Намаҙҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Намаҙҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Намаҙҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Бәндәгә дин юлында нығынып китергә, намаҙҙы ваҡытында үтәргә, Ҡөрьән уҡырға ҡамасаулыҡ иткән яуыз заттар тураһында беҙ нимә беләбеҙ?

Кем ул шайтан? Шайтан – Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтенән ҡыуылған, йыраҡ ителгән иблис. Әгәр элек шайтандың исеме Наил, Харис, Ғазазил булһа, Аллаһу Тәғәләгә ҡаршы баш күтәргәс, уның исеме Иблискә ауышты. Шайтандар, “Раудатүл-Әхйәр” китабында хәбәр ителгәнсә, ир,ҡатын енесенән булалар, тыуып торалар, әммә үлмәйҙәр. “Әр-ражим” – таш менән ҡыйнала торған, таш менән һуғып, бәрелә торған шайтанды таяҡ менән, мылтыҡ менән, ҡылыс менән ҡыуып булмай. Шулай бер көндө шайтан Әбү Сәғит әл-Хәрраз исемле әүлиәнең ( ҡуддисә сирруһ) төшөнә килеп керә. Ул шайтанды таяғы менән ҡыуа башлай. Әммә шайтан урынынан ҡуҙғалырға ла уйламай.

“Йә Әбү Сәғит! Мин таяҡтан һис ҡурҡмайым! Мин мәғрифәт ҡояшының нурҙарынан (йәғни ғилемдән) генә ҡурҡамын!” – тип яуап биргән мәлғүн Иблис. Пәйғәмбәребеҙҙең шайтан менән осрашып һөйләшеүе тураһында ибне Ғәббәс радыйаллаһу ғәнһү хәҙрәти Мүғәҙ ибне Жәбәл тарафынан риүәйәт ителгән хәҙис аша уҡып беләбеҙ. Унда ошондай юлдар бар: “Йә Мөхәммәд, намаҙға баҫырға теләүсене тотҡарлап торормон. Күңеленә вәсвәсә һалырмын: “Туҡта! Әле ваҡытың бар. Эшең бар, эшеңде бөтөр. Уҡырһың әле!” Инде ул бәндә мине еңә башлаһа, мин уның янына әҙәм балалары араһынан берәр шайтан ебәрермен. Барыбер уға зарар килтерермен.

Инде былай ҙа мине еңә башлаһа, намаҙ уҡый башлағас та янына барып: “Уңға ҡара! Һулға күҙ һал!” – тиермен. Ул ян-яҡҡа ҡарар. “Мәңге ярамаҫ эш эшләнең”, – тигәс, намаҙ уҡыусының тыныслығы юҡҡа сығыр. Һин, йә Мөхәммәд, беләһең: кем дә кем намаҙын боролоп, яняҡҡа ҡарап уҡый, Аллаһу Тәғәлә уның намаҙын ҡабул итмәҫ. Инде йәнә еңә алмаһам, намаҙын ашыҡбошоҡ уҡытырға тырышырмын. Намаҙын, нәҡ әтәс ерҙән әйбер йыйған шикелле, тиҙ-тиҙ уҡый башлар. Быныһын да булдыра алмаһам, йәмәғәт менән намаҙ уҡығанын көтөп торормон да, намаҙ уҡый башлағас, уның башына йүгән кейҙертеп ҡуйырмын. Башын имамдан алдараҡ сәждәрәҡәғәттән күтәрер, имамдан алдараҡ сәждә-рәҡәғәткә китер...

Аллаһу Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә уның башын ишәк башына әйләндерер. Быныһын да булдырмаһам, намаҙ ваҡытында килеп, танауына өрә башлармын, уның йоҡоһо килеп, иҫнәй башлар. Ауыҙы асылғас, эсенә бер кескенә шайтан керер ҙә эсендә төрлө боҙоҡ хистәр булдырыр. Кеше беҙгә буйһона башлар, беҙҙе тыңлар. ... Мин өммәтеңә ниндәй генә хәйләләр ҡормам! Меҫкендәр, мохтаждар, балаһыҙҙар янына барып: “Намаҙ һеҙгә кәрәк түгел. Ул –байҙар өсөн. Аллаһтың үҙҙәренә муллыҡ биргәненә ҡарата уларҙың бер ғәмәле генәлер”, – тип ҡотортормон. Ауырыуҙар янына барып: “Ташлағыҙ намаҙҙарығыҙҙы! Аллаһу Тәғәлә: “Ауырыуҙарға гонаһ булмаҫ!” – тигән “,– тип уларҙы алдармын. “Намаҙыңды һауыҡҡас уҡырһың әле!” – тиермен. Бәндә миңә буйһоноп, бөтөнләй намаҙын ташлап ҡуя. Хатта кафырға әйләнә. Ошо рәүешле үлеүселәргә Аллаһу Тәғәлә бик асыулы булыр...”

“Һәфтиәк шәриф тәфсире” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....