Йөрәк гонаһтары

Йөрәк гонаһтары

Һин бел, күңелгә төрлө ғәҙәти булмаған хәлдәр хас. Йөрәк ауырыуҙарынан тиҙ генә дауаланып булмай һәм уның бар ысулдары ла билдәле түгел. Уның тураһындағы белем һәм тәжрибәләр элекке быуын кешеләренең хәтеренән сыҡҡан. Йөрәкте таҙалауҙың бар юлдарын һәм ысулдарын беҙ «Ихйә ғүлүм әд-Дин» китабының берҙән дүрт өлөшөн алып торған «Мүнжиәт» бүлегендә ентекле итеп тасуирланыҡ.

 

Бында беҙ һине йөрәктең өс боҙоҡ сифаты тураһында иҫкәртәбеҙ. Ул ауырыуҙар ғәҙәттә бөгөнгө көндә фиҡһ фәнен өйрәнеү менән мәшғүл булған ғалимдарға хас. Әгәр ҙә һин ул сирҙәр тураһында башта уҡ белеп ҡуйһаң, алдан уҡ сараһын күрерһең. Ысынында, ул ғәҙәттәр кешене һәләкәткә илтә һәм бөтөн яманлыҡтың башы булып тора. Улар − көнләшеү (зависть), күҙ буяу (яһалмалыҡ), үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булыу. Ошо өс сифаттан күңелеңде таҙартырға тырыш. Әгәр һин уларҙан дауалана алмаһаң, ҡалған насар ғәҙәттәрҙән дә арына алмаҫһың. Күңелеңдә шул өс яман сифат булғанда, һин белем алғанда изге ниәтеңә таянып ҡына уларҙан ҡотола алмаҫһың. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Кешене һәләкәткә илткән өс әйбер бар: контролдә тотоп булмаған һаранлыҡ, әшәке теләктәргә ирек биреү, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булыу».

Көнсөллөктөң сығанағы булып һаранлыҡ тора, сөнки һаран кеше үҙендә булғанды ҡалғандарҙа ла булыуын теләмәй. Үтә һаран кеше Аллаһтың Үҙ хазинаһындағы байлыҡтарын башҡаларға биреүен теләмәй. Шуға күрә уның һаранлығы ҡалғандар-ҙыҡынан ҡурҡыны-сыраҡ. Көнләшеүсе (завистливый), Аллаһу Тәғәлә Үҙенең ҡөҙрәте арҡаһында хазинаһынан кемгәлер белем, байлыҡ, мөхәббәт биреүенә түҙә алмай. Хатта бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаһа ла, ул кешеләрҙең шул байлыҡтарҙан мәхрүм ителеүен теләй. Был йөрәктең иң яман сире булып һанала.

Шуға ла Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Ут утынды ялмап алған һымаҡ, көнләшеү ҙә яҡшы ғәмәлдәрҙе юҡ итә».

Көнсөл (завистник) − бер ниндәй йәлләүһеҙ язаға лайыҡ кеше. Ул был донъяла ла бөтмәҫлек ыҙа сигә. Аллаһтың уның йәштәштәренә белем, байлыҡ һәм абруйлы дәрәжә биреүенә көнләшеүсе үлгәнсе яфа кисерер. Әхирәттәге ғазаптар тағы ла ауырыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ. Мосолман кешеһе, үҙенә нимә теләй, шуны ҡәрҙәштәренә лә теләмәһә, уның иманы камил булмаясаҡ. Мөьмин кеше ҡалғандарҙың уңыштарына ҡыуана һәм бәлә-ҡазаға тарығандар өсөн борсола. Мосолмандар бер стенаның кирбестәре һымаҡ, бер-береһенә ярҙам итергә тейештәр. Улар бер тәндең ағзалары һымаҡ − әгәр бер ер ауыртһа, ҡалған ағзалар ҙа ул ауыртыуҙы һиҙә. Әгәр ҙә һинең күңелеңдә ундай хистәр булмаһа, һәм һин ҡалған мосолмандар өсөн ҡайғырмаһаң, һиңә, фиҡһ бүлектәрен, хөкөм системаһын өйрәнгәнсе, үҙеңде һәләк булыуҙан ҡотҡарырға кәрәк.

Яҡшы булып күренергә тырышыу (показуха), ике йөҙләнеү – ул бәләкәй ширк (рия) булып һанала. Аллаһҡа тиңдәш ҡуйыуҙы аңлата. Яһалмалылыҡтың маҡсаты -юғары дәрәжәгә етер өсөн, кешеләрҙең ышанысын яуларға тырышыу. Күп кеше шуның арҡаһында һәләк була. Өҫтәүенә, кешенән башҡа бер ниндәй йән эйәһе лә икенсе берәүҙе һәләк итмәй. Шуға күрә, әгәр кеше төптәнерәк уйлап ҡараһа, уның алған белемдәре, ҡылған ғибәҙәттәре һәм хатта ғәҙәткә ингән барлыҡ ғәмәлдәре тик кеше күрһен өсөн, уларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн генә эшләнелгән булып сыға.

Яҡшы булып күренергә тырышыу (показуха) бөтөн һәйбәт ғәмәлдәрҙе юҡ итә. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Ҡиәмәт көнөндә беренсе булып һуғышта һәләк булғанды хисапҡа саҡырырҙар. Ул Аллаһ алдына баҫып торғас, уға ул тере саҡта ҡылған яҡшы ғәмәлдәрен иҫенә төшөрөрҙәр. Һәм ул уларҙы таныр. Шунан Аллаһ:

– Һин улар менән нимә эшләнең? – тип һорар.

 – Мин һинең юлыңда көрәшеп, шәһит булдым.

– Һин алдайһың. Һин минең өсөн көрәшмәнең. Һин кешеләр һине ҡыйыу тип әйтһендәр өсөн һуғыштың. Һине артабан шулай итеп һананылар ҙа, –тип әйтер Аллаһ”.

Шулай уҡ кешеләрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итеү өсөн, уға һоҡланһындар өсөн белем эстәгәндәр, хаж ҡылыусылар һәм Ҡөрьән уҡыусылар менән дә шундай уҡ һөйләшеү булыр тиелгән.

Үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булыу, һауалылыҡ һәм үҙ-үҙеңде маҡтау һымаҡ әхлаҡи ауырыуҙарҙан да дауаланыу бик ҡыйын. Кеше үҙен ҡалғандарҙан юғары ҡуя һәм уларға өҫтән ҡарай.

Тәкәбберлек «Мин» һүҙендә беленә. Ҡарғалған шайтан әйткән: «Мин унан яҡшыраҡ. Һин мине уттан барлыҡҡа килтергәнһең, ә уны – балсыҡтан» («Әл-Мөьминүн», 7:12).

Ошондай холоҡло кешеләр мәжлестәрҙә, үҙҙәрен ҡалғандарҙан юғары тип иҫәпләп, түрҙә ултырырға тырышалар.

Аралашҡан саҡта кешенең һауалығы тәнҡитте яратмауҙа һәм ҡаршылыҡтарға сабырһыҙ булыуында сағыла. Тәкәббер кешеләргә нәсихәт эшләһәң, улар ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр, әммә үҙҙәре һөйләһә, ҡаты һәм тупаҫ итеп аңлаталар. Әгәр ҙә кеше үҙен Аллаһтың берәй ҡолонан яҡшыраҡ тип тойһа, был − тәкәбберлек сифаты. Һин шуны бел, Аллаһ алдында кемдең иң яҡшы бәндә икәнлеген берәү ҙә белмәй. Ул тик кешенең һуңғы һулышынан һуң ғына билдәле буласаҡ.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Шәүүәл айы

Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана. Рамаҙанда иһә һәр хаҡ мосолман күберәк изегелектәр эшләп ҡалырға ашыҡһа, тырышһа, Шәүүәл айы ла беҙгә ошо яҡшылыҡтарыбыҙҙы тағы ла арттырырға, байытырға мөмкинлек бирә. Бәлки, тотҡан ураҙаларҙа хата-кәмселектәр булғандыр, йә ҡайһы бер көндәре тороп ҡалғандыр,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр миңә эт ҡағылһа, намаҙ алдынан кейемемде алмаштырырға кәрәкме? Эт үҙе нәжес (бысраҡ) хайуан түгел. Әммә уның шайығы нәжес. Шуға күрә: 1) әгәр һеҙ эткә ҡағылып та, уның шайығы кейемегеҙгә теймәһә, һеҙгә йыуынырға ла, кейем алыштырырға ла кәрәкмәй; шул килеш намаҙ уҡый алаһығыҙ (әгәр ҙә...


Ахырзаман – аяҡ аҫтында

Бала саҡта: «Үлем – күҙ менән ҡаш араһында, ахырзаман – аяҡ аҫтында», – тигән һүҙҙәрҙе өләсәй ауыҙынан йыш ишетергә тура килде. Нух пәйғәмбәрҙең туфан һыуынан, тереклектәр донъяһын һаҡлап алып ҡалыуы ла һүҙ урауында аңға һеңдерелде.   Яҙғы ташҡын осоронда, Нөгөш...


Дауыт пәйғәмбәр

Нисек кенә булмаһын, Сәбиғ Дауыттың йөҙөнсө ҡатыны була, ә бер генә ҡатынлы Аурия яңғыҙ ҡала. Һөйгәненән айырылыуҙы Аурия бик ауыр кисерә. Башта әйтелгәнсә, шәриғәттә бындай хәлгә тыйыу булмаһа ла, Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был ҙур хата була. Дауыттың тәҡүәлек дәрәжәһен күтәрер өсөн, Аллаһу Тәғәлә...


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...