ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА

ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА

ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА

Йософтоң төрмәнән сығыр ваҡыты еткәс, уға был шатлыҡлы хәбәрҙе Ябраил фәрештә алып килә. Йософто Райандың төшөн юрарға саҡыртасаҡтары, һәм бының иреккә сығыуға сәбәп буласағын әйтә.

 

Райан төшөндә, ерҙең Нил йылғаһын йотҡанын, һәм унан ете һимеҙ һыйыр сыҡҡанын, артынса, ете арыҡ һыйыр сығып, тегеләрҙе ашап ҡуйғанын күрә. Шунан ул бойҙай баҫыуында ете йәшел һәм ете һары башаҡ үҫеп сығыуын күрә, һары башаҡтар йәшелдәре менән урала ла шунда уҡ бөтәһе лә бер юлы ҡорой. Райан ҡурҡып уяна һәм бөтә тирә-яҡтан төш юраусыларҙы йыйырға бойора. Ул уларға төшөн һөйләй һәм юрарға ҡуша, ләкин уларҙың береһе лә аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтә алмай, төштөң мәғәнәһе юҡ, тиҙәр. Икенсе көндө Райан күргән төшөн тулыһынса онота, төш юраусылар араһында ла төштө хәтерләүсе табылмай.

Төрмәнән сыҡҡан егет Йософтоң үтенесен онотҡан була һәм ҡапыл ошо мәлдә (ете йыл үткәс) төрмәләге хәл иҫенә төшә. Ул батшаға Йософтоң нисек итеп уға төш юрауын һөйләй. Батша егетте төрмәгә ебәрә һәм, әгәр Йософ Райандың төшөн уның иҫенә төшөрһә, уны вәзир итәсәген әйтә. Егет Йософҡа ошо һүҙҙәрҙе еткергәс, пәйғәмбәр Райандың төшөн энәһенән ебенәсә, түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Егет шатланып ҡайтып китә Райан Йософтоң ғилеменә хайран ҡала. Ул, Йософ өсөн эйәрле ат һәм алтын таж биреп, үҙенең кешеләрен уның артынан ебәрә. Ләкин Йософ, халыҡ уның ғәйепһеҙ икәнлегенә ышанмай тороп, иреккә сыҡмаясағын белдерә. Вәзирҙәр, намыҫының таҙалығы өсөн зинданда ҡалырға әҙер торған кешене күреп, уның сафлығына иҫтәре китә.

Улар, күңелдәре төшөп, китергә йыйынғанда, Йософ уның арҡаһында ҡатындарҙың ҡулдарын киҫеүҙәре тураһындағы хәбәрҙең ысынмы-бушмы икәнен белергә теләүен әйтә. Был хаҡта ул батшаның үҙенән белешергә ҡуша. Райандың кешеләре ҡайтып, уға Йософтоң үтенесен еткерә. Батша ҡатындарҙы йыя, Зөләйханы ла саҡырта. Ҡатындар Йософтан һис ниндәй насарлыҡ күрмәүҙәрен әйтә. Зөләйха ла Йософтоң ғәйепһеҙ булыуын һөйләй һәм үҙенең ғәйебен таный.

«...Түрә ҡатыны: «Хәҙер дөрөҫлөк асылды. Мин уны әүрәтергә тырыштым, ә ул тоғроларҙан булып сыҡты», − тигән» («Йософ» сүрәһе, 51-се аят).

Ҡатындар һәм Зөләйха ысынбарлыҡты һөйләп биргәс, халыҡ Йософтоң ғәйепһеҙ икәнлеген аңлай, шунан һуң ғына Сиддиҡ1 батша менән осрашырға ризалыҡ бирә. Тотҡондар үҙҙәренең дуҫы, хәсрәтле йөрәктәрҙең әрнеүен баҫыусы, йыуатыусынан айырылыуҙы ауыр кисерә, бөтәһе лә бала һымаҡ илай. Улар өсөн Йософ атай кеүек була. Төрмәнән сыҡҡанда, Йософ улар өсөн доға ҡыла һәм, хушлашҡанда, төрмә ишегенә: «Был − тереләрҙең ҡәбере», − тип яҙып ҡалдыра.

Йософ-Сиддиҡ вәзирҙәр һәм әмирҙәр менән батша һарайына килә һәм уға ғәрәп телендә сәләм бирә. Райан: «Был ниндәй тел?» − тип һорай. Йософ, был − Ибраһимдың улы, минең бабам Исмәғилдең теле, тип яуап бирә. Батша уны ҙур хөрмәт менән янына ултырта һәм: «Һин кем?» − тип һорай. Йософ: «Минең исемем Йософ, атайым − Яҡуп, уның атаһы − Исхаҡ, уның атаһы Ибраһим », − тип яуап бирә. «Кем һине зинданға япты?» − тип һорай батша. «Зөләйха», − ти Йософ һәм бөтә булған хәлде һөйләп бирә.

Батша унан төшөнөң мәғәнәһен һорағас, Йософ асыҡ яуап бирә: «Ете йыл игендәр уңасаҡ, артабанғы ете йылда ҡоролоҡ һәм аслыҡ көтөлә». Батша Йософтан быларҙы ҡайҙан белеүе, төш һәм уның мәғәнәһе тураһында уға кем һөйләүен һорай. Пәйғәмбәр, быларҙың бөтәһен дә Ябраил фәрештә аша белеүен әйтә. Батшаны Йософтоң һылыулығы, уның һис кем менән сағыштырмаҫлыҡ тойолған аҡылы һәм ғилеме хайран итә. Уның яуаптарының теүәллеге, теҙелгән мәрйендәй эҙмә-эҙлекле һәм ғәжәйеп матур телмәре Йософтоң хаҡлығына шик ҡалдырмай. Ете йыллыҡ аслыҡ киләсәген белгәс, Райан пәйғәмбәрҙән, ни эшләргә, тип кәңәш һорай. Йософ уға, беренсе ете йылда бөтә ерҙәрҙе эшкәртергә һәм артыҡ игенде башағы менән бергә һаҡламға ҡалдырырға кәрәк, тип кәңәш бирә. Батша, сәсеүселек эшен кемгә йөкмәтергә икән, тигәс, Йософ быны үҙ өҫтөнә ала, батша шатланып риза була.

«Ул: «Мине ер байлыҡтарына (иген баҫыуҙарына) башлыҡ итеп ҡуй. Мин уларҙы яҡшы һаҡлармын, ғилемем бар», − тигән» («Йософ» сүрәһе, 55-се аят).

Батша Китфирҙы (Йософто төрмәгә ябыусы) вәзирлектән бушата, уның урынына, халыҡ менән идара итергә, Йософто ҡуя, бөтәһе лә хәҙер Йософҡа буйһона. Был ваҡытта уға утыҙ йәш була. Мысырҙа ул тәртип һәм ғәҙеллек урынлаштыра, уның даны бөтә донъяға тарала. Ул халыҡҡа, иген сәсер өсөн, бөтә ерҙе, кем күпме булдыра ала, шул ҡәҙәр эшкәртергә ҡуша. Һөҙөмтәлә, тау баштарында ла, соҡор-саҡыр, тарлауыҡтарҙа ла эшкәртелмәгән бер ҡарыш та ер ҡалмай. Уңыштың биштән бер өлөшөн һаҡламға тапшыралар. Шулай итеп, уңышлы йылдар эсендә бөтә һаҡлағыстар ҙа иген менән тултырыла.

Шунан һуң көтөлгән ҡоролоҡ килеп етә, Мысырҙа аслыҡ башлана. Беренсе булып асығыуҙы батша һиҙә. Ул, асыҡтым, тип ҡысҡырып уянып китә, ғәжәпкә ҡаршы, ашнаҡсы уға шул мәлдә үк ашарға килтерә. Райан, минең ас икәнде ҡайҙан белдегеҙ, тип һорай. «Йософ әйтте», − тип яуап бирәләр. Райандың асығыуында бөтә илгә килгән афәттең сифаттары күренә − ул, күпме генә ашаһа ла, туймай. Йософ уның эсен һыпырғас, асығыу үтә, батшаға еңел булып ҡала. Мысырҙың бөтә халҡы менән шулай була, улар ҙа туя белмәй. Аллаһ һаҡлаһын Мөхәммәд ﷺ өммәтен ундай аслыҡтан һәм ҡомһоҙлоҡтан!

Мысырҙа аслыҡ башланғас, иген һаҡлағыстың ишектәрен асалар, беренсе йылда игенде алтынға һәм көмөшкә алмаштыралар. Байҙар һәм ярлыларҙың бөтә алтын-көмөшө Йософта туплана, һәм бөтә Мысырҙа алтын һәм көмөштөң эҙе лә ҡалмай. Икенсе йыл игенде ҡиммәтле таштарға алмаштыралар, һәм илдә бер генә ҡиммәтле таш та ҡалмай. Өсөнсө йылда кешеләр малдарын тапшыра башлай, Йософ хәҙер бөтә малдың хужаһы була. Дүртенсе йылда Мысыр халҡы үҙенең ҡолдарын икмәккә алыштыра, һәм Мысыр кешеләрендә бер ҡол да ҡалмай. Бишенсе йылда ерҙәрен һаталар, улар ҙа Йософтоң милкенә әүерелә. Алтынсы йылда ирҙәр балаларын һәм ҡатындарын аҙыҡҡа алмаштыра башлай, һәм бөтә ҡатындар һәм балалар Йософтоң ҡолдары булып иҫәпләнә. Етенсе йылда ирҙәр икмәк хаҡына үҙҙәрен ҡоллоҡҡа һата. Һөҙөмтәлә, Мысырҙағы бөтә ир һәм ҡатын, уларҙың малдары, баҡсалар, баҫыу һәм яландар − бар Мысыр ере − Йософтоң милкенә әүерелә.

Ошо ете йыл эсендә пәйғәмбәр бер тапҡыр ҙа туйғансы ашамай. Ул асығыусыларҙы онотоуҙан ҡурҡа, сөнки, халыҡ әйтмешләй, ас хәлен туҡ белмәй, һәм хатта батша хеҙмәтсеһенә ул Райанға тәүлегенә бер генә ҡабат ашарға килтерергә ҡуша. Йософ ҡуйған был тәртипкә Райан ҡаршы килмәй, үҙе лә буйһона. Йософ уға хакимдың халыҡҡа мөнәсәбәте нисек булырға тейешлекте үҙенең миҫалында күрһәтә.

Шунан ул батшанан бындай тәртипкә нисек ҡарауын һорай, Райан бөтә нәмәгә лә үҙенең ризалығын белдерә. Шунда Йософ уға әйтә: «Мин Аллаһ ризалығы өсөн Мысыр халҡын иреккә сығарам һәм уларҙың бөтә милкен, малын үҙҙәренә ҡайтарып бирәм, һәм һин быға шаһитһың». Аллаһ Йософто батша итһә лә, ул үҙ малы, милке тураһында хатта ябай ҡол хәтлем дә ҡайғыртмай, пәйғәмбәрҙең туйғансы ашарлыҡ мөмкинлеге булһа ла, ул нәфсеһенә ирек бирмәй.

Зөләйханың ире, вазифаһынан бушатылғас, оҙаҡ та үтмәй, үлеп китә. Иренең үлеменән һуң, Зөләйха, донъянан ситләшеп, емерек һарайҙар араһында яңғыҙлыҡта йәшәй башлай. Ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрә: ҡартая, күҙе күрмәй башлай, бөтә байлығын юғалта, оҙаҡ йылдар буйы битарафлыҡта тереклек итә. Әммә, кешеләрҙең Йософ тураһында һөйләгәндәрен ишетеп, уның менән осрашыу тураһында хыяллана башлай, унда элекке һөйөү яңынан уяна һәм был хис көндән-көн көсәйә бара. Дәрүишлек уны тамам туйҙыра, уның тәҡәте ҡалмай, һәм ул Йософ йөрөй торған юл эргәһендә ҡыуыш ҡора.

Бер ваҡыт Зөләйха, үҙе табына торған ботҡа (һынға) мөрәжәғәт итеп, уны әрләй башлай: «Их һин, хурлыҡҡа төшкөрө! Ниңә һин мине йәлләмәйһең, мине бәхетһеҙ ҡартлыҡтан, һуҡырлыҡтан ниңә ҡотҡармайһың, ниңә миңә ярҙам итмәйһең? Бөгөнгө көндән һин миңә кәрәк түгелһең!» Ошо көндән башлап, ул ботҡа табынмай башлай. Ул Ғаләмдәр Раббыһына иман килтерә һәм иртәле-кисле Уны иҫкә ала (зекер итә) башлай.

_______________________________________

1 Йософтоң ҡушаматы − “хаҡлыҡҡа тоғро, дөрөҫлөктө ныҡ тотоусы”

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...