Әйүп пәйғәмбәр

Әйүп пәйғәмбәр

Әйүп пәйғәмбәр

Ғайс тоҡомонда Әйүптән башҡа бүтән пәйғәмбәрҙәр булмаған, тиелә «Бәдәиғ» китабында. Унда шулай уҡ, Яҡуп пәйғәмбәр заманында Әйүп бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға саҡырыу өсөн Хеврон халҡына ебәрелгән, тиелә. Ул Йософтоң ейәнсәре (улының ҡыҙы) Рәхмәт менән ниҡахҡа инә. Әсәһе яғынан Әйүптең шәжәрәһе Лут пәйғәмбәргә барып тоташа.

 

Әйүп бай, кешелекле, сабыр һәм ҡунаҡсыл була. Бигерәк тә етемдәргә ҡарата йомартлыҡ күрһәтә. Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуҙа кешеләр араһында иң ихласы һәм тырышы була. Ул бар булмышы менән Аллаһтың бөтә биргәненә шөкөр ҡыла һәм туҡтауһыҙ Раббыһын зекер итә. Уға хатта фәрештәләр һоҡланған. Ғаләмдәр Раббыһы Ябраил фәрештәгә Әйүптең Уның яратҡан ҡоло икәнлеген әйтә, шуның менән Әйүп күктәрҙә билгеле була.

Иблис мәлғүн, фәрештәләрҙең нисек итеп Әйүпкә һоҡланғанын күреп, көнсөллөгөнән ҡара яна. Ул заманда иблис ете ҡат күктең һәр береһендә лә иркен йөрөй алған. Ғайса пәйғәмбәр күккә олғашҡандан һуң, Ғаләмдәр Раббыһы уға күктең өҫкө дүрт ҡатына күтәрелеүҙе тыйған. Ул, Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ тыуғанға тиклем, күктең түбәнге өс ҡатында ғына була алған. Ә инде һуңғы пәйғәмбәр ﷺ донъяға килгәс, иблискә күктәргә күтәрелеү бөтөнләй тыйыла, ул ете күктең береһенә лә инә алмай.

Үҙенең ҡара көнсөллөгө (хөсөтлөгө) һәм тәкәбберлеге арҡаһында хаҡ юлдан тайпылып, кафырға әйләнгән мөртәт иблискә Аллаһтың фәрештәләр алдында Әйүпте маҡтауы оҡшамай һәм ул пәйғәмбәрҙе тыныслыҡта ҡалдырмаҫҡа һүҙ бирә. Ул фәрештәләргә: «Әгәр Әйүп, ярлы булып, мохтажлыҡ кисерһә, Аллаһу Тәғәләгә ул тиклем тоғро хеҙмәт итмәҫ ине. Әгәр миңә уның малына тейергә рөхсәт итһәләр, ул Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуҙан туҡтаясаҡ», − тигән. Шунда Аллаһу Тәғәлә иблискә рөхсәт биреүен белдерә: пәйғәмбәрҙең малы менән идара итеүҙе уның ихтыярына ҡуя.

Иблис, үҙенең ғәскәрен йыйып, Әйүптең биләмәһенә йүнәлә, уның иген баҫыуындағы сәсеүлектәрен, ялан-ҡураларҙағы барса малын яндырып, көлгә ҡалдыра. Шунан, Әйүп янына барып, Аллаһу Тәғәләнең уның бөтә малын − байлығын яндырыуын әйтә. Әммә пәйғәмбәр тыныс ҡына: «Әлхәмдүлилләһ (Барса маҡтау − Аллаһҡа), Аллаһу Тәғәлә биргәнен кире алды», − ти. «Иблис ғәскәре Әйүпте яулай алмай − пәйғәмбәрҙең маңлайында «Ҡайғы кисергән һәм сабырлыҡ күрһәткән» тигән һүҙҙәр яҙылған була. Уңышҡа ирешә алмаған мәлғүн иблис, яңынан күккә күтәрелә. Фәрештәләр унан Әйүп тураһында һораша. Иблис, Әйүптең иманы бик көслө булып сыҡты, ти. Шулай ҙа ул һаман үҙенекен итергә тырыша һәм, әгәр Аллаһ миңә Әйүптең балалары өҫтөнән хакимлыҡ итергә рөхсәт бирһә, ул түҙмәйәсәк, ти. Аллаһу Тәғәлә был юлы ла уға рөхсәт биреүен белдереп, үәхи ебәрә. Иблис Әйүптең бөтә балаһы ла өйҙә булған саҡта килә һәм өйҙө ныҡ итеп һелкетә. Өйҙөң түбәһе балалар өҫтөнә емерелеп төшә һәм уларҙы баҫып үлтерә.

Иблис шунда уҡ Әйүп янына барып илай башлай. Әйүп, ниңә илайһың, тип һорағас, Иблис уға өй башы емерелеп, уның бөтә балаларын да баҫып үлтереүен әйтә. Әммә пәйғәмбәр, элеккесә: «Барса маҡтау − миңә балалар биргән һәм уларҙы Үҙенә кире алған Аллаһҡа», − ти. Тырышлығының бушҡа китеүен күрһә лә, иблис сигенмәй. Һаман үкһегән булып: «Балаларыңдың ҡанға батҡан кәүҙәһен, һытылып тышҡа сыҡҡан эсәктәрен күрһәң, нимә әйтерһең?» − тигәс, Әйүп түҙмәй, балаларын йәлләп илап ебәрә. Эйелеп, ерҙән усына тупраҡ ала ла башына ҡоя һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән: «Был донъяға тыумаһам, яҡшыраҡ булыр ине!» − ти. Иблис, Әйүптең түҙемлеге бөттө, хәҙер ул минең ҡулда, тип өмөтләнә. Ләкин пәйғәмбәр, шунда уҡ әйткән һүҙҙәре өсөн үкенә һәм: «Әстәғфируллаһ», − тип тәүбә итә. Иблистең кәйефе төшә.

Ул яңынан күккә күтәрелә. Фәрештәләр һораша башлағас, Әйүптең иманы ул уйлағанға ҡарағанда нығыраҡ булып сыҡҡанын әйтә. Әммә ул өмөтөн өҙмәй, уның көнсөллөгө тағы ла нығыраҡ көсәйә: «Әгәр Аллаһу Тәғәлә миңә тағы бер мөмкинлек бирһә − уның тәне менән теләгәнемде эшләй алһам, күрһәтер инем мин уларға!» − тип уйлай. Аллаһ был юлы ла уға мөмкинлек бирә. Иблис шунда уҡ Әйүп янына бара. Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып ултырған Әйүптең танау эсенә өрә. Шунда уҡ пәйғәмбәрҙең бөтә тәне яна һәм ҡот осҡос ҡысыта башлай. Тырнаныуҙан уның тырнаҡтары төшә, тәнен таш һәм ағас менән ышҡырға мәжбүр була. Уның тиреһе генә түгел, иттәре лә аҡтарыла һәм ҡортлай башлай. Һау сағында Әйүп таҙа, бәһлеүән кәүҙәле, оҙон буйлы, киң яурынлы, көслө, бөҙрә сәсле, матур ир була. Аллаһу Тәғәлә уға ошондай һынау ебәреп, уның сәләмәтлеге, көсө юҡҡа сыҡҡас, уның янында ярҙам итер кешеләрҙән берәү ҙә ҡалмай. Туғандары ла, күршеләре лә, ауылдаштары ла унан баш тарта. Өс ҡатынының икәүһе уны ташлап китә, янында Рәхмәт исемлеһе генә ҡала. Хатта уға иман килтергән өс кешенең күңелендә шик ярала: «Был тиклем сиргә һабышҡас, тимәк, ул ҙур гонаһ ҡылған», − тиҙәр. Үҙҙәренең наҙанлығы менән улар пәйғәмбәрҙе гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләй, уға тәүбә итергә кәңәш бирәләр. Араларында бер егет улар менән килешмәүен белдерә, уларҙы Әйүптең пәйғәмбәр икәнен онотоуҙа ғәйепләп, халыҡ алдында ялҡынлы телмәр тота. Был хаҡта «Ғараис» китабында ентекле яҙылған.

Иблис һаман үҙенең хөсөтлөгөн дауам итә: Әйүпкә зыян итеүҙең яңы юлдарын эҙләй. Ниһайәт, пәйғәмбәрҙең ауылдаштарын уны ауылдан ҡыуып ебәрергә ризалата − Әйүп улар араһында йәшәүен дауам итһә, уның ҡурҡыныс сире башҡаларға ла йоғасаҡ, һәм бөтәгеҙ ҙә ауырыясаҡһығыҙ, тип ҡурҡыта. Ауыл кешеләре, китмәһәгеҙ, беҙ һеҙҙе барыбер үлтерәсәкбеҙ, тип янап, Әйүп менән уның ҡатыны Рәхмәтте ауылдан ҡыуа. Тоғро ҡатын, ирен елкәһенә күтәреп, ауылдан сығып китә. Улар бер далала туҡтай. Рәхмәт ирен яланғас ергә йоҡларға ятҡыра, баш аҫтына мендәр урынына таш һала. Пәйғәмбәр, мамыҡ мендәрҙә ятҡан бишектәге балалай, бер ниндәй ауыртыныуһыҙ һәм ғазапһыҙ, рәхәтләнеп йоҡлап китә.

Ете йыл буйы ошондай шартта, көсһөҙ һәм ауырыу хәлдә көн итә Әйүп. Уның янына бер кем дә килмәй, ә уның тәнендәге ҡорттар, көтөүлектәге һарыҡтар һымаҡ, иркенләп йөрөп, тәнен кимерә.

Ғаләмдәр Раббыһы Әйүпте ҡатыны аша ризыҡландыра. Рәхмәт, ауылға барып, эшкә яллана, алған аҡсаһына ире өсөн аҙыҡ һатып ала. Ҡайтып, ирен ашата, һәм улар Аллаһу Тәғәләгә, барыһы өсөн дә шөкөр итеп, доға ҡылалар.

Рәхмәттең, ауырлыҡтарға түҙеп, ирен ҡарауы иблистең асыуын килтерә. Бер ваҡыт ул ҡатын янына табип ҡиәфәтендә килә һәм Әйүптең хәлен һораша башлай. Шунан ул: «Ҡасанға тиклем был ауырлыҡтарға түҙергә уйлайһың? Әгәр, «бисмиллаһ»ты әйтмәйсә, минең исемем менән һарыҡ салдырһаң, һәм, әгәр Әйүп шарап эсһә − мин уны дауалап, аяҡҡа баҫтырыр инем», − ти.

Рәхмәт иблистең һүҙҙәренә ышана һәм уның күңелендә иренең йүнәлеренә өмөт уяна. Ул бөтәһен дә Әйүпкә һөйләп бирә һәм дауаланыу өсөн һарыҡ һуйырға кәрәклекте әйтә. Әйүп бик ҡаты асыулана, иблисте тыңлағаны һәм уның һүҙҙәренә ышанғаны өсөн ҡатынын әрләй. Быға тиклем дә Рәхмәт уға, Аллаһтан һаулығын ҡайтарыуын һорап, доға ҡылырға ҡушҡан була, әммә ире, Аллаһтың биргән ниғмәттәренә шөкөр итергә һәм Ул ебәргән ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән үткәрергә кәрәк, тип өйрәтә. Ләкин иблис менән осрашҡандан һуң, Рәхмәттең Аллаһҡа ышанысы кәмей. Шунда Әйүп, һауыҡҡас, ҡатынына йөҙ тапҡыр сыбыҡ менән һуғырға ант итә.

Шунан ул, әйткәненә үкенеп, илап ебәрә һәм күндәмлек менән Ғаләмдәр Раббыһына мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, ниндәй гонаһым өсөн миңә бындай яза?» Аллаһу Тәғәлә яуап бирә: «Эй Әйүп, ошо ауыртыуҙарға түҙер өсөн һиңә кем көс бирә? Әгәр Мин уны һинең һәр сәс төбөнә һалмаһам, һинең түҙемлегең етмәҫ ине».

Аллаһ иблискә Әйүптең тәненә хакимлыҡ итергә рөхсәт биргәндә, Ул уның йөрәген, телен һәм аҡылын тейгеһеҙ итә, иблис уларға ҡағыла алмай.

Әйүптең тәнен кимергән ҡорттар уның теленә барып етә. Пәйғәмбәргә Аллаһу Тәғәләне зекер итеүе ҡыйын була башлай. Ниндәй генә бәлә-ауырлыҡтар булмаһын − береһе лә уны һындыра алмай. Ә инде сир теленә барып еткәс, Әйүп: «Миңә бәлә килде...», − ти әсенеп.

«Әйүпте лә (ҡотҡарҙыҡ), Раббыһына ялбарып: «Миңә бәлә килде, ә Һин рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе», − тигәс» («Пәйғәм-бәрҙәр» сүрәһе, 83-сө аят).

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...