
  • Иғтибарҙы туплау
  • Көсһөҙлөгөң һәм мохтажлығыңдың тышҡы ҡиәфәтеңдә сағылыуы
  • Фекерләү
  • Тыйнаҡ булыу
  • Ысынлап ихтыяж булғанды ғына һорау
  • Үҙ баһаңды һәм зәғиф булыуыңды белеү
  • Доғаң менән мөрәжәғәт иткәндең Бөйөклөгөн таныу
  • Яҡшы нәмәне һорағанда устарҙы асыу
  • Аллаһтың доғаңды ҡабул итеүенә тулы ышанысың булыуы
  • Раббым доғамды ҡабул итмәҫ, тип ҡурҡыу
  • Бәлә-ҡазаларҙың үтеп китеүенә өмөт бағлау
  • Дошманлыҡ хистәре бағламау
  • Дөрөҫ ниәтле булыу
  • Доға ҡылғандан һуң, битте ҡулдар менән һыпырыу

 

 

 

____________________________________________________

1 Тәғдил-әркан – рухи тыныслыҡ хәлендә намаҙ ҡылыу. Шуның менән бергә һәр хәрәкәт яйлап һәм асыҡ итеп ҡылына.

2 Тәкбир – “Аллаһү әкбәр” (Аллаһ бөйөк) тигән һүҙҙәрҙе әйтеү.

3 Тәшәһһүд – ултырған ваҡыта уҡыла торған доға.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....