Шәғйә пәйғәмбәр ҡиссаһы
Муса пәйғәмбәрҙең үлеменән һуң, Исраил балалары яңынан гонаһҡа бата башлағас, Аллаһу Тәғәлә уларҙың ил башлығына ярҙамға пәйғәмбәр ебәрә. Пәйғәмбәр батшаға Аллаһтың бөтә ҡушҡандарын һәм иҫкәртеүҙәрен еткереп тора. Аллаһ менән батша араһында аралашсы булып, пәйғәмбәр Тәүратты яңырта һәм исраилдарҙы шуға эйәрергә өндәй.
Шулай итеп, Исраил балалары илендә Садиҡат исемле ғәҙел хаким идара итә, ә уға ярҙамға Әмсыя улы Шәғйә ебәрелә. Ғәҙел хаким ҡартайғас, тәртип һәм ғәҙеллек боҙола, исраилдар законға буйһонмай, боҙоҡлоҡ сиктән аша башлай. Һәм Аллаһ уларға Вавилон батшаһы Сәнджәрибте ебәрә. Ул Исраил халҡына һөжүм итә һәм Әл-Ҡудсты (Иерусалимды) уратып ала. Садиҡат был ваҡытта, аяғы эренләп, атлай алмай, ауыр хәлдә түшәктә ятҡан була. Уның янына Шәғйә килә һәм Иерусалимды Сәнджәрибтең байраҡ тотоусылары ғына алты йөҙ мең булған ғәскәре ҡамап алыуын әйтә. Был хәбәрҙән тетрәнгән Садиҡат Шәғйәнән, дош-ман менән бәрелештең аҙағы нисек тамамланыры тураһында Аллаһтан үәхи бармы, тип һорай.
Аллаһтан, Садиҡат үҙ ырыуынан үҙенә алмаш әҙерләһен, тигән хәбәр килә. Үлем сәғәте еткәнен аңлап, Садиҡат намаҙға тора һәм күҙ йәштәре менән Аллаһҡа: «Эй Раббым! Һин минең ниәттәремдең изге икәнен һәм ғәҙел идара иткәнемде күреп тораһың, ғүмеремдең аҙағын хәйерле ҡыл», – тип ялбара. «Аллаһ доғаңды ҡабул итте. Үлемеңде кисектереп, ун биш йыл ғүмер өҫтәне һәм Исраил халҡына хаким итеп ҡалдырҙы», – ти Шәғйә. Пәйғәмбәр шулай уҡ Аллаһтың уны Вавилондың яуыз батшаһынан һаҡлап ҡалыуын әйтә. Садиҡат тыныслана, һыҙланыуы кәмей. Хәҙер уға Аллаһ алдында оят булып китә, ул, йөҙ түбән ҡапланып, Аллаһҡа сикһеҙ маҡтауҙар яуҙыра. Үәхиҙә шулай уҡ, уның аяғын инжир һуты дауалаясаҡ, тиелә. Батша аяғындағы шешкә шуны һөртә, аяҡ шунда уҡ төҙәлә.
Шунан һуң Садиҡат пәйғәмбәрҙән Сәнджәриб менән нимә эшләргә икәнен Аллаһтан һорауын үтенә. Шул сәғәттә үк пәйғәмбәргә үәхи килә: таң атыуға бөтә баҫҡынсылар ҙа һәләк булыр, Сәнджәриб һәм уның биш яраны ғына тере ҡалыр.
Ысынлап та, икенсе көн иртән тороуға, дошман ғәсҡәренән бер тере кеше лә ҡалмай. Ә Сәнджәрибтең кәүҙәһе табылмай. Садиҡат уның артынан отряд ебәрә, тегеләр мәмерйә эсенә йәшеренгән Сәнджәрибте һәм уның биш һуғышсыһын барып таба. Уларҙы Садиҡатҡа алып киләләр.
Садиҡат, Вавилон батшаһын ҡан ҡоймай ғына еңергә ярҙам иткәне өсөн Аллаһу Тәғәләгә рәхмәттәр әйтеп, ҡояш ҡалҡыу менән сәждәгә йығыла һәм ғаср намаҙына тиклем башын ҡалҡытмай.
Садиҡат, Сәнджәрибте ҡаты итеп әрләп, уның һәм уның ғәскәре менән булған хәлдең Хужаһы Аллаһу Тәғәлә икәнлеген аңғарта. Шунан һуң әсирҙәрҙе сынйырға ултырталар. Көнөнә икешәр арпа көлсәһе бирәләр. Ике ай ҙа ун көн буйы Бәйт әл-Мөҡәддәс мәсетен урап йөрөргә мәжбүр итәләр. Сәнджәриб: «Былай язалағансы, беҙҙе үлтереп кенә ҡуйығыҙ, түҙер әмәл ҡалманы», – ти. Садиҡат уларҙы төрмәгә ултырта һәм алтыһына ла бер юлы үлем язаһы бирергә уйлай. Әммә Аллаһтан, тотҡондарҙы үлтермәҫкә, тигән үәхи килә. Исраил халҡы аҡылға килһен һәм вавилондарға киҫәтеү булһын өсөн, Садиҡатҡа әсирҙәрҙе Вавилонға илтергә һәм иреккә ебәрергә ҡушыла. Батша Ғаләмдәр Раббыһының әмерен үтәй.
Сәнджәриб һәм уның яҡындары, Вавилондың барса халҡын йыйып, уларҙың ғәскәре менән ни булғанын һөйләп бирә. Һуғышҡа инмәҫ борон батшаны, Бәйт әл-Мөҡәддәскә яу менән барырға кәрәкмәй, тип иҫкәртеүселәр була. Тотҡонлоҡта саҡта Сәнджәриб быны иҫенә төшөрөп, үкенә, Садиҡатҡа ла һөйләгән була. «Их, беҙҙе тыңлаған булһаң...», – тип үртәнә алдан күреү һәләтенә эйә булған ватандаштары.
Ете йылдан Сәнджәриб үлә, батша булып Бохтанасар ҡала. Ул тере ҡалған алтауҙың береһе була. Бохтанасарҙың аҙаҡ Бәйт әл-Мөҡәддәскә баҫып инеүе тулаһында беҙ һөйләгәйнек инде. Исраилдарҙың уны тотҡонлоҡтан азат итеүе уларға бәлә булып ҡайта.
Садиҡат үлеп, Шәғйә яңғыҙы ҡалғас, Исраил улдары араһында бола башлана, власть өсөн талаш-тартыш китә. Ҡәбиләлә тәртип боҙола, гонаһ һәм енәйәтселек сиктән аша. Пәйғәмбәр уларҙы, былар өсөн Аллаһтан яза килеүе мөмкин, тип иҫкәртә, Ләкин уны бер кем дә тыңламай. Шунан Аллаһ улар менән үәхи теле аша һөйләшеп ҡарарға ҡуша. Һәм пәйғәмбәр үҙенең һәр вәғәзендә Аллаһтан төшкән үәхиҙәрҙе һөйләй. Аллаһ уға аяттар ебәреп тора, Шәғйә, Аллаһ менән кешеләр араһында аралашсы булып, уларҙы халыҡҡа еткереп тора.
Был Исраил халҡының асыуына тейә, һәм улар пәйғәмбәрҙе үлтерергә булалар. Шәғйә, уларҙан ҡасып барғанда, бик ҙур ағасты күреп ҡала, уның эсе ҡыуыш була, пәйғәмбәр шунда кереп ҡаса. Шайтан пәйғәмбәрҙең кейеменең бер өлөшөн тышта ҡалдыра һәм эҙәрлекләүселәргә күрһәтә. Шәғйәнең бында икәнен аңлап, тегеләр, бысҡы алып, ағасты пәйғәмбәр менән ҡуша бысып ташлай.
Ошонан һуң Аллаһ исраилдарға Нәшиәт исемле батшаны бирә, уға Үҙенән үәхиҙәр еткереп торһон өсөн, пәйғәмбәр итеп Әрмийәне ҡуя. Үҙенең үәхиҙәре аша Аллаһ уға уның халҡы менән нимәләр буласағын һөйләп бирә. Быларҙы белгәс, батша илап ебәрә һәм Аллаһтан уға үлемде бөтәһенән дә алдараҡ ебәреүен һорай. Уның хәлен күреп, Мәрхәмәт Эйәһе Әр-Рахмән пәйғәмбәргә яңы, тынысландыра тоған үәхи ебәрә. Унда, Әрмийәнең ризалығы булмайса, Исраил балалары һәләк ителмәйәсәк, тиелә. Пәйғәмбәр ҡыуаныслы хәбәрҙе батшаға еткерә. Икеһе лә бик ныҡ шатлана.
Шул уҡ ваҡытта Исраил балалары көндән-көн гонаһҡа нығыраҡ бата. Иҫәпһеҙ ғәскәре менән Бохтанасар Ҡудсҡа табан хәрәкәт итә. Батша, был хаҡта ишеткәс, Әрмийәне саҡыртып ала. Пәйғәмбәр, Аллаһ Үҙенең һүҙен үҙгәртмәй, тип, уны тынысландыра.
Ә хәҙер ҡарағыҙ, Ғаләмдәр Раббыһының алдан хәл ителгәне нисек, Уның ихтыяры менән, тормошҡа ашырыла.
Әрмийә янына Исраил кешеһе ҡиәфәтендә бер фәрештә килә, үҙен борсоған хәлде һөйләй һәм хөкөм сығарыуын һорай: «Эй пәйғәмбәр, мин үҙемдең туғандарым менән бәйләнеште нисек тә нығытырға тырышам. Мин уларҙы хөрмәт итәм, һәр береһенә, көсөм еткәнсә, яҡшылыҡ эшләйем, ләкин, мин күпме генә изгелек ҡылмайым, улар мине тыңламай. Миңә улар менән нишләргә?» – ти. Әрмийә уға туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә, улар менән йомшаҡ һөйләшергә, Аллаһҡа хеҙмәт итеүҙе камиллаштырырға һәм, таҙарынып, ихлас күңел менән ғибәҙәт ҡылырға ҡуша. Ошондай матур яуап алып, ҡунаҡ ҡайтып китә. Икенсе көндө шул уҡ кеше шул уҡ һорау менән яңынан килә. Туғандар менән мөнәсәбәт нисек, тигән һорауға, ул бик борсолоп, тағы ла насарыраҡ, тип яуап бирә. Пәйғәмбәр уға был юлы ла, туғандары янына ҡайтып, уларға якшылыҡ эшләүҙе дауам итергә һәм, уларҙы аҡылға ултыртыуын һорап, Аллаһҡа мөрәжәғәт итергә өйрәтә.
Тиҙҙән Бохтанасарҙың һанһыҙ ғәскәре Бәйт әл-Мөҡәддәсте уратып ала. Батша яңынан Әрмийәне саҡыра, Аллаһтың вәғәҙә иткәне ҡайҙа, тип һорай. Пәйғәмбәр, минең ризалығымдан башҡа исраилдарға бәлә ҡағылмаясаҡ, ти.
Көндәрҙән бер көндө, Әрмийә Бәйт әл-Мөҡәддәс янында ултырғанда, теге ҡунаҡ шул уҡ һорау менән тағы килә. Был юлы Әрмийә уның туғандарына бик ныҡ асыулана: «Һаман да аҡылға ултырманылармы ни?» – ти. Теге, әлегәсә түҙҙем, сөнки уларҙың насарлығы миңә генә ҡағыла ине, ә хәҙер улар Аллаһ риза булмаған эштәрҙе ҡыла, Раббы уларҙы юҡ итһен ине, тип, Әрмийәнән доға ҡылыуын һорай. «Түҙерлек әмәл ҡалманы, доға ҡылмайынса, мине ҡайтарып ебәрмә», – тип үтенә. Һәм пәйғәмбәр, бының артынан ни булырын уйламай, Аллаһтан, әгәр был кешеләр хаҡ юлда икән, уларҙы һаҡлауын, юҡ икән – уларҙы юҡ итеүен һорап, доға ҡыла.
Шул сәғәттә үк күктән Бәйт әл-Мөҡәддәсте йәшен ата, бер урында янғын сыға. Быны күреп, пәйғәмбәр, ни эшләргә белмәй, ҡаушап ҡала. Аллаһҡа: «Һин бит миңә һүҙ бирҙең...» – тип ялбара башлай. Шул сәғәттә үк күктән тауыш (һәтиф) килә: «Әллә мин һинең доғаңдан тыш уларға бәлә ебәрҙемме?» Шунда ғына ул килгән ҡунаҡтың Аллаһ Илсеһе булыуын аңлай. Фәрештә иһә шунда уҡ юҡ була.
Бохтанасарҙың ҡалала ниндәй йыртҡыслыҡ ҡылғанын алдараҡ һөйләгәйнек инде.
Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)