Муса
Фирғәүен һәм уның халҡының иманға килмәүе
Муса, Фирғәүендең вәғәҙәһенән һуң, уның иманға килеренә йәнә өмөтләнеп, Аллаһу Тәғәләнән копттарҙы бәләнән ҡотҡарыуын һорай. Шунда уҡ һалҡын ел сыға, һәм ҡара сиңерткәләр юҡ була. Ләкин Фирғәүен, бәлә китеү менән, үҙенең вәғәҙәһен онота һәм Аллаһҡа иман килтермәй. Саранча египетлыларға ҙур зыян килтерә, ә Аллаһҡа иман килтергәндәрҙең баҫыуына бөтөнләй яҡын килмәй. Ошо мөғжизәне күрә тороп та, юлдан яҙған халыҡ аҡылға килмәй.
Шунан һуң Аллаһ уларға бөтә нәмәне лә: кейемде лә, көнкүреш әйберҙәрҙе лә, хатта кешеләрҙе лә ашай торған бет ебәрә, кешеләрҙең йәшәрлек әмәле ҡалмай, Фирғәүенгә киләләр, уныһы йәнә Мусаға инәлә, элекке кеүек уның менән килешеү төҙөй. Ләкин, элеккесә, бәләнән ҡотолғас та, килешеүҙе онота, иҫенә лә төшөрмәй.
Ахыр сиктә, Аллаһ уларға шул тиклем ерәнгес, сыҙап торғоһоҙ һаҫыҡ еҫле баҡалар ебәрә. Улар кешеләрҙең аштарына, ҡаҙанға, табаҡҡа төшә, кейем-һалым, яҫтыҡ-юрғандар эсенә инеп китәләр. Копттар, ярҙам һорап, тағы Фирғәүенгә килә, оятын бөтөнләй юйған Фирғәүен иһә Мусаға мөрәжәғәт итә. Бөтә теләгәне − Фирғәүендең иманға килеүе булғанлыҡтан, Муса яңынан Аллаһтан копттар өсөн ярҙам һорай һәм был юлы ла уларҙы ҡотҡара. Аллаһ әмере буйынса, көслө ямғырҙар башлана, ямғыр ташҡыны баҡаларҙы диңгеҙгә ағыҙып алып китә. Ләкин Фирғәүен һүҙендә торорға уйламай ҙа, киреһенсә, Мусаға ҡаршылыҡ күрһәтеүен көсәйтә генә.
Шунан Аллаһ пәйғәмбәргә вәхи ебәрә: Нил һыуына таяғы менән һуғырға ҡуша. Пәйғәмбәр шулай эшләүе була, йылға ҡып-ҡыҙыл ҡанға әйләнә. Копттар ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡала. Ә инде Исраил кешеләренән кем дә булһа эсер өсөн һыу ала башлаһа, ҡан шунда уҡ тап-таҙа һыуға әйләнә. Әгәр инде шул уҡ урындан Фирғәүен кешеһе һыу ала башлаһа, ул яңынан ҡанға әүерелә. Шулай итеп, египетлылар һыуһыҙ ҡала һәм үлә башлайҙар. Фирғәүен, әгәр Муса был бәләнән дә ҡотҡарһа, ул үҙе һәм бөтә халҡы Аллаһҡа иман килтерәсәк, тип ант итә. Муса, уға ышанып, Аллаһҡа мөрәжәғәт итә һәм тегеләрҙе бәләнән ҡотҡара. Ҡанлы Нил йылғаһы яңынан таҙа һыуға әйләнә, Фирғәүен иһә, һәр ваҡыттағыса, антын боҙа − Мусаға иман килтермәй.
Египетлыларҙы хыянатсыл-лыҡтан һис ни менән дә туҡтатып булмауын күргән пәйғәмбәр, уларҙың ҡасан да булһа, Аллаһҡа инанасаҡтарына тамам өмөтөн өҙә. Был халыҡ бик бай булғанлыҡтан, Муса Аллаһтан уларға яза биреүҙе һорай, Һарун «амин» ти. Ғаләмдәр Раббыһы доғаны ҡабул итә, копттар ҡаза күрә, байлыҡтарынан яҙа, араларында ташҡа әйләнгәндәре лә була. Күп тапҡырҙар Мусаның мөғжизәләрен күрһәләр ҙә, быларҙың береһе лә юлдан яҙған халыҡты иманға килтермәй.
Фирғәүендең хеҙмәтсе ҡатынды (мәшитәтте1) һәм Асиятты үлтереүе
Риүәйәттәрҙең береһендә әйтелеүенсә, Фирғәүендең ҡаҙнаһын һаҡлаусы Харкил исемле кеше Аллаһҡа иман килтергән була, әммә быны берәүгә лә белгертмәй. Сихырсылар Мусаның динен ҡабул иткән көндө, уларҙы язалай башлағас, Харкил үҙенең кем икәнлеген аса. Ул бөтә халыҡ алдында Фирғәүенгә хеҙмәт итеүҙән баш тарта, үҙенең Аллаһҡа тоғролоғон һәм Муса артынан эйәреүсе икәнлеген әйтә. Яуыз Фирғәүен уны сихырсылар менән бергә язалап үлтерә.
Харкил Фирғәүендең ышаныслы ярандарының береһе иҫәпләнгәнлектән, уның ҡатыны ла батша йортонда хеҙмәт итә. Уның төп вазифаһы, батша ҡыҙы алтын тәхеттә ултырған саҡта, уның сәсен тарауҙан ғибәрәт була. Бер ваҡыт, Фирғәүен ҡыҙының сәсен тарағанда, мәшитәт ҡулындағы тарағын төшөрөп ебәрә һәм: «Аллаһу Тәғәләгә иман килтермәгәндәр бәләгә тарыһын» (икенсе сығанаҡтар буйынса, ул “бисмилләһ” һүҙен әйтә), − тигән һүҙҙәр менән тараҡты эйелеп ала. Ҡыҙыҡай: «Аллаһ − минең атайым түгелме ни?», − тип һорай. Сәс тараусы: «Һинең атайыңдың да, минең дә Аллаһыбыҙ берәү», − ти.
Хеҙмәтсе ҡатындың һүҙҙәре батша ҡыҙына оҡшамай, ул шунда уҡ был хаҡта атаһына хәбәр итә. Быны ишетеп, асыуы ҡабарған Фирғәүен кисекмәҫтән ҡатынды килтерергә ҡуша. Әмер шунда уҡ үтәлә. Аталары Фирғәүен ҡулынан һәләк булып, йәтим ҡалған балалары менән бергә хеҙмәтсе ҡатынды яуыз батша алдына килтерәләр. «Кем һинең Хужаң?» − ти Фирғәүен асыулы тауыш менән. «Һинең менән мине бар иткән берҙән-бер Раббыбыҙ − Аллаһу Тәғәлә», − тип яуап бирә ҡатын.
Миһырбанһыҙ яуыз батша иманлы ҡатынды йыртҡыстарса язалай: аяҡ-ҡулдарын ергә ҡаҙаҡлап ҡуя ла, әгәр уға иман килтермәһә, балаларын уның күкрәгенә һалып һуясағын әйтә. Әммә ҡатындың йөрәгенә Аллаһу Тәғәлә ныҡлыҡ бирә: уны бер нимә лә ҡурҡытмай. Фирғәүен балаларҙы, әсәләренең күкрәгенә һалып, бер-бер артлы һуйып сыға, иң аҙаҡтан − имсәк балаһын.
«Ғараис»та, балаларҙы әсәлә-ренең күҙ алдында утлы мейестә яндыралар, тип әйтелә. Имсәк бала, утҡа ташлар алдынан асыҡ һәм матур итеп: «Әсәй, түҙ, һин хаҡ юлда», − тип әйтә.
Уларҙың бөтәһен дә Фирғәүендең әмере менән уға иман килтермәгәндәр өсөн махсус һалынған мейестә яндыралар. Риүәйәттәрҙәге айырма − балаларға ҡарата ғына, ә ҡатынды яндырыу буйынса фекер айырымлығы юҡ. Нисек кенә булмаһын, күҙ алдында балаларының үлемен күреп, ҡот осҡос ҡайғы кисереүсе әсә ауыҙынан «әлхәмдүлилләһ» (Аллаһҡа маҡтау) тигәндән башҡа бер һүҙ ҙә сыҡмай.
Ул йән биргәс, күктәге фәрештәләр мәшитәттең килеүе менән бер-береһен ҡотлай һәм уның йәне артынан ергә төшәләр. Асият уларҙың, ҡатындың йәнен күтәреп, күккә осҡандарын үҙ күҙҙәре менән күрә. Был Асияттың иманын тағы ла нығыта. Мәшитәттең үлеме уны һоҡландыра һәм ул Аллаһтан үҙенә лә Ожмахтан урын биреүен һорай.
Ошонан һуң Асияттан Ожмах еҫтәре аңҡый башлай. Уның сыҙамлығы ҡалмай һәм бер мәл Фирғәүенде әрләй башлай: «Эй һин, ләғнәт төшкән бәндә, ҡасанға тиклем мин һинең Аллаһты инҡар итеүеңә түҙергә тейешмен? Шуны бел, һин Уға ышанмайынса, Уның ниғмәттәре менән оҙаҡ файҙалана алмаясаҡһың!» − ти.
Фирғәүен, Асияттан ошондай һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡаушап ҡала һәм, паникаға бирелеп, Муса арҡаһында ҡатынының нисек итеп аҡылдан яҙғанын күрһендәр өсөн, үҙенең яҡындарын, ышаныслы вәзирҙәрен саҡырып ала. Сихырланған ҡыҙына ҡараһын, тип, Асияттың әсәһен дә саҡырта. Әсә кеше ҡыҙынан Фирғәүенгә буйһоноуын бик ныҡ үтенә, әммә Асият уны ишетергә лә теләмәй. Ул, минең Раббым − бөтә ғаләмде бар ҡылыусы Аллаһ, ә Муса Уның Илсеһе, тип шәһәҙәт әйтә. Вәзирҙәре менән кәңәшләшкәндән һуң, Фирғәүен ҡатынын үлтерергә була. Әгәр Асиятты үлтермәһәк, уның халыҡты тамам боҙоуы бар, тиҙәр улар. Мәшитәтте яндырған кеүек, уны ла яндыралар. Асияттың аяҡ-ҡулдарын ҡаҙаҡлағандар, тигән фараз да бар. Нисек кенә булмаһын, уларҙың ҡот осҡос ғазаптарға дусар ителеүен уйлағанда, күҙ йәшен тыйыуы ҡыйын.
Асиятты язалаған ваҡытта, Ябраил фәрештә уға башын күтәреп ҡарарға ҡуша, һәм Асият унда Ожмахта уның өсөн әҙерләнгән зиннәтле һарайҙарҙы күрә, һәм ул, үҙенең тән ғазаптарын онотоп, көлөп ебәрә. Ябраил уға Ожмахтан алып килгән татлы эсемлек эсерә һәм һөйөнөслө хәбәр әйтә: Йәннәттә ул Лиүәүл-Хәмд (маҡтау) байрағының эйәһе − Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ҡатыны буласаҡ!
Үлем ғазабы эсендә ятҡан Асияттың көлөүе Фирғәүенде таң ҡалдыра һәм ул, «аҡылдан яҙған» ҡатынына тағы ла ҡараһындар өсөн, яңынан бөтәһен дә саҡырып ала.
Кемгә Ожмах әһеле булырға яҙған, ул, тормошонда яңылыш юлда булһа ла, ғүмеренең аҙағында хаҡ юлға баҫа. Ғүмере буйы Фирғәүенгә хеҙмәт иткән сихырсыларҙың да һуңғы көнө ҡайһылай тамамлана − улар шәһит үлеме менән әхирәткә күсә! Ғазаплы, әммә Ожмах ҡапҡаларын асыусы гүзәл үлем! Асият та, мәшитәт тә бәхетле үлем кисерә. Аллаһу Тәғәлә һәр кемгә хаҡ юлды табырға, йөрәгенә Үҙенә ҡарата оло һөйөү һалырға һәм ғүмер аҙағын хәйерле тамамларға ярҙам итһен!
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
________________________________________
1 Мәшитәт −парикмахер вазифаһын башҡарыусы хеҙмәтсе ҡатын