ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ

ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ

ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ

ИСХАҠ ПӘЙҒӘМБӘР

 

Һәжәр Ибраһимға Исмәғилде тапҡас, Сара бик бошона, сөнки уның балаһы булмай. Бер ваҡыт уға Ябраил Аллаһу Тәғәләнән шатлыҡлы хәбәр алып килә − уның да улы тыуасағы хаҡында әйтә. Был ваҡытта Сараға 85 йәш була. Ҡатын бик ҡыуана, ә инде уның нәҫелендә меңләгән пәйғәмбәр буласағы ла хәбәр ителгәс, шатлығының сиге булмай.

 

Исмәғил утыҙ йәшкә еткәндә, Сараның улы тыуа, уға Исхаҡ тип исем ҡушалар. Ысынлап та, уның быуынында мең пәйғәмбәр була. Исхаҡ үҫеп еткәс, уға пәйғәмбәрлек бирелә, һәм Аллаһу Тәғәлә тарафынан Шәмдәге бер ҡәбиләгә ебәрелә. Унда ул Тувәйл ҡыҙы Рабиҡәткә өйләнә. Рабиҡәт уға Ғайс һәм Яҡуп исемле ике игеҙәк малай табып бирә.

Әсә кеше игеҙәктәрҙең, уның ҡарынында ятҡанда уҡ, үҙ-ара һөйләшкәндәрен ишетә һәм был хаҡта иренә әйтә. Исхаҡ та тыңлай һәм Ғайстың Яҡупҡа янағанын ишетә: “Әгәр һин яҡтыға минән алда сыҡһаң, мин әсәйҙең ҡорһағын ярып сығам да, һине үлтерәм”. Ә Яҡуп: “Әсәйгә зыян итергә һәм туғаныңды үлтерергә ярамай, әйҙә, һин алдан сыҡ”, − тип яуап бирә. Яҡуп шулай әсә ҡарынында уҡ бәхәсте тыныс юл менән хәл итә. Ғайс Яҡуптан алдараҡ тыуа, ерҙәге тормошто улар шулай башлап ебәрә.

Атай кеше Ғайсты нығыраҡ ярата, ә әсәләре − Яҡупты.

Олоғая килә, Исхаҡ насар күрә башлай, хатта улдарын бер-береһенән айыра алмай. Берҙән-бер көндө ул, хәле насарая башлағанын һиҙеп, Аллаһу Тәғәләнән яратҡан улына бәрәкәт һорарға була. Ғайсты саҡырып ала ла ҡорбан салып килтерергә ҡуша. Рабиҡәт уларҙың һөйләшкәнен ишетеп ҡала һәм, бәрәкәт Яҡупҡа эләкһен, тип, уға тиҙ генә һарыҡ салып, атаһына инергә ҡуша. Яҡуп әсәһе ҡушҡанды эшләй. Исхаҡ шикләнә, сөнки Ғайстың еҫе башҡа була: “Кем һин?” − тип һорай. Рабиҡәт Яҡуптан алда: “Был һинең улың Ғайс, уның өсөн доға ҡыл”, − ти. Исхаҡтың шикләнеүе ҡала, әммә быны Аллаһҡа тапшырырға була.

Улының ҡулынан тотоп, Ғаләмдәр Раббыһынан уның тоҡомонан рәсүлдәр, пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар сығыуын һорап доға ҡыла. Яҡуп китеүе була, атаһының ҡушҡанын үтәп, Ғайс инә. Атаһынан уға тигән доғаны Яҡуп алып өлгөргәнен белгәс, Ғайстың ныҡ асыуы килә, туғанын үлтерергә һүҙ бирә. Атаһы яратҡан улын тынысландыра. Һиңә лә доғам бар, тип уны янына ултырта. Ул Аллаһу Тәғәләнән, Айстың балалары ерҙәге ҡом бөртөктәре ҡәҙәр күп булыуын, хаким, батшаларҙың тик уның нәҫеленән булыуын һорай. Бөйөк Раббыбыҙ ихтыяры менән тап шулай була ла.

Ғайс Яҡуп менән яңынан дошманлаша. Рабиҡәт, Ғайстың Яҡупты үлтереүенән ҡурҡып, яратҡан улына, Кәнғән ерен ағаһына ҡалдырып, Нәжранға китергә кәңәш бирә.

Кәңәште тотоп, Яҡуп туған тейешле кешеһе менән Нәжранға китә, унда әсәһенең апаһында туҡтай. Уның ике ҡыҙы була. Яҡуп өлкәнерәген ҡатын итеп ала, күп тә үтмәй, уның һеңлеһенә лә өйләнә. Ул саҡта, Муса пәйғәмбәр дәүеренә тиклем, шәриғәт буйынса, бер туған ҡыҙҙарға өйләнергә рөхсәт ителгән була, һуңынан тыйыла. Яҡуптың йәшерәк ҡатыны уға Йософ һәм Бунйәмин исемле ике ул таба. Яҡуптың бөтәһе ун ике улы була. Улар үҫеп еткәс, Яҡуп тыуған ере Кәнғәнгә ҡайтырға теләй. Башта, Ғайс тураһында белешер өсөн, улдарын Нәжранға ебәрә, уны барып күрергә, сәләмен еткерергә ҡуша.

Бына улар, Ғайс янына килеп, үҙҙәре менән таныштыралар, тормоштары тураһында һөйләйҙәр. Ғайс бик ҡыуана, элекке үпкәһен онота. Балалары артынан Яҡуп үҙе лә килеп етә, уларҙа Аллаһу Тәғәлә биргән ихлас туғанлыҡ хистәре яңынан ҡабына. Улар шулай оҙаҡ ҡына татыулыҡта бәхетле ғүмер кисерә. Шунан Ғайс, Кәнғәнде Яҡупҡа ҡалдырып, Шәмгә күсеп китә. Нәсмәт исемле ике туған һеңлеһенә өйләнә. Ул уға күп бала таба. Риүәйәт ителеүенсә, Византия батшалары, хакимдар Ғайстың тоҡомдарынан таралған. Ә пәйғәмбәрҙәрҙән Әйүп ғәләйһис-сәләм генә уның тоҡомонан булыуы бәйән ителә.

Нәжранға барғанда, Яҡуп пәйғәмбәр көндөҙ йәшеренгән, төнөн юлын дауам иткән. Тарихсылар уны, тәүге төнгө юлсы, тип иҫәпләй. Төндә йөрөү “исра” тип атала, шуға күрә Аллаһ Яҡупты Исраил (Израил) тип атаған. Ә уның тоҡомонан таралған йәһүд халҡы Ҡөрьәндә Исраил балалары тип исемләнгән.

Исхаҡ 160 йәштә үлә, балалары уны Ибраһим янында ерләй. 120 йылдан һуң Ғайс та был донъяны ташлап китә.

 

ЯҠУП ҺӘМ ЙОСОФ ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР

Яҡуп пәйғәмбәр Кәнғән ерендә йәшәгәндә, ҡатыны Рәхил Йософто таба. Яҡуп был хаҡта Шәмгә китеп барғанда ишетә. Был шатлыҡлы хәбәрҙе уға Ябраил фәрештә еткерә: “Һинең улың тыуҙы, ундағы һылыулыҡ берәүҙә лә юҡ: барса матурлыҡтың ундан туғыҙ өлөшөн Ғаләмдәр Раббыһы уға биргән”. Яҡуп, өйөнә ҡайтҡас, улын күрә һәм унан күҙен айырып ала алмай. Ул улы өсөн ҡорбан итеп мең һарыҡ сала һәм бөтә итте фәҡирҙәргә тарата.

Яҡуптың улдары араһынан Йософто айырыуса яратыуы, уға өҫтөнлөк биреүе тураһында төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә аңлатыла. “Ғәраис”1 китабында былай тиелгән:

Яҡуптың йортонда, Аллаһ ҡөҙрәте менән, бер ағас үҫкән, йортта һәр малай тыуған һайын, ағаста яңы ботаҡ үҫеп сыҡҡан, малайҙар бәлиғ булғас, Яҡуп, ботаҡтарҙы киҫеп, уларға бирә барған. Ләкин, Йософ тыуғас, яңы ботаҡ сыҡмаған, быға Йософ йыш ҡына зарланған. Шуға күрә атаһы Аллаһу Тәғәләнән уға ағаларыныҡынан да матурыраҡ ботаҡ бүләк итеүен һораған. Уның үтенесенә Ябраил фәрештә Йософҡа зөбәржәт ботаҡ алып килә. Быға ағалары көнләшкән. Йософ төшөндә ул ултыртҡан ботаҡтың ҙур емеш ағасы булып үҫеп китеүен, ә ағаларының ботаҡтары ҡороп, уларҙы ел осороп алып китеүен күрә. Төшөн ул атаһына һөйләй. Атаһы ағаларына һөйләмәҫкә ҡушһа ла, тегеләр барыбер ҡайҙандыр белә, һәм уларҙың күңелендә Йософҡа ҡарата көнсөллөк хисе арта.

Ун ике йәшендә Йософ тағы ла бер изге төш − ҡояштың, айҙың һәм ун бер йондоҙҙоң уға баш эйеүҙәрен − күрә. Быны ла ул ағаларынан йәшерһә лә, төш уларға нисектер билдәле була, һәм уларҙың көнсөллөгө сиктән аша. Уның төштәре уларҙы хафаландыра һәм аталарының уға айырым һөйөү менән бағыуын күтәрә алмайҙар. Һәм улар Йософто үлтерергә булалар. Улар аталарынан Йософто үҙҙәре менән уйнарға алып китергә һорай. Яҡуп рөхсәт итмәй, уны бүре ашар, тип ҡурҡыуын әйтә. Әммә улдары үҙҙәренекен ҡуймай: туғандарын ҡарап ҡына йөрөтәсәктәрен, бүрегә бирмәйәсәктәрен әйтә. Йософтоң да улар менән уйнарға барғыһы килә. Атай кеше ризалаша. Яҡуп уларҙы оҙатырға сыға, тик өйөнә ҡайтҡас, улын ебәргәненә үкенә.

Яҡуптың улдары алыҫтағы төпкөл бер урынға барып, бер ғәйепһеҙ ҡустыларын аямай туҡмайҙар, эсергә һыу һораһа ла, бирмәйҙәр. Уны сисендереп, сыр яланғас ҡалдыралар. Йософ кәфенлек өсөн күлдәген ҡалдырыуҙарын үтенә, әммә ағаларының күңеле иремәй, ҡустыларының был һорауын да үтәмәйҙәр. Үҙ туғандарына ҡарата ағаларының ғәҙелһеҙлеген һәм бәғерһеҙлеген күреп, күктәге фәрештәләр Йософто йәлләп илайҙар. Туғандарҙың иң өлкәне, Йәһүд исемлеһе, Йософто йәлләй, ҡалғандар, уның һүҙен тыңлап, язаны бер аҙ йомшарта: уны үлтермәҫкә, ә тере килеш тәрән ҡоҙоҡҡа ташларға булалар. Яҡуптың күҙ нурылай күргән малайын, бауға бәйләп, баҫып торған кешене күмерлек һыуы булған ҡоҙоҡҡа ташлайҙар ҙа бауҙы киҫәләр. Шунан улар бер бүрене аулап алалар ҙа, Йософто талаған итеп күрһәтер өсөн, ауыҙ-тирәһенә һарыҡ ҡанын һөртәләр, шулай уҡ Йософтоң һалдырып алынған күлдәген дә ҡанға буяйҙар. Өйгә ҡайтып, уйҙырма тарихты аталарына һөйләйҙәр. Уның алдына Йософтоң ҡанлы күлдәген ташлайҙар, һәм ҡустыларын “ашаған” бүрене күрһәтәләр.

Йософтоң тере түгеллеген ишеткәс, Яҡуп аңын юғалта. Иҫенә килгәс: “Фә-сабрун джәмил (Сабырлыҡ − гүзәл)”, − ти һәм уларҙың ялғанын Аллаһҡа ҡалдыра. Ул бүрене саҡырып ала һәм серҙе Белеүсе Бөйөк Аллаһтан бүренең телгә килеүен һорай. Аллаһ ихтыяры менән йыртҡыс кейек телгә килә: “Һине пәйғәмбәр иткән Аллаһ исеме менән ант итәм, минең ауыҙым Йософтоң тәненә ҡағылманы, сөнки Аллаһ беҙҙең өсөн пәйғәмбәрҙәр итен харам ҡылды”, − ти. Яҡуп унан: “Ә Йософ тереме?” − тип һорай. Быға бүре: “Мин ошаҡсы ла, күрәҙәсе лә түгел”, − тип яуап бирә.

_____________________________________

1 Ғәраис − пәйғәмбәрҙәр тарихы бәйән ителгән китаптарҙың береһе.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ

“ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...