Имам Шәфиғи әйткән салауат

Имам Шәфиғи әйткән салауат

Имам Шәфиғи әйткән салауат

Әбү Йәғәфәр әт-Таһаүиҙан (Әбү Йәғәфәр Әхмәт бине Мөхәммәд бине Сәләмәт бине Сәлмә бине Ғәбделмалик бине Сәлмә бине Сәлим бине Сөләймән бине Жәббәр әл-Әзәди) риүәйәт ителгәнсә, Ғабдулла бине Ғабдулхәкәм төшөндә Шәфиғиҙе (Аллаһ унан риза булһын) күрә.

 

Ул Шәфиғиҙән: «Аллаһ һинең менән нимә эшләне?» – тип һорай.

Имам Шәфиғи: «Миңә мәрхәмәт күрһәтте һәм ярлыҡаны, кәләш үҙенең буласаҡ иренә кейәүгә сығырға вәғәҙә иткән кеүек, миңә Йәннәткә кереүҙе вәғәҙә итте», – тип яуап бирә.

Ғабдулла бине Ғабдулхәкәм: «Һине ул мәртәбәгә нимә ирештерҙе?» – тип һорай.

Имам Шәфиғи: «Рисәлә» китабы аҙағында килтерелгән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү доғаһылыр», – ти.

Ғабдулла бине Ғабдулхәкәм имам Шәфиғиҙән уның ниндәй доға булыуын һорай.

Имам Шәфиғи уға: «Салләллааһу ғәләә сәййидинәә Мөхәммәдин мәә ҙәкәраһүҙ-ҙәәкируун үә ғәддәғән ҙикриһил ғаафилүүн»

“Аллаһым! Әфәндебеҙ Мөхәммәдкә, уны зекер итеүселәр зекер иткәнсә, уның зекеренә ғафил булыусылар һанынса салауат уҡы», – тип белдерә.

Ғабдулла бине Ғабдулхәкәм: «Уянғас, иртә менән, мин ул «Рисәлә» китабын уҡыным. Унда әлеге салауат доғаһының ул әйткәнсә булыуын күрҙем», – ти.

 

Илшат Хафизиҙың “Салауат Шәрифтәр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...