Дүрт мәҙһәб имамдары буйынса аңлатма

Дүрт мәҙһәб имамдары буйынса аңлатма

Бел, бөтөн дүрт мәҙһәб имамдары ла дөрөҫ һәм хаҡ юлда. Ул мәҙһәбтәр өммәтебеҙҙе бәхеткә һәм Ожмахҡа илтә торған юлдар. Шуларҙың ҡайһыһына булһа ла эйәргән кеше ғазапланмаҫ һәм интекмәҫ.

 

Кем: «Беҙҙең мәҙһәб дөрөҫ, ҡалғандары хаталы”, − тип әйтә, ул кеше ныҡ яңылыша. Ундай кешегә ентекле итеп аңлатырға һәм тәрбиә бирергә кәрәк. Кем ҡалған мәҙһәб имамдары буйынса насар фекерҙә була, уны ҡурҡыныс һәм алама үлем көтә. «Әл-Аҡыда Әш-Шәйбәни» китабында: «Кем уларға ныҡлап инанған, ул мөьмин, ә инде уларҙан баш тартып, үҙенең юлын эҙләгән кеше йәһүдкә әйләнә», – тиелгән.

 

Имам Әбү Хәнифә

Әбү Хәнифәгә килгәндә, уның исеме Ноғман Ҫәбит улы. Ул тәбиғиндәрҙең береһе. Дәрәжәле фиҡһ белгесе, ғалим, ғәбид, зәһид, ғариф (Аллаһты танып белеүсе), тәҡүәле шәхес булған. Суфьян ибне Ғуяйнат: «Минең күҙҙәрем Әбү Хәнифәгә оҡшаған кешене күргәне булманы», – тигән.

Хәммәдтән еткерелгәнсә, бер ваҡыт Әбү Хәнифә, кешеләр төркөмө эргәһенән үтеп барғанда, уларҙың: «Был кеше һәр төндө намаҙҙары менән йәнләндерә», – тигәнен ишетә. Бынан һуң ул төндәрҙе бөтөнләй йоҡламайынса үткәрә башлай. «Ғибәҙәткә ҡағылышлы үҙемдә булмаған сифаттар менән мине тасуирлай башлаһалар, Аллаһ алдында ныҡ оялам», – тигән Әбү Хәнифә.

Имам Әбү Ләйс Сәмәрҡанди Әбү Хәнифәнең кәрәмәттәрен иҫкә төшөрә. Мәҫәлән, мәрхүм булғандан һуң, уны ғөсөлләндергәс, маңлайында Ҡөрьән аяттарының өҙөктәре күренә (мәғәнәһе):

«И тынысланған йән! Риза булған һәм ризалыҡ алған Раббыңа ҡайт. Изге ҡолдарым араһына ин. Йәннәтемә ин!» («Фәджр» сүрәһе).

Уң ҡулында: «Тәҡүәлек эйәләре булған кешеләре вафат булғас, уларға фәрештәләр:«[Эй Аллаһтың дуҫтары!] Сәләм һеҙгә! [Бынан һуң һеҙҙең бөтөн теләктәрегеҙ үтәләсәк]. Ҡылған ғәмәлдәрегеҙ өсөн Йәннәткә керегеҙ», – тиәсәктәр» («Ән-Нәхл» сүрәһе).

Һул ҡулында: «Иман килтереп, [намаҙ, ураҙа, хаж, зәкәт кеүек] изге ғәмәлдәр ҡылыусылар [белһендәр], Беҙ игелек ҡылыусыларҙың әжер-сауаптарын юҡҡа сығармайбыҙ» («Кәһф» сүрәһе).

Эсендә: «Раббылары уларҙы киң рәхмәте, ризалығы һәм мәңгелек ниғмәтле Йәннәттәре менән һөйөндөрә» («Әт-Тәүбә» сүрәһе).

Шунан уны күтәреп алып бара торған таҡтаға һалғас, бөтәһе лә күктән: «Йә, төндәрҙе уяу үткәреүсе, ҡыямдарҙы оҙайтыусы, тәһәджүдтәрҙе күпләп үтәүсе, ураҙаларҙы күпләп тотоусы, һиңә Раббың Дар-үс-Сәләмгә инергә рөхсәт итте», – тигән тауыш ишетә.

Әбү Хәнифәне ҡәбергә һалғас, йәнә барыһы ла күктән тауыш ишетә: «[Уның өсөн] Рәхәтлек, хуш ризыҡ һәм ниғмәтле Йәннәт» («Әл-Үәҡиғә» сүрәһе).

Әбү Хәнифә 150 йылда Бағдад ҡалаһында баҡыйлыҡҡа күсә. Уға 70 йәш була. Шул уҡ йылда имам Әш-Шәфиғи донъяға килә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әбү– Бәкр әл–Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...