Әҙәптәр

Әҙәптәр

Хеҙмәтселәргә ҡарата вазифалар

 

  • Көс етмәҫлек эш ҡушмаҫҡа
  • Бәләкәй проблемаларында ярҙам итеү
  • Бәләкәй хаталарына иғтибар итмәҫкә
  • Улар ғәфү үтенһә ҡабул итергә

 

Эшкә яллаусыға ҡарата хеҙмәтсенең вазифаһы

 

  • Эшкә яллаусының бойороу-ҙарын үтәргә
  • Хужаһы янында булмағанда, уға изгелек теләргә
  • Вазифаларыңды тоғролоҡ менән үтәү
  • Хужаның ҡатындарының намыҫын һәм дәрәжәһен һаҡларға
  • Балалары менән яҡшы мөғәмәлә булыу
  • Хужаның мал-мөлкәтенә зыян килтермәҫкә

Хөкүмәт вазифалары

  • Кешеләргә яҡшы мөғәмәлә булыу
  • Әрләмәҫкә һәм оялтмаҫҡа, ҡаты көс ҡулланмаҫҡа
  • Бойороҡ бирер алдынан яҡшы уйларға
  • Кешеләр менән үҙеңде эре тотмаҫҡа һәм дошмандарға ҡараған кеүек ҡарамаҫҡа
  • Кешеләр яратһындар һәм хөрмәт итһендәр тип ҡыланмаҫҡа
  • Кешеләрҙең ихтыяждарын белергә тырышырға
  • Ғалимдарға ихтирам менән ҡарау
  • Ғалимдарҙың туғандарына һәм дуҫтарына ярҙам итергә
  • Кешеләрҙе һәр ваҡыт ҡур-саларға

 

 

Хөкүмәткә ҡарата кешеләрҙең вазифалары

  • Уның ишектәре алдында тормаҫҡа
  • Ҡаты ихтыяжы булмаһа, ярҙам һорамаҫҡа
  • Хаким йомшаҡ күңелле булһа ла, унан ситләшергә тырышырға кәрәк
  • Хаким йомшаҡ күңелле булһа ла, әҙәпһеҙ ҡыланмаҫҡа
  • Хаким теләһә ниндәй һорауға яуап бирә алһа ла, күп һорауҙар бирмәҫкә
  • Хакимды күргәндә, уға доға ҡылыу
  • Хаким тураһында яман имеш-мимеш һүҙҙәр йөрөтмәҫкә, яман һөйләмәҫкә

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...