Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.

 

Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз ағасынан яһалып, уның эсендә бөтә пәйғәмбәр һәм рәсүлдәрҙең образдары ебәктә һынландырылған була. Улар араһында беҙҙең Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ образы ла була: ул намаҙ уҡып тора, уның дүрт яғында − дүрт хәлифе, улар артынан башҡа сәхәбәләр теҙелеп киткән1.

 

Был һандыҡты быуындан-быуынға тапшыра килгәндәр, шул рәүешле ул Муса пәйғәмбәргә килеп етә. Пәйғәмбәр тәбүттә Тәүратты һәм Яҙмыш Таҡтаһының һыныҡтарын һаҡлаған, тиелә китаптарҙа. Муса үлгәндән һуң да Исраил вариҫтары уны артабан быуындан-быуынға тапшыра килгән. Һандыҡ, ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә фекер айырымлығы килеп тыуһа, дөрөҫ юлды билдәләргә ярҙам иткән. Уны һуғышҡа ла үҙҙәре менән алғандар, күтәрешергә фәрештәләр ярҙам иткән. Уның ярҙамында һуғыштың ни менән тамамланырын белергә мөмкин булған. Әгәр тәбүт тауыш бирһә − уларҙы еңеү көткән, һәм улар ғәзәүәтте (ислам өсөн һуғыш) башлаған. Әгәр тәбүттән өн сыҡмаһа, был хәрби походҡа рөхсәт юҡлығын белдергән, һәм улар ғәзәүәткә сыҡмаған.

Исраилдәр аҙғынлыҡҡа батҡас, Аллаһ уларға ғәмәликтәрҙе ебәрә, һәм тәбүт уларҙың ҡулына төшә. Тәбүтте юғалтҡас, Исраил халҡы Аллаһтың асыуы аҫтында ҡалғандай була. Ғәмәликтәр иһә шунда уҡ һандыҡты үҙҙәренең илаһтары (бот, һынташ) һаҡланған мәмерйәгә йәшерә, уның өҫтөнә иң ҙур ботто баҫтырып ҡуялар һәм, ишекте ябып, йоҡларға яталар. Иртән ҡараһалар, теге бот һандыҡтың аҫтында ята, ә һандыҡ − һынташ өҫтөндә. Былар яңынан һынташты тәбүт өҫтөнә баҫтыра һәм хатта, ҡаҙаҡ ҡағып, нығытып ҡуя. Икенсе көн иртән күрәләр: ҡулдары ҡырҡылған һынташ иҙәндә аунап ята, ә ҡалғандары, туҡмалған ғәскәр һалдаттарылай, баштарын аҫҡа эйеп баҫып тора. Ғәмәликтәр, тәбүтте сығарып, ауыл ситендәге урамға илтеп ташлай. Күп тә үтмәй, шул яҡ төбәктә ниндәйҙер сир тарала, бик күп кеше үлә. Аптырағас, улар тәбүтте икенсе ауылға оҙатырға була.

Һандыҡты илткән урында кешеләрҙе тешләп үлтерә һәм аҙаҡ уның эске ағзаларын ашай торған сысҡандар үрсей. Кешеләр, был афәттең сәбәпсеһе тәбүт икәнен аңлап, уны дөйөм бәҙрәфкә илтеп ташлай. Бәҙрәфкә кем генә инмәһен − геморрой менән ауырып китә. Кешеләр араһында дауалап булмай торған сир тарала. Улар һандыҡтан нисек ҡотолорға белмәй. Ғәмәликтәр араһында Бану Исраил ырыуындағы пәйғәмбәрҙәр нәҫеленән булған бер ҡатын йәшәгән. Ул, тәбүт уларҙың ерендә булғанда, бәлә-афәттәр уларҙы ташламаясаҡ, тип әйтә. Өҫтәүенә, тәбүткә берәү ҙә яҡын килә алмай, сөнки ул үҙенә яҡын килгән һәр кемде яндырған. Теге ҡатын тәбүтте, берәүгә лә зыян килтермәйсә, был илдән сығарыу юлын өйрәтә.

Уның кәңәше буйынса ғәмәликтәр һандыҡты үҙ илдәренән сығара. Шунда уҡ дүрт фәрештә килеп, бөтәһенең күҙ алдында уны күтәреп алып китә һәм Талуттың өйөнә индереп ҡуя. Быны үҙ күҙҙәре менән күреп, Шәмғундың һүҙҙәренең хаҡлығына ышанғас, Исраил кешеләре ҡыуана һәм Талутты батша тип танырға ризалаша.

 

Йәлүтте (Джәлүт, Голиаф) үлтереү

Бәйтүл-Мөҡәддәстә боттарға табыныусы ғәмәликтәрҙең Йәлүт исемле бик көслө батшалары була. Ҡөҙрәтле Аллаһтан Шәмғүнгә үәхи килә: Ул Талутты Йәлүткә ҡаршы һуғышҡа ебәрергә ҡуша. Талут үҙ теләктәре менән килгән йәш ир-егеттәрҙән торған һикһән меңлек ғәскәр туплай. Батша йорт төҙөргә нигеҙ һалғандарҙы, яңы ғына өйләнгәндәрҙе, бурысы булғандарҙы һәм сауҙа менән мәшғүлдәрҙе ғәскәренә алмаған.

Ошо ғәскәр менән ул юлға сыға. Эҫе ҡояш аҫтында һыуға сарсаған яугирҙәргә Талут оҙаҡламай йылға аша сығасаҡтарын әйтә һәм иҫкәртә: «Кем йылғанан һыу эсә, ул минең имандашым түгел. Эскән хәлдә лә, бер устан да артығын эсмәгеҙ. Был − Аллаһтан һеҙҙең иманығыҙҙың ныҡлығына һынау». Йылғаға еткәс, яугирҙәрҙең күбеһе һыу эсә башлай. Күп итеп эскәндәрҙең ирендәре, ауыҙ эстәре ҡарая. Улар һыуһындарын ҡандыра алмай, эскән һайын тағы ла нығыраҡ эскеләре килә.

Ошонан һуң Талутты тыңламағандарҙың имандары кәмей, йөрәктәренә ҡурҡыу инә һәм улар, Йәлүт менән һуғышыуҙан баш тартып, Аллаһҡа биргән анттарына хыянат итеп, кире боролоп ҡайтып китәләр. Ә кемдәр, Талуттың күрһәтмәһен үтәп, бер генә йотом һыу эскән, уларҙың һыуһыны шунда уҡ ҡана, имандары нығый, Ғаләмдәр Раббыһы уларға көс өҫтәй, дошманға ҡаршы аҙаҡҡаса көрәшергә тигән ныҡлы ниәт менән улар йылғаны аша сыға.

Һанһыҙ ғәскәрҙән өс йөҙ ун өс кенә яугир ҡала. Ошо ҙур булмаған отряд менән Талут кафырҙар батшаһы Йәлүткә ҡаршы һуғышҡа китә.

Талут, Йәлүтте үлтерә алған кешегә ярты батшалығын вәғәҙә итә һәм был батырға ҡыҙын да бирәсәген белдерә. Ләкин Йәлүткә яңғыҙы ҡаршы сығырға теләк белдереүсе булмай. Талут Шәмғүнгә мөрәжәғәт итә: «Эй Аллаһ пәйғәмбәре, Раббынан һора әле, беҙгә Йәлүтте еңерлек кешене бирһен», − ти. Аллаһ Йәлүтте үлтерә алырлыҡ кешене һүрәтләп бирә.

Талуттың ғәскәрендә Әйшә исемле кеше була. Ул яуға сығырға үҙенең ун өс улы менән килгән була. Шәмғүн егеттәрҙе ҡарап сыға ла, иң кесеһендә, Дауыт исемле яугир (буласаҡ пәйғәмбәр) янында туҡтала һәм: «Йәлүтте үлтерә ала торған баһадир ошо инде», − ти. Пәйғәмбәр Дауытҡа Аллаһу Тәғәлә тарафынан тап уға Йәлүтте үлтерергә ҡушылыуын әйтә. Егет ризалыҡ белдерә һәм улар Талут янына китә.

Китеп барғанда, юлда ятҡан бер таш Дауытҡа, мине ал, тип өндәшә, минең менән Һарун (Мусаның ағаһы) батшаларҙы үлтерҙе, ти һәм, Йәлүтте лә үлтергем килә, тип өҫтәй. Йәнә бер таш Дауыттан үҙен алыуын үтенә һәм Мусаның уның менән батшаларҙы үлтереүен әйтә. Дауыт менән тағы өсөнсө таш һөйләшә: «Мин дә һинең ташың, Дауыт, Йәлүтте үлтереүҙә минең дә кәрәгем тейәсәк», − ти. Дауыт, өс ташты ла алып, моҡсайына һала һәм яуға әҙерләнә.

Талут иң көслө яугирҙәрҙе һайлап ала, уларҙың башлығы итеп Дауытты билдәләй. Улар Йәлүт менән осраша. Бер үҙе бөтә ғәскәрҙе еңә алған Йәлүт, йәш кенә егетте күргәс, мыҫҡыллап көлә башлай. Дауыт таштарҙың, бергә уҡмашып, бер ташҡа әүерелгәнен күрә. Ул ташты һиртмәккә2 һала. Быны күреп ҡалған Йәлүттең асыуы ҡабара: «Һин нимә, мине, эт һымаҡ, таштар менән бәреп үлтерергә итәһеңме әллә?» − тип ҡысҡыра. Дауыт уға, арыҫлан үкергәндәй итеп: «Һин эттән дә яманыраҡ, һәм эт һымаҡ үләсәкһең», − тип яуап ҡайтара һәм ташты төҙәп атып та ебәрә. Үлемесле таш Йәлүттең башына ут бағанаһы кеүек барып тейә һәм Дауыт утыҙ яугир менән яуыз батшаны ергә йығып һала. Артабан улар Аллаһ ярҙамында Йәлүттең һанһыҙ ғәскәренен ҡыйрата. Дошманды еңеп, Дауыт Талутҡа Йәлүттең башын һәм бармағынан һалдырып алған балдағын тапшыра. Исраил улдары Аллаһу Тәғәләнең уларға ярҙам иткәненә ышана һәм шатлыҡтарының сиге булмай. Талут та бик ҡәнәғәт була, ләкин, Дауыт уға вәғәҙәһен иҫенә төшөргәс, ҡыҙын егеткә биргеһе килмәй. Ул төрлө һылтау эҙләй башлай: мәһәр түләмәйсә, ҡыҙымды бирмәйем, ти. «Килешеү буйынса, минең Йәлүтте үлтереүем мәһәр урынына, шуға өҫтәп һин миңә ярты батшалығынды бирергә тейеш түгел инеңме ни?», − тип Дауыт һүҙен бирмәй. Халыҡ та ғәҙеллекте талап итә башлағас, Талут ҡурҡыңҡырап ҡала һәм: «Бөтәһе лә һин теләгәнсә булыр, мәһәрең дә кәрәкмәй, тик бер йомошто ғына үтә: дошман яғына сығып, ике йөҙ кешене үлтер», − ти.

Дауыт шунда уҡ юлға сыға, дошмандар яғына үтеп, ҡушылғанды үтәй. Дәлил итеп, үлтерелгән ике йөҙ ирҙең һәр береһенән сөннәтләгәндә киҫеп ташлана торған тире киҫәген алып, бауға теҙә һәм Талутҡа килтереп бирә. Ошонан һуң да батша һүҙендә тормай. Ләкин халыҡ килешеүҙе үтәүҙе талап итә. Дауыттың ғәҙәттән тыш һәләтен һәм көсөн күреп, Талут ныҡ ҡурҡа һәм уны үлтерергә була. Бер ваҡыт, уңайын тура килтереп, уға махсус таяҡ менән бәрә, ләкин таяҡ теймәй, ситкә оса. Дауыт: «Һин мине үлтерергә уйлайһыңмы?» − тип һорай. «Һынап ҡына ҡарарға иткәйнем», − ти Талут. Бынан һуң улар айыу менән бүре һымаҡ йәшәй. Шулай ҙа Талут ҡыҙын Дауытҡа бирергә ризалаша. Әммә кейәүенә ҡаршы яуыз ниәтенән ҡайтмай.

 

__________________________________________

1 Был образдар әле лә Ватиканда ҡаты сер аҫтында һаҡлана, тигән мәғлүмәттәр бар.

2 Һиртмәк − боронғо таш атыу ҡоралы

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....