Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ғәҙәттәре тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ғәҙәттәре тураһында

Аллаһ Рәсүле ﷺ һыбай йөрөй торған ниндәй хайуан тура килә, шунда һыбай йөрөгән. Ҡайһы саҡта – атта, ҡайһы саҡта – дөйәлә, ҡасырҙа, ҡайһы ваҡытта – ишәк өҫтөндә. Ваҡыты менән йәйәү ҙә юлға сыҡҡан. Ул ﷺ ялан аяҡ йөрөгән, өҫкө кейемһеҙ, сәлләһеҙ һәм баш кейемһеҙ булған. Шулай уҡ ул һыбайлының (ҡолоноң йәки башҡа кешенең) артына ла ултырып йөрөр булған. Ул ﷺ ауырыуҙарҙың хәлен белер өсөн ҡала ситенә тиклем барып еткән.

 

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әйберҙәренә һәм ҡоралдарына исем биреү ғәҙәте булған. Мәҫәлән, уның һыбай йөрөгән хайуанының исеме «Ғүҡәб» булған. Дөйәһенең исеме «Әл-Ҡасуа», уның тағы ла бер исеме – «Әл-Ғаҙба». Ҡасырының ҡушаматы «Дүлдүл», ишәге – «Йәғфур», һауып йөрөгән һарыҡты «Ғәйбәт» тип йөрөткәндәр.

Һуғышта алыша торған ҡылысының исеме «Ҙүлфуҡар», тағы бер ҡылысы – «Михҙәм», икенсеһе – «Русуб» һәм тағы берәүһе «Ҡаҙиб» тип аталған. Йәйәһенең исеме «Әл-Кәтүм», ҡорманы – «Әл-Кәфүр». Уның ҡылысының һабы көмөштән булған. Ул күндән эшләнгән билбау таҡҡан, унда көмөштән эшләнгән өс сыңға (металл дүңгәләк) булған.

 

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йөҙөнөң төҫө тураһында

Рәсүлебеҙ ﷺ буйға ныҡ оҙон да һәм ҡыҫҡа ла булмаған, ул урта буйлы булған. Хәсән исемле шағир үҙенең шиғырында Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ ошолай тип күҙ алдына баҫтыра: «Уның буй-һыны матур, оҙон түгел, әммә һәр сәхәбәнең буйынан оҙонораҡ. Ул күҙгә бәрелеп торорлоҡ ҡыҫҡа буйлы булмаған, әммә ул тулы ай кеүек һылыу булған».

Бөтөн кешелек араһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йөҙө менән иң сибәре булған һәм аҡ төҫлө булған.

Хәсән үҙенең шиғырҙарында: «Уның йөҙөнөң нуры һәм матурлығы тулы ай кеүек һәм яҡтылығы менән бар донъяны балҡытҡан ҡояшҡа тиң», – тип тасуирлай.

Һаҡалы ҡара һәм ҡуйы. Уның араһында тик ун ете генә сал сәс бөртөгө булған. Уның муйыны көмөш ҡомған кеүек ялтырап торған.

Күкрәге киң һәм көҙгө кеүек шыма, һәм ай кеүек аҡ төҫтә булған. Киң яурынлы, терһәктәре һәм янбаштары ҙур. Арҡаһы ла киң булған.

Ҡалаҡ һөйәктәре араһында пәйғәмбәрлек мөһөрө торған. Ул өсмөйөш һәм рельеф формаһында. Шулай уҡ уның беләктәре һәм терһәктәре ғәйәт ҙур, терһәк һөйәктәре оҙон, устары киң булған.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әбү -Бәкр Әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

 

 

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...