Ҡорайыштарҙың Пәйғәмбәр ﷺ менән килешергә тырышып ҡарауы

Ҡорайыштарҙың Пәйғәмбәр ﷺ менән килешергә тырышып ҡарауы

Бер ваҡыт, Ғүтбә ибне Рабиғә, ҡорайыш аҡһаҡалдары менән кәңәшләшкәндән һуң, Ҡәғбә эргәһендә ултырған Пәйғәмбәр ﷺ янына килә һәм әйтә: «Эй улым (ҡустымдың улы), һин үҙеңдең ниндәй затлы ырыуҙан икәнеңде, һәм кешеләрҙең һине нисек ихтирам итеүен яҡшы беләһең. Ләкин һин ырыуыңа алып килгән нәмәң менән беҙҙе тарҡатаһың. Һин беҙҙең ҡараштарҙы ахмаҡлыҡ тип иғлан иттең, динебеҙҙе төрлөсә хурлай башланың, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы, аҙашыусылар, тип атаның. Хәҙер һин мине иғтибар менән тыңла һәм минең тәҡдимдәремдән үҙеңә ярағанын һайла.

 

Әгәр һин байырға теләйһең икән, беҙ һиңә шул тиклем байлыҡ йыйып бирәсәкбеҙ, арабыҙҙа иң байы һин буласаҡһың. Әгәр дан-хөрмәт эҙләйһең икән, беҙ һине барыбыҙҙан да өҫтөнөрәк итеп күтәрәсәкбеҙ һәм һинән башҡа бер нимәне лә хәл итмәйәсәкбеҙ. Әгәр һиңә власть кәрәк икән − беҙ һине үҙебеҙҙең башлыҡ итеп билдәләйәсәкбеҙ. Өйләнергә теләһәң − кәрәкһә, унды һайла − барыһын да бирербеҙ. Әгәр һиңә ен эйәләшкән булһа, беҙ һине, ҙур аҡсаға иң яҡшы табипты эҙләп табып, дауаларбыҙ».

Пәйғәмбәр Ғүтбәгә былай тип яуап бирә: «Мин Аллаһу Тәғәлә тарафынан байлыҡ йәки хакимлыҡҡа ынтылыр өсөн ебәрелмәнем. Мин иман килтергәндәргә уларҙы мәңгелек Ожмах көтөүе тураһында шатлыҡлы хәбәр еткерергә һәм кафырҙарға, уларҙы Тамуҡта мәңгелек яза көткәнен әйтеп, ҡурҡытыр өсөн ебәрелдем. Мин, Раббым ҡушыуы буйынса, кешеләрҙе Берҙән-бер һәм бар нәмәгә Ҡөҙрәтле Аллаһҡа иман килтерергә саҡырасаҡмын. Исламды ҡабул итегеҙ һәм һеҙ был донъяла ла, мәңгелектә лә бәхетле булырһығыҙ». Шунан ул Ҡөрьәндән аят уҡый: «Әгәр улар баш тартһа, әйт: «Мин һеҙҙе Ғәд һәм Ҫәмүд халҡы дусар булған һәләкәт тураһында иҫкәртәм». Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғүтбә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ауыҙына усын ҡуйып: «Етте. Зинһар өсөн, туғандарың хаҡына, дауам итмә!» − ти. «Ярай, − ти Пәйғәмбәр ﷺ − һин мин уҡығанды ишеттең, ҡалғаны − һинең ҡарамаҡта, нисек кәрәк тип табаһың, шулай эшлә».

Ғүтбә ҡорайыштар янына борсоулы хәлдә, ауыр һәм ғазаплы уйҙар менән ҡайта. «Нимә булды? Төҫөң ҡасҡан», − тип ҡаршы алалар уны. Ғүтбә яуап бирә: «Мин быға тиклем бер ҡасан да ишетмәгән һүҙҙәр ишеттем. Билләһи (Аллаһ менән ант итәм), Мөхәммәд ﷺ шағир ҙа, сихырсы ла түгел. Эй ҡорайыш халҡы, теймәгеҙ уға, уның эшенә ҡамасауламайыҡ, сөнки мин унан ишеткән һүҙҙәрҙә бөйөк хәбәр бар. Әгәр Мөхәммәдте ﷺ башҡа ғәрәптәр үлтерһә, һеҙ унан башҡаларҙың ҡулы менән ҡотоласаҡһығыҙ. Әгәр ул башҡа ғәрәптәрҙе үҙенә буйһондорһа, ул ваҡытта һеҙ хакимлыҡты уның менән бүлешәсәкһегеҙ һәм көслө дәүләт буласаҡһығыҙ». Ҡорайыштар ҡысҡыра башлай: «Эй Ғүтбә, Мөхәммәд ﷺ һине һүҙҙәре менән сихырлаған!» Быға Ғүтбә: «Мин үҙемдең фекеремде генә әйттем, ә һеҙ, үҙегеҙ нисек кәрәк тип уйлайһығыҙ, шулай эшләй алаһығыҙ», − тип яуап бирә.

Мөшриктәрҙең етәкселәре, инде ни эшләргә, тип оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, Мөхәммәд ﷺ тураһында йәһүд ғалимдарының фекерен белер өсөн уларға Нәҙр ибне Харис менән Ғүҡбә ибне Әбү Нуғайҙы ебәрергә булалар. Йәһүдтәр шундай кәңәш бирә: «Уға өс һорау бирегеҙ. Әгәр ул шул һорауҙарға дөрөҫ яуап бирһә, ысынлап та ул − кешеләрҙе хаҡ дингә саҡырыр өсөн Аллаһ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр. Әгәр яуап бирә алмаһа, ул − үҙенә ялған исем тағыусы. Һеҙ унан, боронғо заманда сәйер рәүештә юғалған йәш егеттәр тураһындағы ғәжәйеп тарихты беләһеңме, тип һорағыҙ. Артабан һорағыҙ: кем Мәшриҡтән Мәғрипкә (Көнсығыштан Көнбайышҡа) тиклемге ерҙәрҙе үҙенә буйһондорған. Шунан һуң уға рух тураһында һорау бирегеҙ.

Ҡорайыштар, ҡайтҡас, пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ошо һорауҙарҙы бирәләр. Аллаһ Рәсүле ﷺ бөтә һорауҙарға ла ентекле яуап биреүгә ҡарамаҫтан, мөшриктәр, үҙҙәренең эрелеге һәм тәкәбберлеге арҡаһында, барыбер Аллаһҡа иман килтермәй һәм исламды ҡабул итмәй. Уларҙың маһайыусан холҡо − үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн тотоуы − шунан уҡ күренә: Пәйғәмбәр ﷺ янына һөйләшергә килгәс, улар, йәнәһе, ғалимдар һөйләшеүендә ҡатнашырға лайыҡ булмағанлыҡтан, ислам ҡабул иткән ярлылар һәм иреккә сығарылған ҡолдарҙың уларҙан йырағыраҡ тороуын талап иткәндәр.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...