Мәжлескә барыу әҙәбе

Мәжлескә барыу әҙәбе

− Әгәр кеше, харам аш-һыу булмаған (араҡы, сусҡа йәки “Бисмилләһи, Аллаһу әкбәр” тип салынмаған ит һ.б.) мәжлескә саҡырылһа, баш тартырға тейеш түгел, бигерәк тә туйға саҡырыуҙы ҡабул итергә кәрәк (Бохари. Мөслим. Ибн Мәжжә). Әгәр туйҙа, юбилейҙа харам аш-һыу, төрлө әҙәпһеҙ уйынкөлкө булһа, хужанан айырым өҫтәл әҙерләтеүҙән бер ниндәй ҙә фәтүә булмаясаҡ, был, беренсенән, Аллаһу Тәғәләне “алдатыу” булһа, икенсенән, уҡыған намаҙҙарҙы, ҡылған доғаларҙы Аллаһу Тәғәлә ҡырҡ көн ҡабул итмәйәсәк (Мөслим. Тәбәрани. Бәйһәҡи. Хәким). Шуға күрә, саҡырылған мәжлескә барып, йәштәрҙе (юбиляр һ.б.) ҡотлап, бүләктәрҙе тапшырып сығып китергә кәрәк.

− Ҡунаҡҡа хужаларҙы һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтарҙы көттөрмәйенсә, саҡырылған ваҡытҡа һуңламай барып етеү. Әгәр һуңлап килһә йәки бөтөнләй килә алмаһа, хужаны иҫкәртеү. Мөһим сәбәптән башҡа ҡунаҡҡа саҡырылған ваҡыттан алда барыу әҙәпһеҙлек һанала (Мөслим).

− Саҡырылған мәжлескә сәбәп сығып, кеше һуңлап барһа, ҡул бирешеп күрешмәй, сәләмләү генә лә рөхсәт ителә. Әгәр ҡул бирешеп сәләмләргә теләһә, тәүҙә ҡулын йыуырға тейеш.

− Кеше нәфел ураҙаһын тотҡан ваҡытта саҡырылһа, саҡырыуҙы ҡабул итеү, йәғни ҡунаҡҡа барыу сауаплыраҡ (Мөслим). Әгәр хужа риза булһа, ифтарға барыу (ауыҙ асыу). Ләкин был ҡағиҙә Рамаҙан айының фарыз ураҙаһына ҡағылмай. Рамаҙан айында тик ифтар (ауыҙ асыу) мәжлесе генә үткәреү тейешле, йәғни ҡунаҡтарҙы ауыҙ асыуға саҡырыу.

− Махсус рәүештә кешеләргә ашҡа ултырған ваҡыттарында, шулай уҡ, төндә, кисен, өйләнән һуң кешегә ҡунаҡҡа барыу уңайһыҙ ваҡыт һанала.

− Саҡырылған ергә, хужаны иҫкәртмәйенсә, уның рөхсәтенән тыш, саҡырылмаған кешене алып барыу ярамай (Бохари. Мөслим). “Кем саҡырылмаған ергә бара − ул, кеше йортона ҡараҡ кеүек инеп, талаусы кеүек булып сығыр”, − тигән Пәйғәмбәребеҙr хәҙисендә (Әбү Дәүд).

− Әгәр ҡунаҡҡа ике кеше бер юлы саҡырһа, үҙенә яҡын йәшәгән кешенең саҡырыуын ҡабул итергә (Әбү Дәүд). Был ҡағиҙә күрше булыусы кешеләргә ҡағыла. Әгәр улар икеһе лә күрше булмаһа, саҡырылған кеше кемде артығыраҡ ярата, шул кешенең саҡырыуын ҡабул итә.

− Хужаның йортона рөхсәт һорап инеү (Бохари. Мүслим).

− Мөһим сәбәп булмаһа, хатта намаҙға саҡырып аҙан әйтелһә лә, фәҡәт мосолмандың йәмәғәт намаҙын (йома, байрам намаҙҙары) үткәреп ебәреү ҡурҡынысы булмаһа, өҫтәл артынан ашауэсеүҙе тамамламайынса тороп китеү ярамай (Бохари. Мөслим).

− Мөһим сәбәп булмаһа, башҡа ҡунаҡтарҙан алда сығып китмәү. Әгәр ҡунаҡ, сәбәп менән башҡаларҙан алда сығып китергә уйлаһа, был хаҡта хужаны алдан иҫкәртеп ҡуйырға тейеш.

− Мәжлес тамам булғас, хужаларға рәхмәт әйтеп, ваҡытында ҡайтыу: “... ашап-эсеп бөткәс үк, иркен һүҙгә керешеп ултырмай, тиҙерәк таралығыҙ... “ (33:53).

− Ҡатын-ҡыҙ, ире рөхсәт итмәһә, саҡырылған ергә барырға тейеш түгел.

− Ҡунаҡта өс көндән артыҡ булмау хәйерле. Өс көндән артһа, хужаларҙан саҙаҡа булып һанала (Бохари).

ӘМИНӘ НОҒОМАНОВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...