ЙОСОФҠА АҒАЙҘАРЫНЫҢ ИГЕН ҺОРАП КИЛЕҮЕ

ЙОСОФҠА АҒАЙҘАРЫНЫҢ ИГЕН ҺОРАП КИЛЕҮЕ

ЙОСОФҠА АҒАЙҘАРЫНЫҢ ИГЕН ҺОРАП КИЛЕҮЕ

Мысырҙағы ҡоролоҡ күрше Шәм һәм Кәнғән ерҙәрен дә урап үтмәй, унда ла көслө аслыҡ башлана. Кәнғәндә йәшәгән Яҡуп пәйғәмбәр үҙенең улдарын Мысыр батшаһына иген һорарға ебәрергә була.

 

Улар, үҙҙәре менән бал, май һәм башҡа бик күп нәмәләр алып, тауар алмаштырыу ниәтенән, Йософтоң һарайына киләләр. Улар уның менән арамей телендә һөйләшә. Йософ: «Һеҙ кем?» − тип һорай. «Беҙ − Шәмдән, Яҡуп пәйғәмбәрҙең улдары», − тип яуап бирә тегеләр. «Һеҙ нисәүһегеҙ?» − тип ҡыҙыҡһына Йософ. «Беҙ − ун ике. Ләкин берәүебеҙ юғалды, уның туғаны атайым менән өйҙә ҡалды, ә ҡалған уныбыҙ − һинең ҡаршыңда», − ти туғандар. Ағалары Йософто ҡоҙоҡҡа ташлаған ваҡиғаға ҡырҡ йыл үткән була, һәм улар Йософто танымай, ә Йософ уларҙы таный, әммә быны һиҙҙермәй һәм: «Әгәр һеҙ дөрөҫөн һөйләйһегеҙ икән, атаһы янында ҡалған ҡустығыҙҙы минең янға килтерегеҙ, шулай уҡ атайығыҙҙан һеҙҙең ысынлап та уның улдары икәнлегегеҙ хаҡында раҫлау хаты алып килегеҙ», − ти. Яҡуптың улдары аптырашта ҡала. Атайыбыҙға кесе малайынан айырылыу бик ҡыйын буласаҡ, тиҙәр. Әммә Йософ уларға шарт ҡуя: улар туғандарҙың береһен залогҡа ҡалдырған хәлдә генә иген аласаҡтар. Туғандарҙың береһе лә ҡалырға теләмәй, шуға күрә йәрәбә һалалар. Йәрәбә Шәмғүнгә сыға, һәм уны, залог итеп, батша янында ҡалдыралар. Йософ уларға күп итеп иген бирә, түләгән хаҡтарын да йәшерен генә үҙҙәренә ҡайтара, тейешле ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, ағайҙарын хөрмәтләп оҙата.

Туғандар, үҙ ерҙәренә ҡайтҡас, аталарына Мысыр батшаһының нисек итеп хөрмәтләп ҡаршы алыуы тураһында һөйләйҙәр, хатта улың булһа ла, унан да яҡшыраҡ итеп ҡаршылай алмаҫ ине, тип өҫтәйҙәр. Аталары Шәмғүн тураһында һорағас, уны залогка ҡалдырыуҙарын әйтәләр. Улар Яҡупҡа бөтә булған хәлде һөйләйҙәр һәм унан Бунйәминде үҙҙәре менән алырға ризалыҡ һорайҙар. Ләкин пәйғәмбәр уларға ышанмай, рөхсәт бирмәй. Тегеләр ныҡыша башлағас, ул, әсенеп, Йософ менән булған хәлде иҫтәренә төшөрә. Әммә туғандар, ай-вайға ҡарамай, аталарын ысынды һөйләгәндәренә ышандырырға тырыша. Атай кеше улдарынан, Бунйәминде ҡалдырмай, үҙҙәре менән кире алып ҡайтасаҡтарына вәғәҙә биреүҙәрен талап итә. Тегеләр ант итә, Яҡуп ризалаша һәм: «Аллаһ һеҙгә шаһит», − ти. Шулай итеп, пәйғәмбәрҙең кәүҙәләре, буйҙары менән бер иш, береһенән береһе матур ун улы яңынан Мысырға китергә әҙерләнә. Күҙ теймәһен өсөн, аталары уларға ҡала эсенә бер ҡапҡанан кермәҫкә ҡуша.

Ҡаланың дүрт ҡапҡаһы була. Туғандар, бүленеп, аталары өйрәткәнсә, ҡалаға төрлө ҡапҡа аша инә һәм, Йософ янына барып: «Һинең талабыңды үтәп, беҙ яңынан килдек», − тиҙәр. Улар аталарының сәләмен һәм рәхмәтен еткерә, уның ҡәнәғәт ҡалыуын һәм батша өсөн доғала булыуын әйтә. Йософ уларҙы табынға икешәрләп ултырта. Бунйәмин яңғыҙы ҡала һәм ул, Йософ ағаһын иҫенә төшөрөп, күңелһеҙләнә.

Йософ, ҡунаҡтың күңелен төшөрөргә ярамай, ти һәм уның янына барып ултыра. Төн еткәс, ике кешегә бер урын йәйәләр, ә Бунйәминде Йософ үҙе янында ҡалдыра. Ҡустыһы менән икәү генә ҡалыу форсаты тейгәс, Йософ, туғанының еҫенән кинәнә. Иртән ул унан ғаиләһе тураһында һораша. Бунйәмин ағайҙарының исемдәрен теҙеп әйтеп биргәс, пәйғәмбәр: «Юғалған ағайың урынында мин булһам, риза булыр инеңме?» − тип һорай. «Мин һинең кеүек ағайым булһа, шат булыр инем, ләкин һин бит Яҡуп улы түгелһең», − ти Бунйәмин күңелһеҙ генә. Шунда Йософ серҙе аса: «Мин һинең ағайың», − тип, ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Улар, шатланып, илай-илай ҡосаҡлашалар. Бынан һуң Бунйәминдең ағаһынан айырылғыһы килмәй. «Һин ҡайтмаһаң, атайыбыҙға ҡыйын буласаҡ бит. − ти Йософ һәм: Һине бында ҡалдырыр өсөн төплө сәбәп кәрәк буласаҡ», − тип өҫтәй. «Нисек булһа ла, ризамын», − ти Бунйәмин, һәм улар Бунйәминдең йөгөнә батшаның үлсәүе йәшерергә булалар.

Тоҡтарҙы тултырып, туғандар ҡайтырға сыға. Ләкин һаҡсылар тауыш ҡуптара: уларҙы туҡтатып, батшаның үлсәүен урлауҙа ғәйепләйҙәр.

Ҡунаҡтар үҙҙәренең ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбатларға тырыша. Улар, хатта юлда саҡта, сит ерҙең үләнен ашамаһындар өсөн, дөйәләренең моронона ҡапсыҡ кейҙереп ҡуйыуҙарын әйтә. «Бунйәмин артынан өйгә ҡайтҡас, һатып алынған игендең хаҡын күреп, уны кире алып килеп, хужаһына ҡайтарҙыҡ, − нисек беҙ бур була алайыҡ? Беҙҙең намыҫыбыҙ таҙа!» − тип, үпкә белдерәләр.

«Әгәр арағыҙҙан берәйегеҙ бур булып сыҡһа, һәм уның әйберҙәре араһында батшаның үсәүе табылһа, уға ниндәй яза биреүгә риза булырһығыҙ?» − тип һорайҙар уларҙан. Тегеләр, бурға Яҡуптың дине буйынса (бур бер йылға урланған әйбер хужаһының ҡоло булырға тейеш) яза бирергә хәл итеп: «Хакимдың төрмәһендә бер йылға ҡалдырырға ризабыҙ», − тиҙәр. Барыһының да әйберҙәрен тикшереп сығалар. Бунйәминдеке генә ҡала.

Бунйәмингә сират еткәс, батша, йәнәһе, уға ышаныс белдереп, тикшереп тормаһағыҙ ҙа була, ти. Ләкин туғандар риза булмай, улар, бер ниндәй ҙә шик ҡалмаһын өсөн, Бунйәминдең тоғона ла күҙ һалырға ҡушалар. Тоҡто тикшерә башлайҙар һәм батшаның үлсәүен табалар. Туғандар, оялыуҙан нишләргә белмәй, аптырашып, Бунйәмингә ҡарайҙар. Улар Бунйәминде битәрләй башлай: «Рәхиләнең балалары көйөнөстән башҡа бер ниндәй яҡшылыҡ килтермәне», − тиҙәр. Бунйәмин уларға: «Һеҙ ул Рәхилә балалары өсөн бәлә булдығыҙ», − ти. Тегеләр туҡтамай: «Уның ағаһы ла үҙ ваҡытында урлашҡайны», − тиҙәр. Йософ, бер ни ҙә белмәгән кеше кеүек, бер һүҙ ҙә әйтмәй.

«Бәдәғи» китабында ҡайһы бер ғалимдарҙың хикәйәттәре буйынса фекерҙәр әйтелгән: Йософ бәләкәй сағында, хәйер һорашыусыға бирер өсөн, инәһенән (атаһының апаһы) һорауһыҙ йомортҡа алған була. Шулай уҡ әйтелгән: Рәхиләнең атаһының (Йософтоң олатаһы) алтын һыны (мәжүсиҙәр табына торған) булған, Йософ, шуны алып, ике өлөшҡә яра һәм урамға ырғыта.

«Ғәраис» китабында Йософ, әсәһе үлгәс, Рәхмәт исемле инәһендә йәшәй. Яҡуп улын һағына һәм Рәхмәттән улын ҡайтарыуын һорай. Рәхмәт тә Йософто бик яратҡан була, ул малайҙы янында ҡалдырыу өсөн сәбәп эҙләп таба. Йософто атаһы янына алып барырға тип кейендергәндә, билбауы аҫтынан тағы ла бер билбау − атаһынан күскән нәҫел билбауын − быуҙыра. Үҙе иһә, билбау юғалды, тип эҙләгән булып ҡылана. Уны Йософтоң өҫтөндә табалар һәм уны бурлыҡта ғәйепләйҙәр. Ул замандағы шәриғәт законы буйынса, бур күпмелер ваҡыт әйбер хужаһының ҡоло булырға тейеш. Шулай итеп, Яҡуп улын тағы өс айға Рәхмәттә ҡалдырырға мәжбүр була.

Тап ошо ваҡиғаны күҙ уңында тотоп, Бунйәминде битәрләй ҙә инде туғандар: «Уның ағаһы ла ҡасандыр урлашҡайны», − тиҙәр. Ибраһим пәйғәмбәрҙән килгән был нәҫел билбауы шәриғәт буйынса ырыуҙағы иң оло кешегә күсергә тейеш була. Исхаҡтың ырыуында иң олоһо Рәхмәт булғанлыҡтан, Яҡуп билбауҙы Рәхмәттә ҡалдыра.

Йософ Бунйәминдә табылған үлсәүҙе килтерергә ҡуша. Килтергәс, ул уға ҡулындағы таяҡсыҡ менән, барабан ҡаҡҡандай, ике ҡабат һуғып ала ла тыңлай. Шунан туғандарға былай ти: «Был үлсәү һеҙҙең менән булған хәлдәрҙең бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Һеҙ ун ике туған булғанһығыҙ, берәүһен, өйҙән алып сығып, арзан хаҡҡа һатып ебәргәнһегеҙ». Быны ишетеү менән Бунйәмин, урынынан тора һалып, батша өсөн доға ҡыла башлай. Шунан һуң ул, пәйғәмбәргә боролоп, үлсәүҙән Йософтоң тереме икәнен һорауын үтенә. Батша яңынан үлсәүгә ике тапҡыр туҡылдатып һуғып ала һәм, Йософтоң иҫән икәнлеген, оҙаҡламай уның тураһында хәбәр аласаҡтарын әйтә, һәм туғандарға өйҙәренә Бунйәминһеҙ ҡайтып китергә ҡуша. Яҡуптың улдары батшанан Бунйәминде ебәреүен үтенәләр. унһыҙ атайҙары алдына барып баҫа алмаясаҡтарын әйтәләр. Һәр береһе Бунйәмин урынына ҡалырға теләк белдерә. Ләкин батша риза булмай: «Ғәйепһеҙ кешене алып ҡалырға ярамай», − ти.

Туғандар араһында иң аҡыллыһы булған Шәмғүн: «Ҡайтығыҙ, атайға бөтәһен дә һөйләп бирегеҙ. Бунйәминдең енәйәтсел ҡылығы өсөн батша уны үҙе янында ҡалдырҙы, тиегеҙ. Ышанмаһа, Кәнғәндең сауҙагәрҙәренән һорашһын», −ти. Шәмғүн үҙе туғаны янында ҡалырға хәл итә, Бунйәминһеҙ өйгә ҡайтырға уның намыҫы етмәй. Атаһы алдында Аллаһ исеме менән биргән антын үтәй алмауы өсөн уға оят була.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ– ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...