ӘҘӘМДЕ ЯРАТЫУ

ӘҘӘМДЕ ЯРАТЫУ

Аллаһу Тәғәлә Үҙенең, кешеләрҙе яратыу һәм Әҙәмде кешелектең тәү атаһы итергә, тигән ҡарарын тормошҡа ашырырға булғас, Ергә мөрәжәғәт итә: “Эй Ер, Мин һинән кешеләр барлыҡҡа килтерәм. Уларҙың берәүҙәре Миңә буйһонасаҡ, берәүҙәре − юҡ. Миңә ҡарышҡандарҙы Мин Тамуҡҡа ташлайым, ә Миңә буйһонғандар Йәннәткә инәсәк”.

 

Шунан Аллаһ Әҙәмде яһар өсөн ер алырға Ябраилды ебәрә. Әммә ер уға былай тип ялбара: “Һине миңә Кем ебәргән, Шуның Бөйөклөгө менән үтенеп һорайым: минең еремдең бәләкәй генә өлөшөн дә алма − мин уның Ҡиәмәт көнөндә утта яныуын теләмәйем!” Изге күңелле Ябраил , ерҙе йәлләп, бер ниһеҙ әйләнеп ҡайта (сөнки Аллаһ шулай хәл иткән була) һәм оялышынан, уттай янып: “Ер Һинең исемең менән үҙен уттан һаҡлауҙы үтенгәс, мин бер ни ҙә эшләй алманым”, − ти. Артабан ошо уҡ йомош менән ергә Микаил Фәрештә ебәрелә, уның менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана. Өсөнсө тапҡырға Аллаһу Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, ергә Ғазраил Фәрештә төшә. Ер уға ла шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итә. Әммә Ғазраил Аллаһ ҡушҡанды үтәмәҫкә баҙнат итмәй һәм былай ти: “Мин дә, Кем мине һиңә ебәрҙе, Шуның Бөйөклөгө менән мине Уны тыңламауҙан һәм Уның асыуы-нан һаҡлауыңды һорайым”. Һәм Ғазраил үҙе менән ер (балсыҡ) алып ҡайта − Раббы ҡушҡанды үтәй.

Ерҙең йомшағын да, ҡатыһын да, ҡараһын да, ҡыҙылын да, төрлө төҫтәгеләрен төрлө-төрлө тау һәм ялан-ҡырҙарҙан йыйып, Раббыһының ҡаршыһына бара Үлем Фәрештәһе. Шунан ул Аллаһ әмере менән балсыҡты татлы, асы һәм тоҙло һыуҙарҙа иҙә. Һыуҙың тәме төрлө булғанлыҡтан, Әҙәм балаларының холоҡтары ла төрлө булған. Төрлө урындан йыйып алынған ерҙең сифаты һәм төҫө бер төрлө булмаған, шуға күрә Аллаһ кешеләрҙе төрлө телдә һөйләшкән, матур һәм йәмһеҙ, яҡшы һәм насар, ҡара һәм аҡ итеп яратҡан.

Шунан һуң Аллаһ ҡушыуы буйынса, Әҙәмдең йәнһеҙ кәүҙәһен әүәләйҙәр һәм бер аҙға фәрештәләр үтеп йөрөй торған Ожмах ҡапҡаһы янына ҡуялар. Оҙон буйлы, матур ҡиәфәтле һынды күреп, фәрештәләр ҡыҙыҡһынып һәм ғәжәпләнеп ҡарай, тикшерә башлай, сөнки быға оҡшаған нәмәне ошоғаса бер ҡасан да күргәндәре булмай.

Иблис иһә, Аллаһу Тәғәләнең гүзәл ижады − Әҙәмдең һылыу һынын күреп: “Нимә өсөн яһалған был?” − тип уйлай. Көнләшеүҙән шартлай яҙып, кәүҙә янына килеп, тупаҫ итеп төртә.

Әҙәмдең эсендәге бушлыҡты күреп, уның ауыҙынан инеп, аҫ яғынан килеп сыға, шунан һынар өсөн фәрештәләргә өндәшә: “Әгәр Аллаһу Тәғәлә уны һеҙҙең өҫтән ҡуйһа, нимә эшләйәсәкһегеҙ?” Фәрештәләр: “Аллаһ әмеренә буйһонасаҡбыҙ”, − тип яуап бирәләр. Әҙәмгә нәфрәт менән янған Иблис үҙ-үҙенә һүҙ бирә: “Әгәр Аллаһ уны минән юғары күтәрһә, мин бер ҡасан да уға (Әҙәмгә) буйһонмаясаҡмын. Әгәр мине унан юғары итһә, барыбер мин уны юҡ итәсәкмен!” Шулай итеп, үҙенең тәкәбберлеге арҡаһында шайтан Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡанын үтәүҙән баш тарта. (Аллаһ ҡушһа ла, Әҙәмгә сәждә ҡылмай. Шуның өсөн Ожмахтан ҡыуыла. − Ред.)

Эй кешеләр, был миҫалдан ғибрәт алығыҙ: үҙеңдең белемеңә, ғибәҙәтеңә таянырға буламы? Көнсөллөктөң харам (Аллаһ тарафынан тыйылған) икәнен белһә лә, Иблис уның тоҙағына инә. Ниндәй әшәке нәмә ул көнсөллөк! Тәкәбберлектең көсөнә ҡарағыҙ!.. Иблисте ул Аллаһ ихтыяры менән яратылған Әҙәмгә ҡаршы сығырға мәжбүр итә. Ни өсөн ул йәнһеҙ кәүҙәгә бәйләнә? Әллә Раббы уны нимәнәндер мәхрүм иткәнме? Ә бит Аллаһ иң күп белемде уға бирә, берәүҙә лә ул тиклем белем булмай. Ғибәҙәт ҡылыу буйынса ла уға етеүсе булмай. Ерҙә һәм күктәрҙә ул сәждә ҡылмаған бер ҡарыш ер ҙә булмаған, тиҙәр. Ҡырҡ мең йыл ул Ожмахта йәшәй. Егерме мең йыл вәғәз һөйләй, һигеҙ мең йыл мөғәллимлек итә (уҡыта), дүрт мең йыл Ғәреш тирәләй тәүәф ҡыла. Утыҙар мең йыл раухани һәм күрүби тигән фәрештәләрҙең етәксеһе була.

Беренсе ҡат күктә уны Ғәбит (Аллаһҡа итәғәт ҡылыуҙа тырышлығы менән айырылып тороусы), икенселә − Заһид (аскет), өсөнсөлә − Ғариф, дүртенселә − Вәли (изге), бишенселә − Тәҡи (тәҡүәле), алтынсыла − Харис, етенселә − Ғәзиз тип атайҙар.

Әммә Ләүһүл-Мәхфүздә ул иблис тип яҙылған. Аллаһтың йәшерен ғилемендә уның ахырғы яҙмышы насар тамамланасағы билдәләнгән була.

Эйе, яҡшы ғәмәлдәр ҙә Тамуҡҡа илтергә мөмкин − әгәр һин белемең һәм ғәмәлдәрең менән ғорурланаһың икән. Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!.

 

Әҙәмгә йән индереү

Аллаһ, Әҙәмде йәнләндереү өсөн, йәнгә уның мейеһенә инергә ҡуша. Йән теләкһеҙ генә, ялҡау ғына мейегә үтеп инә. Нисек итеп йән тәнгә иренеп, теләмәй генә ингән, сыҡҡанда ла шулай уҡ теләкһеҙ сығасаҡ, тиелә.

Аллаһ ихтыяры менән Әҙәмдең мейеһендә мең йыл булғандан һуң, йән уның күҙенә төшә. Әҙәм, күҙҙәре менән ҡарап, үҙенең балсыҡтан яһалған тәнен күрә. Шунан һуң йән ҡолаҡтарға инә, Әҙәм фәрештәләрҙең тәсбих әйткән тауышын ишетә. Йән танауына еткәс, ул сөскөрөп ебәрә, йән ауыҙына барып еткәс, Аллаһты маҡтау кәрәклеген аңлап, “Әлхәмдүлилләһ” (“Аллаһҡа маҡтау”), ти. Аллаһ Үҙе уға ошондай һүҙҙәр менән яуап бирә: “Йәрхәмүкә Раббүкә, йә Әҙәм” (“Раббың һиңә мәрхәмәтле булһын, эй Әҙәм”). Йән күкрәккә еткәс, Әҙәм торорға итә, ләкин тора алмай. Йән ашҡаҙанға барып еткәс, ашағыһы килә. Йән бөтә тәнгә тарала, шулай итеп, кешенең һөйәктәрен, мускулдарын, ҡан һәм һеңерҙәрен булдырып, Аллаһу Тәғәлә Әҙәмде иң гүзәл ҡиәфәттә хасил ҡыла һәм йән индерә.

Артабан Аллаһ, Әҙәмде кейәү егетендәй, затлы кейемгә кейендереп, Ожмахҡа алып бара. Уның кейеме ялтырап торған тырнаҡ япма (ҡаплама) булған. Аҙаҡ, Әҙәм яңылышлыҡ ҡылғас, был япма тәндең тиреһенә әүерелә.

Аллаһу Рахим Әҙәмдең арҡаһына Хәбибенең (Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ) нурын һала һәм уға был нурҙы һаҡларға ҡуша. Фәрештәләр Әҙәм артынан теҙелеп баҫып, Мөхәммәд нурына сәләм бирәләр. Үҙенең артынан туҡтауһыҙ эйәреп йөрөгән фәрештәләрҙе күреп, Әҙәм бик аптырай һәм Раббыһынан бының серен һорай. Серҙе белгәс, Әҙәм ул нурҙы маңлайына күсереүҙе һорай. Аллаһ уның һорауын үтәй. Бынан һуң Әҙәмдең артында торған фәрештәләр уның алдына сығып, сафтарға теҙелә башлай. Әҙәм йәнә Аллаһҡа ялбара − нурҙы уға күренеп торған урынға ҡуйыуын үтенә. Аллаһ һөйөклө пәйғәмбәренең нурын Әҙәм ҡулдарындағы баш бармаҡтарының тырнаҡтарына урынлаштыра. Һәм Әҙәм, нурҙы “Мәрхәбә, Хәбиби” (“Сәләмләйем һине, минең һөйөклөм!”) тигән һүҙҙәр менән ололап, баш бармаҡтарының тырнаҡтарын үбә һәм шатлығынан улар менән күҙҙәрен һыпыра.

Шунан һуң Мәймүн исемле ике ҡанатлы гүзәл бер зат хасил ителә. Ябраил уның теҙгендәренән тота, Микаил уң яҡтан, Исрафил һул яҡтан торалар, ә Әҙәм уның өҫтөнә ултыра. Ожмахтан сығып, улар бөтә күктәрҙе урап сыға, Әҙәмгә Аллаһу Тәғәлә тарафынан хасил ителгәндәрҙең барсаһын да күрһәтәләр.

− Әссәләмү ғәләйкүм (“Именлек һеҙгә”)! − тигән һүҙҙәр менән фәрештәләрҙе сәләмләй Әҙәм .

− Үә ғәләйкүм әс-сәләм, эй Әҙәм (“Һиңә лә именлек, эй Әҙәм”), − тип яуап ҡайтара уға фәрештәләр. Шул ваҡыттан алып мосолмандар араһында ошондай сәләмләшеү төрө мәңгелеккә нығынып ҡала.

Әҙәм ожмахта рәхәтлек кисерә. Уға бойҙай ағасының емешенән башҡа бөтә емештәрҙе лә ашарға рөхсәт ителә. Бер ваҡыт, уянып китһә, эргәһендә Аллаһ тарафынан уның һул яҡ ҡабырғаһынан яратылған Хауаны күрә һәм үҙенең уға тартылғанын тоя. Ябраил Хауа өсөн мәһер түләргә кәрәклеген әйтә. “Ә ул нисек була?” − тип һорай Әҙәм . “Мөхәммәдкә ﷺ − Һинең буласаҡ нәҫелеңдең Әфәндеһенә (етәксеһе), Ҡиәмәт көнөндә мосолмандарға шәфәғәтсе (яҡлаусы) булырға Аллаһтан рөхсәт алған һәм, барса нәмә уның хаҡына яратылған Пәйғәмбәр Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләмгә өс ҡабат салауат әйт”, − тигән Ябраил . Ябраил өйрәткәнсә, салауат уҡып, Әҙәм Хауа анабыҙ менән никахлаша.

Әҙәм менән Хауаның Ожмахта йәшәүҙәрен белгәс, Иблис уларға яуызлыҡ ҡылыу тураһында уйлай башлай.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...