ШӘЙБӘНЕҢ ҒӘБДЕЛМОТТАЛИПҠА ӘЙЛӘНЕҮЕ

ШӘЙБӘНЕҢ ҒӘБДЕЛМОТТАЛИПҠА ӘЙЛӘНЕҮЕ

ШӘЙБӘНЕҢ ҒӘБДЕЛМОТТАЛИПҠА ӘЙЛӘНЕҮЕ

Һашим мәрхүм булғас, артабан хажиҙарҙы ҡабул итеү вазифаһы уның ҡустыһы Мотталип ибне Ғәбдеманафҡа күсә. Ул да ҡорайыштар араһында үҙенең йомартлығы менән билдәле була.

 

Уны барыһы ла хөрмәт итә. Мотталип, Йәсриб ҡалаһында ағаһының улы йәшәгәнен белеп ҡалғас, шунда барып, Шәйбәне Мәккәгә алып ҡайта. Ҡорайыш халҡы был йәш егет Мотталиптың ҡоло тип уйлап, уға Ғәбделмотталип тип ҡушамат бирә. Артабан Мотталип кешеләргә Шәйбәнең үҙенең ҡустыһы икәнлеген аңлатып ҡараһа ла, халыҡ араһында барыбер шул ҡушамат тарала. Мотталип Шәйбәне үҙ улы һымаҡ ҡарап, тәрбиәләй. Аҙаҡ сауҙа эштәре буйынса Мотталип Йәмән ерендә мәрхүм булып ҡала. Уның үлеменән һуң Ғәбделмотталип ҡорайыштар араһында хаҡлы рәүештә вазифаны үҙ өҫтөнә ала.

Уны ла ҡәбилә халҡы ата-бабаларын хөрмәт иткән кеүек хөрмәт итә. Ғәбделмотталипты батырлығы, ғәҙеллеге өсөн, ярлылар һәм көсһөҙҙәр яҡлы булғаны өсөн, һәм шулай уҡ изгелеге һәм йомартлығы арҡаһында ныҡ ихтирам иткәндәр.

Көслө ҡоролоҡ ваҡытында урындағы халыҡ уға Ҡәғбәнең Раббыһынан ямғыр һорау үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Ғәбделмотталип ярлылар тураһында ғына түгел, тауҙарҙа йәшәгән хайуандар хаҡында ла хәстәрлек күргән. Шуға ла уны «сүллектәге кешеләрҙе һәм тауҙағы хайуандарҙы ҡараусы» тип атағандар.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...