Муса

Муса

Исраил халҡы Тәүратты нисек ҡабул иткән

 

Муса  Сәмириҙе үлтерергә теләй, ләкин уға үәхи килә: Аллаһ үлтермәҫкә ҡуша, сөнки Сәмири йомарт була. Муса  уны ҡәһәрләй һәм йыраҡҡа ҡыуып ебәрә, уға кешеләргә яҡын килеү тыйыла, шулай уҡ бер кем дә уға яҡын барырға тейеш булмай. Кемдер яңылыш ҡына ҡағылһа ла, ҡағылған урынын ҡайсы менән киҫеп ташлағандар. Иманһыҙ бәндә ошондай хурлыҡлы хәлдә үлеп китә. Кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙырыусы Сәмириҙе йомартлығы, бер аҙға булһа ла, ғүмерен оҙайта. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең ҡолдарындағы йомартлыҡ сифатын баһалай, йомарт булыу хатта иманһыҙ кешегә лә был донъяла файҙа килтереүе ихтимал.

 

Быҙауға табынған Исраил балалары тәүбәгә килеп, Аллаһу Тәғәлә уларҙың тәүбәһен ҡабул иткәс, Муса  шатлығынан, ҡулына Тәүрат яҙылған таҡталарҙы (скрижали) алып, унда яҙылғандарҙы халҡына уҡый башлай. Унда яҙылғандарҙы ишеткәс, ҡасандыр үҙҙәре үк талап иткән Изге Яҙманан Исраил тоҡомдары баш тарта: унда яҙылған ҡағиҙәләрҙең бөтәһен дә беҙ тота алмайбыҙ, тиҙәр. Аллаһу Тәғәлә уларға Ябраил фәрештәне ебәрә, Ябраил  ҡанаты менән Тур тауын күтәреп ала ла уларҙың өҫтөнә «элеп» ҡуя. «Әгәр Изге Яҙманы ҡабул итмәһәгеҙ, тау өҫтөгөҙгә төшәсәк», − тип ҡурҡыта.

Башҡа әмәл ҡалмағас, Исраил халҡы сәждәгә йығыла, ләкин маңлайҙары менән ергә ҡағылмайҙар, сөнки һыңар күҙҙәре менән, өҫкә килеп төшмәҫме, тип, тауҙы күҙәтәләр. Ошондай хәлдә генә улар, Мусаның  пәйғәмбәрлегенә иман килтереп, Тәүратты ҡабул итә.

 

Муса  менән Ҡарун тураһында ҡисса (хикәйәт)

Муса пәйғәмбәрҙең  Ҡарун исемле бик яҡшы һәм бик ярлы ике туған ағаһымы, ҡустыһымы була. Ул иманға килеүселәрҙең иң ышаныслыһы була. Муса  Синай тауына барғанда, Ҡарун уның Аллаһ менән һөйләшкән бөтә һүҙҙәрен дә ишетә. Ул ырыу халҡы араһында Тәүратты иң күп уҡыусы һәм тырышып ғибәҙәт ҡылыусы була.

Муса  Ҡарунға, Йүшәғ һәм Кәлмәнгә алхимия фәнен өйрәтә, һәр береһенә фәндең төрлө өлкәләре буйынса ғилем бирә. Ләкин Ҡарун Мусаға  көнләшә башлай. Үҙенең нәфсеһе һәм шайтан ҡотортоуына эйәреп, яңылыш юлға инеп китә. Ул алхимия менән ныҡ итеп шөғөлләнә башлай, хатта фәндең Йүшәғ менән Кәлмәнгә бирелгән өлөшөн дә үҙләштерә. Ҡурғашты көмөшкә, баҡырҙы алтынға әйләндерергә өйрәнгәс, ул бик күп итеп байлыҡ туплай һәм уларҙы иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҙур-ҙур һандыҡтарҙа һаҡлай. Уларҙың асҡыстары шул тиклем ауыр була − уларҙы күмәк кеше генә көскә күтәрә алған.

Шулай итеп, Ҡарун, байып ҡына ҡалмай, бының менән бик ныҡ ғорурлана, маһая, үҙенең ҡасандыр ярлы булғанын онота, фәҡирҙәрҙең хәленә бөтөнләй инмәй. Ҡулына нимә килеп инә, бөтәһен дә үҙенеке тип иҫәпләй, бейек һарайҙар, башнялар һалдыра һәм Муса пәйғәмбәрҙе  яманлауҙан туҡтамай.

Муса пәйғәмбәрҙең  шәриғәте буйынса, кешеләр мең динар аҡсанан − бер динар, мең дирхәмдән бер дирхәм иҫәбенән, шулай уҡ малдан да, зәкәт түләргә тейеш була. Ә ҡомһоҙ һәм һаран Ҡарун өсөн был күп тойолған, ырыуҙаштары араһынан да иманы зәғиф булғандарҙы быға ышандырып, үҙ яғына ауҙарған. Ләкин Ҡарун бында ғына туҡтап ҡалмаған. Ул, нисек булһа ла, Мусаға  ҡара яғырға, уны мәсхәрәгә ҡалдырырға теләгән. Ошо әшәке хыялын тормошҡа ашырыр өсөн, ситтән килгән бер ҡатынға күп итеп алтын биреп, уны Мусаға  яла яғырға ризалаштыра.

Һәм бына Муса , шәриғәт ҡанундарын һәм тәртиптәрен аңлатыр өсөн, халыҡты йыя. Ул теге йәки был енәйәт өсөн ниндәй яза бирелергә тейеш икәнлекте һөйләй, мәҫәлән: урлашҡан өсөн − ҡулды киҫергә, эскесене − туҡмарға, зина ҡылыусыны − таштар менән бәргесләргә. Һуңғыһын әйткәндә, Ҡарун урынынан тора ла һорау бирә: «Ә был закон һинең өсөн дә мотлаҡмы?» − ти. «Айырма юҡ», − тип яуаплай пәйғәмбәр. Шул саҡ Ҡарун уны зина ҡылыуҙа ғәйепләй башлай һәм теге ҡатындың исемен әйтә. Муса  бик ғәжәпләнә һәм ҡатынды килтерергә ҡуша. Ҡарун аҡсаға һатылған бисара ҡатынды алып килә. Пәйғәмбәр  унан, был кешеләр дөрөҫтө һөйләйме, тип һорағас, ҡатын Мусаға  яла яға алмай һәм Ҡарунға алтын хаҡына биргән вәғәҙәһен боҙа. Аллаһу Тәғәлә уның телен икенсе яҡҡа бора һәм ҡатын бөтә халыҡ алдында дөрөҫөн һөйләп бирергә мәжбүр була. Ҡарундың уны нисек ҡотортоуын әйтә һәм уны тыңлағаны өсөн бик ныҡ үкенеүен белдерә.

Ырыуҙаштары алдында хурлыҡҡа ҡалған Ҡарун бер һүҙ ҙә әйтә алмай.

Ҡарундың көнсөллөгө, хөсөтлөгө ни ҡәҙәр көслө булыуын күргән Муса  бик ныҡ әсенә һәм Аллаһу Тәғәләгә зарын һөйләй.

Йәберләнгән кешенең йәберләүсеһенә ҡарата зарланған доғаһы ҡаршылыҡһыҙ Аллаһҡа барып еткәнлектән, һәм хөсөтсө (көнсөл) бер ҡасан да маҡсатына ирешә алмағанлыҡтан, Ҡарун ситлеккә эләгә.

Мусаға  Ғаләмдәр Раббыһынан үәхи килә: Аллаһу Тәғәлә уға ерҙе буйһондороуын, һәм ул Мусаның , нимә теләй, шуны эшләй алыуын хәбәр итә. Дошманға яза бирергә рөхсәт алғас, Муса  көслө тауышы менән халҡына мөрәжәғәт итә: «Мин Аллаһу Тәғәлә тарафынан Фирғәүенгә ебәрелгән кеүек, Ҡарунға ла илсе итеп ебәрелгәнмен». Ул бик асыулы була һәм өҫтәп әйтә: «Ҡарун артынан эйәреүселәрҙән башҡа, бөтәгеҙ ҙә минең янға яҡыныраҡ килегеҙ». Бөтә ырыу Муса  эргәһенә килеп баҫа, ә Ҡарун янында ике генә кеше ҡала.

Шунан Муса  ергә әмер бирә, һәм Ҡарун ике әшнәһе менән тубығынан ергә бата. Муса  бойороғон бер нисә тапҡыр ҡабатлай, һәм ер уларҙы яйлап тулыһынса йота. Ерҙән йотолоп барғанда, улар пәйғәмбәрҙән  мәрхәмәт һорап ҡысҡыра. Ләкин һуң була. Ҡалған кешеләр иһә үҙ-ара шыбырҙаша башлай, йәнәһе, Муса  Ҡарундың байлығына хужа булырға уйлай. Пәйғәмбәр , йәне көйөп, йәнә Аллаһҡа, Ҡарундың үҙе һымаҡ, мөлкәтен дә юҡ итеүен һорап, доға ҡыла. Һәм Ҡарундың бөтә байлығын: йортон, милкен, малын, алтын-көмөштәрен − барыһын да ер йота.

Риүәйәттә әйтелгәнсә, Ҡарун һәм уның эйәрсәндәре әле һаман ерҙән йотолоуҙарын дауам итә, һәм, Хисап көнө килеп етмәйсә, улар ерҙең төбөнә төшөп етмәйәсәк.

Ә күпме бөгөн, үҙҙәрен аҡыллыға һанап, Ҡарун һымаҡ, артыҡ аҡсаларына бай йорттар һалып, шулар менән маҡтанып, ғорурланып йәшәүселәр! Әйтерһең дә, әхирәттә бының өсөн улар яуап бирмәйәсәк!

Аҡылы булған кеше Ҡарун тураһында уйланһын − ҡайҙа булды уның зәкәт түләүҙән баш тартҡан байлыҡтары, алтын-көмөштәре? Мусаға  көнләшеп, хөсөтлөк ҡылыусы Ҡарундың ғүмере нисек тамамланыуы тураһында уйланығыҙ.

Иҫеңдә тот: Әр-Раззаҡ (ризыҡ биреүсе Аллаһ) һиңә биргән ризығына башҡаларҙың да өлөшөн һала, һине аралашсы итә − бүтәндәргә лә таратһын, тип. Бындай тәртипте йәшерен нәмәләрҙе Белеүсе Ғаләмдәр Раббыһы ҡуйған − кемдең кем икәнен айырыр өсөн.

Бел, әгәр ҡомһоҙлоғоң һиңә байлығыңдың аҙ ғына өлөшөнән зәкәт сығарырға ҡамасаулай икән − был миллионлаған аҡсаңды юғалтыуға килтерәсәк. Һин зәкәт түләмәгәндән берәүгә лә насар булмаҫ, һиңә биргән байлыҡты Аллаһ бүтәндәргә лә бирә ала. Әммә зәкәт түләнгән мөлкәттә бәрәкәт була, һәм Аллаһ уны тағы ла арттырасаҡ.

Үҙенең йомарт ҡулдары менән динебеҙгә ярҙам итеүселәргә Аллаһу Тәғәлә бәрәкәтле байлыҡ бирһен.

 

Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...