ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА
ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА
СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ-ЧИРКАВИҘЫҢ «ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ» КИТАБЫНАН
Йософ ваҡыт-ваҡыт һыбай йөрөп килер булған. Атының кешнәүенән уның йөрөргә сыҡҡанын белеп, кешеләр уны күрергә йыйылған. Зөләйха ла ҡыуышынан сыға һәм Йософто күреп ҡала. Ул үҙенең йәшлеген иҫенә төшөрә һәм, күңеле йомшарып, йөрәкһенеп, ҡысҡырып ебәрә: «Эй Үҙенә тоғроларҙы батша Яһаусы һәм баш бирмәгәндәрҙе ҡол Итеүсе!». Зөләйханың, Аллаһу Тәғәләне Уның гүзәл сифаттары менән маҡтап, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре Йософтоң күңеленә үтеп инә. Ул, Ғаләмдәр Раббыһының сикһеҙ ниғмәттәрен иҫкә төшөрөп, Уның йомартлығынан оялып, илап ебәрә.
Пәйғәмбәр Зөләйханы күрә, ләкин танымай. Уны йәлләй һәм хеҙмәтсеһенә, янына барып, нимәгә мохтаж булыуын һорашырға ҡуша. Хеҙмәтсе ҡушҡанды үтәй, Зөләйханан ни теләүен һорай. Тегеһе, уның теләген бары тик Йософ ҡына үтәй алырын әйтә. Йософ өйөнә ҡайтҡас, хеҙмәтсеһенән юлда осраған ҡарт инәйҙең нимә теләгәнен һорай. Хеҙмәтсе, Йософто күрергә теләүҙән башҡа, уның бүтән бер теләге лә булмауын әйтә. Пәйғәмбәр уны алып килергә ҡуша. Зөләйха килеп сәләм биргәс, Йософ уның сәләменә яуап бирә һәм ипләп кенә уның нимәгә мохтаж булыуын һораша башлай. Зөләйха: «Эй Йософ, мине ҡайһылай тиҙ онотҡанһың», − ти. Йософ уйлана, әммә иҫенә төшөрә алмай, уны танымағанын әйтә һәм: «Һин кем?» − тип һорай. Зөләйха үҙенең кемлеген әйткәс, Йософ һалҡыныраҡ һөйләшә башлай, әммә аҙаҡ йомшара: «Ҡайҙа булды һинең элекке байлығың, элекке матурлығың, һылыулығың?» − тип һорай. Зөләйха: «Уларҙың бөтәһен дә һине төрмәнән Ҡотҡарыусы һәм һине Батша Яһаусы алды», − ти. Пәйғәмбәр икенсе тапҡыр уға нимә кәрәклеген һорай. Зөләйха башта унан теләктәрен үтәргә һүҙ биреүен һорай. Йософ һүҙ биргәс, ул, Бөйөк Раббыға өс үтенес менән мөрәжәғәт итеүен һорай. Беренсе үтенесе − Йософто уйлап, туҡтауһыҙ ҡойған йәштәре арҡаһында һуҡырайған күҙҙәренең яңынан күрә башлауы; икенсеһе − киренән йәш саҡтағы хәленә ҡайтарыу, йәғни, йәшәртеүҙе үтенеү. Йософ Аллаһу Тәғәләгә, Зөләйханың үтенесен әйтеп, доға ҡыла. Аллаһ доғаны ҡабул итә. Зөләйха йәшәрә, күҙҙәре күрә башлай. «Минең өсөнсө теләгем − һинең миңә өйләнеүең», − ти Зөләйха. Йософ, нимә тип әйтергә лә белмәй, башын аҫҡа эйә. Шул саҡ, Аллаһ әмере буйынса, уның янына Ябраил фәрештә төшә. Ул башта Аллаһтың сәләмен еткерә, шунан һуң Зөләйханың өсөнсө теләген дә үтәргә ҡуша һәм: «Ғаләмдәр Раббыһы Зөләйханы был донъя һәм әхирәт өсөн һинең ҡатының итте. Уға өйлән», − ти.
Мысыр батшаһын һәм башҡа хөрмәтле кешеләрҙе саҡырып, туй үткәрәләр. Йософ янына, уның Зөләйхаға өйләнеүенә шатлыҡтарын белдереп, күктән фәрештәләр төшә. Хеҙмәтсе ҡыҙҙар Зөләйханы матур итеп кейендерәләр, алҡа, беләҙектәр тағалар. Икәү генә ҡалғас, Йософ үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, һорай: «Һинең теге ваҡыттағы теләгеңә ҡарағанда, ошолай һәйбәтерәк түгелме?» − ти. «Мине ғәйепләмә инде, Сиддиҡ », − ти кәләше.
Зөләйха Йософҡа кейәүгә сыҡҡанда, уға туҡһан йәш булған, ти. Уларҙың ике игеҙәк улдары тыуа: Афраим менән Мәншә. Йософтоң Зөләйхаға мөхәббәте шул ҡәҙәре ҙур була: ул ҡатынынан аҙ ғына ваҡытҡа ла айырыла алмай. Зөләйхалағы Йософҡа ҡарата булған һөйөү дәртен, хис-кисерештәрен Аллаһу Тәғәлә Йософтоң йөрәгенә күсерә. Ә Зөләйханың Йософҡа булған ашҡыныулы һөйөүе Аллаһҡа ҡарата ысын мөхәббәткә әүерелә, ул Аллаһу Тәғәләнән башҡа бөтә нәмәне лә онотоу хәленә барып етә. Бер ваҡыт ул Йософтан ҡасҡанда, тегеһе уның ҡүлдәгенән эләктереп ала, күлдәк йыртыла. Зөләйха, ҡасандыр һинең күлдәгеңде йыртҡаным өсөн булыр, ти.
Зөләйха, Йософ менән ҡырҡ йыл бергә йәшәгәндән һуң, ике улын һәм ҡыҙын ҡалдырып, әхирәткә күсә. Зөләйханы сикһеҙ яратҡан Йософ башҡа бер кемгә лә өйләнә алмай. Ҡартайғансы, батша булып ҡала һәм, йөҙ ҙә егерме йәшкә еткәс, был донъяны ҡалдырып, мәңгелеккә күсә.
Әйтеүҙәренсә, Йософ − инженерлыҡ фәненә нигеҙ һалыусы. Шулай уҡ игендең башаҡлы көйө яҡшыраҡ һаҡланыуы тураһында уға тиклем белмәгәндәр. Ул Нил йылғаһынан күпме һыу ағыуын иҫәпләп сығара, һәм шул осорҙа йылғанан Әл-Фәйүм үҙәненә канал ҡаҙыйҙар, ахырында етмеш көн эсендә тирмән ҡороп ҡуялар. Райан, үҙенең вәзирҙәре менән төҙөлөштөң барышын ҡарарға килһә, аптырап китә, сөнки быға тиклем ундай эшкә кәмендә мең көн ваҡыт талап ителгән. Шуға күрә үҙәнде лә (Әл-Фәйүм − әлфә йәүмин) «мең көн» тип атаған буғандар. Унда, Аллаһу Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, ҙур, мөһәбәт ҡала төҙөйҙәр.
Беренсе булып Аллаһу Тәғәлә төш юрау (тәфсирләү, аңлатыу) ғилемен Йософҡа бирә. Былар тураһында әл-Кисәй яҙып ҡадырған.
Аллаһу Тәғәлә тарафынан Йософҡа бирелгән ниғмәттәр − хакимлыҡ итеү һәм халыҡтың хөрмәте − иң юғары кимәлгә (камиллыҡҡа) еткәс, быларҙың ваҡытлыса икәнен белгән пәйғәмбәрҙә мәңгелек Ожмахҡа һөйөү уяна. Һәм ул Аллаһтан, бығаса бер генә пәйғәмбәр ҙә һорамаған, ул турала хыялланмаған, һәм, Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, кешеләр унан ҡасырға тырышҡан нәмәне − үлемде − һорай.
Үлем сәғәте яҡынлашҡас, ул Израил улдарын саҡырып ала һәм уға был донъя менән хушлашыу мәле еткәнен әйтә. Кешеләр хафаға ҡала: «Һинән һуң Израил улдары тураһында кем ҡайғыртыр? Һин беҙҙе кемгә ташлап китәһең?» − тиҙәр. Йософ Израил балалары араһынан, улар барлығы һикһән кеше була, үҙенең Йәһүҙ исемле исемле туғанын етәксе итеп ҡалдыра. Шунан ул копт халҡы араһынан бер иманһыҙ кешенең сығасағын әйтә. Ул үҙен Аллаһ тип ышандырасаҡ, Израил халҡын золом аҫтында тотасаҡ, яңы тыуған ир балаларҙы үлтереп торасаҡ, тип белдерә. «Шунан һуң һеҙҙең аранан Ғимран улы Муса тигән кеше сығасаҡ. Уның ярҙамында Аллаһ һеҙҙе теге батшаның золомонан ҡотҡарасаҡ», − ти пәйғәмбәр.
Йософтоң буласаҡ тиран-батша тураһында, Муса пәйғәмбәр дәүере хаҡында үҙ халҡына һөйләгәндәре «Ғәраьис» китабында килтерелә.
Йософтоң биш йөҙ йыл йәшәгән әтәсе була. Йософ үлер алдынан әйтеп ҡалдыра: «Ошо әтәс ҡысҡырыуҙан туҡтағанға тиклем һеҙ үҙ динегеҙҙе тотасаҡһығыҙ. Теге яуыз батша донъяға килеү менән, әтәс ҡысҡырыуҙан туҡтар. Залим батшалыҡ иткәндә, халыҡта иман көсһөҙләнәсәк. Ә инде әтәс яңынан ҡысҡырғас, Ғимрандың улы тыуыуы тураһында билдәле булыр. Шунан һуң һеҙ юлдан яҙған Фирғәүендең иҙеүенән ҡотолорһоғоҙ, һәм ил менән Муса идара итер.
Пәйғәмбәр үлгәс, уны ерләү мәсьәләһендә бәхәс тыуа. Һәр кем, пәйғәмбәрҙең бәрәкәтен алырға теләп, уны үҙ ерендә ерләргә ынтыла. Уларҙың бәхәсе һуғышыуға барып етә яҙа, шулай ҙа, түҙемлек күрһәтеп, улар уртаҡ фекергә килә. Һөҙөмтәлә, Йософтоң бәрәкәте тотош Мысыр халҡына таралһын өсөн, уны Нил йылғаһының эсендә ерләргә булалар. Нилдың бер яҡ ярынан пәйғәмбәрҙең кәүҙәһе һалынған мәрмәр табутты һыуға төшөрәләр. Ошонан һуң был яҡ ярҙа иген баҫыуҙары бик ҙур уңыш бирә башлай, ә ҡаршы яҡ ярҙа, киреһенсә, бөтә нәмә ҡорой. Яңынан бәхәс ҡуба. Һәм Йософтоң кәүҙәһен (табутты) икенсе ярға күсерергә хәл итәләр. Хәҙер инде ул яҡ ярҙа бөтә ер йәшеллеккә күмелә, мул уңыш алына, ә ҡаршы ярҙа ҡоролоҡ башлана. Шулай итеп, халыҡ Аллаһтың бәрәкәтенә һәм был бәрәкәттең Йософтан (хатта үлгәндән һуң да) килеүенә шаһит була. Шунан инде пәйғәмбәрҙе Нил йылғаһының уртаһына күмәләр, ошонан һуң бәрәкәт йылғаның ике яҡ ярына ла берҙәй тарала.
Эй мосолмандар, иғтибар итегеҙ: изге кешенең бәрәкәте хатта ул үлгәндән һуң да юғалмай. Күрәһегеҙме, изгеләр ҡәбере янында Аллаһтан бәрәкәт һорарға ярамай, тип иҫәпләүселәр нисек яңылыша! Улар хатта бар ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең Раузаһына (Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡәберенә) барыуҙан баш тарта!
Ҡарағыҙ, нисек уларға, мосолмандарҙың, бергә йыйылып, Пәйғәмбәребеҙҙең Ғаләмдәр Раббыһы тарафынан бүләк ителгән мөғжизәләре, юғары әҙәбе, күркәм холҡо, изге ғәмәлдәре тураһында иҫкә алыуы оҡшамай!
Аллаһу Тәғәлә беҙҙе һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ иҫкә алыу мәжлестәрен күрәлмаусылар сафында булыуҙан һәм Аллаһ Рәсүленең ﷺ шәфәғәтен инҡар итеүселәр фекеренә эйәреүҙән һаҡлаһын!!!
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)