Телде һигеҙ гонаһтан һаҡла!

Телде һигеҙ гонаһтан һаҡла!

4. Бәхәсләшеү һәм бушҡа һүҙ көрәштереү

Бәхәсләшеү һинең әңгәмәcеңде үпкәләтә. Был күренеш уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу, ғәйепләү тигәнде аңлата. Бәхәсләшеү – ул үҙеңде яҡлау һәм маҡтау. Икенсе яҡтан, бәхәсләшеү төрлө тормош ҡыйынлыҡтарын тыуҙырыуы ихтимал. Сөнки һин берәй ҡыҙыу кеше менән һүҙ көрәштерә башлаһаң, ул һиңә зыян килтереүе мөмкин.

Әгәр ҙә һин тыныс кеше менән бәхәсләшһәң, ул үпкәләп, артабан һиңә ҡарата насар ҡарашта буласаҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Әгәр кеше үҙенең яңылышҡанын белеп, бәхәсте туҡтатһа, уға Аллаһу Тәғәлә Ожмахтың ситендә өй һалыр. Әгәр ҙә кеше үҙенең хаҡлығын белеп, бәхәстән баш тартһа, уға Аллаһ Ожмахтың иң бейек ерендә өй булдырыр», – тигән.

Шайтандың ауына эләкмә, сөнки ул һиңә гелән: «Үҙеңдең хоҡуҡтарың өсөн көрәш һәм был һорауҙа ярамһаҡланма», – тиер. Ул һине, яҡшылыҡ урынына, йәмһеҙ ҡыланышҡа этәрә. Шайтанға үҙеңдән көлөргә, мыҫҡылларға мөмкинселек бирмә. Әлбиттә, кемдәр һинең һүҙҙәреңде ҡабул итә ала, уларға дөрөҫөн әйтеү кәрәк. Әммә уны бәхәс аша еткерергә түгел, ә нәсихәттәр аша һәм, иң мөһиме, һиҙҙермәй генә эшләргә кәрәк. Был иң яҡшы ысул. Юғиһә, нәсихәт кәмһетеүгә килтерәсәк һәм файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк буласаҡ. Фиҡһ буйынса үткәрелгән ғалимдарҙың әңгәмәһендә кем йыш ҡатнаша, ул бәхәсләшеүгә әүәҫләнеп ала, һәм уға шымыуы бик ҡыйынға тура килә. Сөнки насар ниәттәге ғалимдар уға, бәхәсләшә белеү бик яҡшы һыҙат һәм һүҙ көрәштерә белеү маҡтауға лайыҡ, тип төшөндөрәләр.

Ундай кешеләрҙән арыҫландан ҡасҡан кеүек ҡас һәм бел: бәхәсләшеү үҙеңә ҡарата Аллаһтың һәм кешеләрҙеңасыуын килтереүсе бер ғәмәл булып һанала.

 

5. Үҙ-үҙеңде маҡтау

Аллаһу Тәғәлә изге Ҡөрьәндә: «Үҙ-үҙегеҙҙе маҡтамағыҙ, сөнки тик Уға ғына кем тәҡүәле икәнлеге билдәле», - тигән («Ән-Нәджм» сүрәһе, 32 аят).

Үҙ-үҙеңде маҡтау ғәҙәте кеше араһында абруйыңдың кәмеүенә һәм Аллаһтың асыуына килтерәсәк.

Үҙ-үҙеңде маҡтау кеше алдында һине күтәрмәй. Иғтибарыңды үҙҙәренең байлығы һәм ҡаҙаныштары менән маҡтанған кешеләргә йүнәлт. Һин уларҙы уйыңда эстән генә ғәйепләмәйһеңме, улар менән хушлашҡас та, шелтәләмәйһеңме һуң?

 

5. Ләғнәттәр

Һаҡ бул! Бер ҡасан да Аллаһтың тере заттарын, аҙыҡты, кешене ҡарғама. Ҡибла яғына ҡараған һәр кешене ҡәҙеремде белмәй тип, йә рәхмәтле түгел тип, йәки монафиҡ типғәйепләмә. Сөнки бөтөн йәшерен серҙәр тик Аллаһҡа ғына мәғлүм.

Бел, Ҡиәмәт көнөндә берәү ҙә һинән: «Нишләп һин шул кешене ҡарғаманың?» – тип һорамаясаҡ. Хатта бөтә ғүмерең буйы Иблискә ләғнәт әйтмәһәң дә һәм уның исемен иҫкә төшөрмәһәң дә, һин уның өсөн яуап бирмәйәсәкһең. Әммә әгәр ҙә һин Аллаһтың ҡолон ҡарғаһаң, уның өсөн яуапҡа тарттырыласаҡһың.

Аллаһтың заттарының һис бер ҡылыҡтарын яманлама! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ бер ҡасан да тәмһеҙ аҙыҡты тәнҡитләмәгән. Әгәр ҙә уның күңеле теләһә, ул ашаған, теләмәһә, аҙыҡҡа теймәгән.

 

6. Аллаһҡа берәйһен язалау тураһында мөрәжәғәт итеү

Телеңде Аллаһтың заттарына ҡарата ләғнәттәрҙән һаҡла. Әгәр ҙә һиңә ҡарата ғәҙелһеҙлек булһа, Аллаһтың ихтыярына таян. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Рәнйегән кеше үпкәләтеүсеһенә шул тиклем йыш ҡарғыштар әйтеп, хатта тиҙҙән ул үҙе лә шул кешенең дәрәжәһенә барып етәсәк. Шунан ул зыянды ҡаплау ғына ҡаласаҡ, һәм уныһын Ҡиәмәт көнөндә рәнйетеүсенән һорарҙар».

Ҡайһы бер ғалимдар Хаджадж Залим1 тураһында насар фекерҙә булғандар. Бер ғалим: «Ҡиәмәт көнөндә Хаджаджты Аллаһ, кешеләрҙең хоҡуҡтарын һанға һуҡмағаны өсөн, яуапҡа тарттырыр. Шулай уҡ уның үҙе тураһында насар һүҙ йөрөткәндәр ҙә Аллаһ алдында ﷻ яуап бирерҙәр», – тигән.

______________________________________

1 Уның тулы исеме Мохтар ас-Сакафи. Ғабдулмалик ибне Мәрүәндең идара башлығы булған. Омеядтар нәҫеленән хәлифә. Үҙенең ҡанһыҙлығы менән билдәле булған. Тарихсылар фекеренсә, Мохтар ас-Сакафи 100 000 кешене үлтергән. Шуға ла уны Хаджадж Залим тип атағандар.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...