Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

 

 

Сафа ҡалҡыулығындағы сығышы

 

 

Пәйғәмбәргә ﷺ үҙенең динен асыҡтан-асыҡ таратырға һәм яҡындарын үҙенең артынан эйәртергә ҡушылғандан һуң, ул ислам тураһында бөтә халыҡ алдында һөйләй башлай. Берҙән-бер көндө ул Сафа тауына күтәрелә лә ҡысҡырып: «Йә сабаху!» (Һаҡланығыҙ!), − тип өндәшә. Ғәрәптәрҙә был саҡырыу ниндәйҙер хәүеф янағанда йәки мөһим хәбәр еткерер алдынан әйтелә торған булған. Пәйғәмбәрҙең ﷺ саҡырыуын ишеткәс, ҡорайыштар Сафа ҡалҡыулығы янына йыйыла.

 

Пәйғәмбәр ﷺ, уларға былай тип өндәшә: «Эй ҡорайыш халҡы! Йә әйтегеҙ, әгәр мин һеҙгә, ошо тау артында дошман ғәскәре беҙгә ташланырға әҙерләнеп тора, тип әйтһәм, һеҙ миңә ышаныр инегеҙме?» − ти. «Эйе, − тиҙәр бөтәһе лә бер тауыштан, − сөнки беҙ һинән дөрөҫлөктән башҡа һис нимә ишеткәнебеҙ булманы». Пәйғәмбәр артабан дауам итә: «Ғәмәлдә, мин, Аллаһу Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, әгәр исламды ҡабул итмәһәгеҙ, һеҙҙе үлгәндән һуң ауыр ғазаптар көтөүе тураһында иҫкәртәмен. Мин һеҙҙе иман килтерергә һәм «Ләә иләәһә илләллаһ, Мөхәммәд Расүлүллаһ», − тип әйтергә саҡырам. Был − һеҙҙең өсөн ҡотолоу һүҙҙәре!»

Һәм йәнә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Эй ҡорайыштар! Үҙегеҙҙе Тамуҡ утынан ҡотҡарығыҙ, юҡһа, мин һеҙҙе Аллаһтың асыуынан ҡотҡара алмаясаҡмын!» Шунан һуң һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ҡорайыш ҡәбиләһенең һәр бер ырыуына айырым мөрәжәғәт итә: «Үҙегеҙҙе уттан ҡотҡарығыҙ!» − ти.

Ул көндө бер кеше лә Пәйғәмбәргә ҡаршы сығыш яһамай. Фәҡәт Әбүләһәб кенә үҙенең наҙанлығында ныҡ тора: «Дөмөгөп киткере! Шуның өсөн беҙҙе йыйҙыңмы?» − тип аҡыра. Ошонан һуң күп тә үтмәй, Аллаһ Изге Ҡөрьән аяты төшөрә, унда: «Әбүләһәбтең ике ҡулы ла ҡороһон...» тип әйтелә.

Ҡорайыштар, Пәйғәмбәрҙең ﷺ саҡырыуына нимә тип әйтергә лә белмәй, һүҙһеҙ генә өйҙәренә таралыша.

Ошонан һуң Пәйғәмбәр ﷺ, ҡайҙа ғына булмаһын, кешеләрҙе исламға саҡыра. Пәйғәмбәрҙең ﷺ, мәжүсиҙәр үҙҙәренең динендә (ышаныуҙарында) ныҡ аҙашыуҙа, тигән һүҙҙәре ҡорайыштарға йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә, улар ауыр уйға ҡала. Уларға Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһтың һәм уның Илсеһенең ﷺ ҡушҡандарына буйһоноу бик ауыр була, сөнки бит улар ғәрәптәрҙең дини етәкселәре һәм Ҡәғбә һаҡсылары булып тора, дини ҡағиҙәләрҙе иһә улар үҙҙәре билдәләргә күнеккән. Әммә улар өсөн иң ҡыйыны − үҙен Аллаһ Илсеһе ﷺ тип күрһәтеүсенең − намыҫлы, бер ҡасан да алдашмай торған, үҙҙәре үк уға Әмин (ышаныслы, тоғро) тип исем биргән кеше − Мөхәммәд ﷺ булыуы.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...