Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Аллаһтың Һөйөклөһөнә ﷺ утыҙ биш йәш тулғанда, ҡорайыштар Ҡәғбәне ҡайтанан төҙөргә ҡарар ҡыла. Ибраһим пәйғәмбәр  тарафынан эре таштарҙан һалынған бина ташҡын һыуҙар ағымынан бик ныҡ зыянлана, стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килә. Оҙаҡ икеләнгәндән һуң уны Ибраһим пәйғәмбәр  һалған нигеҙенә тиклем һүтәләр. Нигеҙендәге дәү таштарҙың береһен ҡуҙғата башлағас, бөтә Мәккә ҡалаһы һелкенә. Һәм ҡорайыштар нигеҙҙе элеккесә ҡалдырырға ҡарар итә.

 

Мәккә кешеләре Ҡәғбәне төҙөргә фәҡәт хәләл юл менән табылған таҙа аҡсаларҙы ғына файҙаланырға хәл итә. Артабан эштәр Мәккәлә йәшәүсе ырыуҙарға бүлеп бирелә. Һәр ырыу Ҡәғбәне күтәреүгә төҙөлөш материалдары йыя. Мөхәммәд тә ﷺ үҙенең ырыуҙаштары менән бергә таш ташый. Бөтә кәрәк-яраҡтарҙы йыйып бөткәс, мәккәләр Ҡәғбәне тергеҙеү эшен башлап ебәрә: ир-егеттәр таш күтәрә, таш һала, ҡатындар иҙмә әҙерләй.

Әммә стенаға Ҡара Ташты беркетеүгә барып еткәс, эш туҡтап ҡала. Биш көн буйы ҡыҙыу бәхәс бара, сөнки һәр бер ырыу, был дәрәжәле вазифаны башҡарырға үҙенең вәкиле лайыҡлы, тип иҫәпләй. Ниһайәт, эш ҡан ҡойошҡа барып етә яҙғас, Әбүүмәй ырыуының аҡһаҡалы әбү Муғира тәҡдим индерә: «Йәмәғәт, кем беренсе булып ошо ишек аша Ҡәғбә ихатаһына килеп инә, шул кеше беҙҙең бәхәсте хәл итһен». Барыһы ла ризалаша. Аллаһ ихтыяры менән ҡапҡанан Мөхәммәд ﷺ килеп инә. Кешеләр шатланып, был кешегә ышанып була, ул − Әмин (ышаныслы), уның ҡарарын бер һүҙһеҙ ҡабул итәсәкбеҙ, тиҙәр. Бәхәсләшеүселәрҙе тыңлап бөткәс, буласаҡ Пәйғәмбәр ﷺ ҙур туҡыма киҫәге килтереүҙәрен һорай. Уны йәйеп, өҫтөнә Ҡара Ташты һала һәм ырыуҙарҙың вәкилдәренә, туҡыманың ситтәренән тотоп, Ҡара Ташты стенаға күтәрергә ҡуша. Ә инде уны элекке урынына Аллаһ Һөйөклөһө ﷺ үҙе урынлаштырып ҡуя.

 

Ҡорайыштар Ҡәғбәне яңыртып төҙөгәндә, буласаҡ Пәйғәмбәр ﷺ башҡалар менән бергә таш ташый. Бүтәндәр ташты яурындарына күлдәктәре аша һалып күтәрә. Мөхәммәд ﷺ иһә яланғас яурынына һала. Быны күреп, Мөхәммәдтең ﷺ атаһы менән бер туған ағаһы Ғәббәс: «Күлдәгеңде сисеп, яурыныңа һал», − ти. Мөхәммәд ﷺ күлдәген сисергә тотона, шул ваҡытта кәүҙәһенең түбәнге өлөшө асыла башлай. Шул мәлдә үк ул аңын юя. Һуңынан Ғәббәстең:»Һиңә ни булды?» − тигән һорауына ул: «Мин күктән: «Эй, Мөхәммәд ﷺ, изарыңды бәйлә», − тигән тауышты ишеттем, − тип яуап биргән. Ғаләмдәр Раббыһы буласаҡ Пәйғәмбәрҙе ﷺ шулай ҡурсалаған.

 

 

 

Был ваҡытта төҙөлөш өсөн әҙерләнгән хәләл йыйым бөтә, һәм Ҡәғбәнең майҙаны алты метрға бәләкәйерәк килеп сыға. Элекке Ҡәғбә урынына ҙур булмаған ярым түңәрәк стена төҙөп ҡуялар − был ошо урындың да Ҡәғбәгә ҡарағанын күрһәтеүсе билдә була. Хәҙер был урын «Исмәғил ташы» («Хиджр Исмәғил») тип атала. Стенаның бейеклеге 15 метрға еткәс, уның эсенә алты бағана ултырталар һәм Ҡәғбә бинаһының башын ябып ҡуялар. Быға тиклем Ҡәғбәнең бағаналары ла, ҡыйығы ла булмай.

Тергеҙелгән Ҡәғбәнең бинаһы квадрат рәүешендәрәк була. Диуарҙарҙың (стеналарҙың) бейеклеге − 15, оҙонлоғо − 12 һәм киңлеге 10 метрға етә. Ә Ҡәғбә эсенә рөхсәт бирелгән кешеләр генә инһен өсөн, унда 2 метрлыҡ ишек ҡуйыла.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....