Йөрәк гонаһтары

Йөрәк гонаһтары

Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу – наҙанлыҡ билдәһе. Киреһенсә, кемгә генә иғтибар итһәң дә, ул кеше минән күпкә яҡшыраҡ һәм өҫтөн, тип уйларға кәрәк.

 

Баланы күргәс, һин үҙеңә: «Ул гонаһһыҙ, ә минең гонаһтарым бик күп. Һис шикһеҙ ул минән яҡшыраҡ», – тип әйтергә кәрәк.

Үҙеңдән оло кешене күрһәң, үҙеңә: «Ул минән алда Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла башлаған. Бер һүҙһеҙ, ул минән күпкә яҡшы», – тип әйт.

Әгәр ғалимды күрһәң: «Уға Аллаһ миңә бирелмәгәнде биргән. Ул мин етмәгән бейеклеккә еткән һәм мин белмәгәнде белә. Мин уның менән нисек тиңәшә алам?» – тип үҙеңде иҫкәрт.

Әгәр наҙан кешене күрһәң: «Ул наҙанлығы арҡаһында гонаһ ҡыла. Мин аңлы рәүештә, белә тороп, гонаһ ҡылдым. Аллаһ миңә нигеҙле дәлилдәр килтерәсәк. Ә ул кешенең аҙағы миңә билдәһеҙ», – тип әйт.

Икенсе дин кешеһен күрһәң, үҙеңә: «Белмәйем, бәлки, ул хәҡиҡәтте аңлап, яҡшы ғәмәлдәр ҡылып, ғүмерен тамамлар. Шунан мосолман булып, гонаһтарынан ҡотолоп, йәне майҙай шыуып сығыр. Үҙемә килгәндә, дөрөҫ юлдан яҙып, динемде үҙгәртеп, ғүмеремде насар тамамлауым хәүефлеге бар. Ул иртәгә Аллаһтың яратҡан ҡоло була ала, ә мин зыян күреүселәр араһында булыуым мөмкин», – тип әйт.

Аллаһ һинең эштәреңдең бөйөклөгөн таныймы, юҡмы – быны һин тик ғүмерең тамамланғас ҡына белә алаһың. Был ҡараңғы билдәһеҙлек. Насар үлемдән ҡурҡыу һәм борсолоу ғына һине Аллаһ ҡолдары алдында һауалыҡтан тотоп торор. Бөгөн һинең иманың көслө икән, иртәгә лә барыһы ла шул уҡ килеш ҡалыр, тип уйлама, сөнки Аллаһ йөрәктәрҙе үҙгәртә. Ул, кемде теләй, шуны хаҡ юлға баҫтыра ала һәм, кемде теләй, уны дөрөҫ юлдан да яҙҙыра ала һәм, кемде теләй, шуны яҙмыш сатында үҙен генә ҡалдырыуы мөмкин.

Көнсөллөк, тәкәбберлек һәм үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булыу тураһында күп хәҙистәр билдәле. Был тема буйынса бер хәҙисте килтереү, бөтөн һорауҙарға яуап булыр.

Ғабдуллаһ ибне әл-Мөбәрәк һөйләүенсә:

«Берәү Мүғәҙ ибне Джәбәлгә :

– Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ауыҙынан ишеткән хәҙисте һөйлә әле, – тип мөрәжәғәт итә.

Мүғәҙ  башта быны ишеткәс, оҙаҡ итеп үкһеп илай, хатта һораған кеше, был туҡтай алмаҫ ахыры, тип уйлап ҡуя. Шунан Мүғәҙ :

– Их, Аллаһ Рәсүлен ﷺ ныҡ һағындым. Уның менән күрешергә ине, – тип ҡысҡырып ебәрә.

Артабан дауам итеп ул: “Миңә Пәйғәмберебеҙ ﷺ әйтте:

– Мүғәз, мин һиңә бер нәмә әйтәм, әгәр һин уны иҫеңдә ҡалдырһаң, Аллаһ алдында ул һиңә файҙа килтерер. Әгәр онотһаң, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ алдында һиңә бер ниндәй ҙә кисерерлек сәбәп булмаясаҡ.

Мүғәз! Аллаһ күк менән ерҙе барлыҡҡа килтерер алдынан, ете фәрештәне булдыра. Шунан уларҙы берешәрләп күк ҡапҡалары алдына ҡуйып сыға. Йән һаҡлаусы фәрештәләр (ангел хранитель) кешеләрҙең иртәнән алып кискә тикле ҡылынған ғәмәлдәрен күккә күтәрә. Ул ғәмәлдәр ҡояш нурҙары кеүек балҡый. Башта беренсе күккә фәрештә барып етһә, ул был әҙәмдең яҡшы ғәмәлдәре бик күп һәм саф тип әйтер. Әммә беренсе ҡаттың фәрештәһе:

– Был ғәмәлде уның йөҙөнә ташлағыҙ! Мин ғәйбәт артынан ҡараусы

фәрештә. Раббыбыҙ, миңә артабан уның ғәмәлдәрен үткәрергә ҡушманы: «Кеше артынан һөйләгәндәрҙең ғәмәлдәрен ҡабул итмә»,  – тине.

Шунан фәрештәләр икенсе кешенең ғәмәлдәрен мендерәләр. Уның ғәмәлдәре нурланып балҡып тора. Икенсе күккә еткәс, ул ғәмәлдәрҙең паклығы тураһында һүҙ сыҡҡас, икенсе ҡаттың фәрештәһе:

– Туҡтағыҙ, был кешенең ғәмәлдәрен йөҙөнә ташлағыҙ! Ул үҙенең

ҡылыҡтары менән донъя рәхәтлектәренә ирешергә теләгән. Мин үҙ-үҙеңде маҡтаусылар артынан ҡараусы фәрештә. Раббыбыҙ, миңә артабан уның ғәмәлдәрен үткәрергә ҡушманы. Был кеше йәмәғәт алдында гел маҡтанып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйған, – тиер.

Артабан фәрештәләр башҡа кешенең ғәмәлдәрен күккә еткерәләр. Ул саҙаҡа биргән, намаҙ үтәгән, ураҙа тотҡан. Уның ғәмәлдәре шул тиклем нурлы, хатта фәрештәләрҙең башы әйләнгән. Был әҙәмдең ғәмәлдәре өсөнсө ҡатҡа барып еткәс, фәрештә:

– Туҡтағыҙ, был кешенең ғәмәлдәрен йөҙөнә бәрегеҙ! Мин тәкәбберлек артынан ҡараусы фәрештә. Раббыбыҙ, миңә эре кешеләрҙең ғәмәлдәрен үткәрергә ҡушманы. Был кеше халыҡ йыйындарында үҙен гел һауалы тотто, – тип әйтер.

Һуңынан, фәрештәләр киләһе кешенең ғәмәлдәрен күккә мендерәләр. Уның ғәмәлдәре йондоҙ һымаҡ балҡый. Хатта уның уҡыған тәсбихтәренән, намаҙҙарынан, тотҡан ураҙаларынан, ҡылған хажынан һәм ғөмрәһенән тауыштар сығып тора. Фәрештәләр дүртенсе ҡатҡа тиклем етерҙәр.

Һаҡсы фәрештә:

– Туҡтағыҙ, был кешенең ғәмәлдәрен уның йөҙөнә һәм эсенә ташлағыҙ! Мин үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтлек өсөн яуаплы фәрештә. Раббыбыҙ, миңә уның ғәмәлдәрен үткәрергә ҡушманы. Ул берәй яҡшы ғәмәл эшләгәс, үҙенән ҡәнәғәт була торған ине, – тип бойорор.

Фәрештәләр бишенсе күккә киләһе әҙәмдең ғәмәлдәрен еткерерҙәр. Уның ҡылған эштәре йәш кәләш кеүек балҡып торор.

Шунда һаҡсы фәрештә:

– Туҡтағыҙ, был кешенең ғәмәлдәрен йөҙөнә ырғытығыҙ һәм яурындарына элеп ҡуйығыҙ! Мин көнсөллөк өсөн яуаплы фәрештә. Ул уның ғәмәлдәренә оҡшатып эшләгән башҡа кешеләргә гел көнләшә торған ине. Ул үҙенән күберәк ғибәҙәт ҡылғандарға көнләшеп, улар тураһында насар һүҙ йөрөттө. Раббыбыҙ, миңә уның ғәмәлдәрен үткәрергә ҡушманы – тип әйтә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

 

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...