Тәфриджиййә (Нәрийә) салауаты

Тәфриджиййә (Нәрийә) салауаты

Тәфриджиййә (Нәрийә) салауаты

Был салауаттың «Нәрийә» тип аталыуының сәбәбе «Нәр» (ут) һүҙенән. Быны уҡыған кеше файҙаһын ут тиҙлегендә ала, тигән мәғәнәлә. Икенсе исеме «Тәфриджиййә», ғәрәпсәнән «еңеләйтеүсе» тип тәржемә ителә. Шулай уҡ тағы ла «Ҡуртубийә» салауаты тип тә йөрөткәндәр. Сөнки Әбү-Ғабдуллаһ Мөхәммәд ибне Әбүбәкер ибне Фәрх әл-Әнсари әл-Хазраджи әл-Андалуси әл-Ҡуртуби (671 һижри буйынса үлгән) үҙенең «Әл-Ҡуртуби тафсирендә» яҙып үткән.

 

Был салауат тураһында шәйех: «Кем, берәй ҙур эш ҡылырға уйлаһа йәки бәләнән ҡотолғоһо килһә, дөрөҫ ниәт менән 4444 тапҡыр ошо салауатты уҡыһын үә Аллаһынан теләгәнен һораһын. Шул саҡ Аллаһу Тәғәлә, уның ниәтенә ҡарап, доғаһына яуап бирер».

Шәйех Мөхәммәд әт-Туниси әйткән: «Кем һәр көн 11 тапҡыр был салауатты әйтә, уның ризығы (байлығы) ямғыр яуған һымаҡ яуыр, ерҙән килеп сыҡҡан емеш-еләктәр һымаҡ килеп сығырҙар». Был салауат − Аллаһ хазиналарының береһе, тиелгән. Ә уны әйтеү − шул хазиналар һандығына асҡыс. Йәғни, кем был салауатты әйтә, шул хазиналарҙан өлөш ала.

 

اللَّهُمَّ صَلِّ صَلَاةً كَامِلَةً وَسَلِّمْ سَلَامًا تَآمًّا عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ الَّذِى تَنْحَلُّ بِهِ الْعُقَدُ وَتَنْفَرِجُ بِهِ الْكُرَبُ وَتُقْضَى بِهِ الْحَوَآئِجُ وَتُنَالُ بِهِ الرَّغَآئِبُ وَحُسْنُ الْخَوَاتِمِ وَيُسْتَسْقَى الْغَمَامُ بِوَجْهِهِ الْكَرِيمِ وَعَلَى آلِهِ وَصَحْبِهِ فِى كُلِّ لَمْحَةٍ وَنَفَسٍ بِعَدَدِ كُلِّ مَعْلُومٍ لَكَ

 

«Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинилләҙии тәнхәллү биһил-ғуҡадү үә тәнфәриджү биһил-күрабү үә түҡдаа биһил-хәүәә′иджү үә түнәәлү биһир-рағаа′ибү үә хүснүл-хаүәәтими үә йүстәсҡаль-ғамәмү би үәджһиһил-кәриими үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһии фии күлли ләмхәтин үә нәфәсин би ғәдәди күлли мәғлүүмин ләк».

(Аллаһым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә камил салауат, тамам рәүештә сәләм еткер. Шулар арҡаһында хәл ителмәҫтәй тойолған мәсьәләләр хәл ителер, ҡайғы һәм хәсрәттәр китер, хәжәттәр үтәлер, маҡсаттарыбыҙға ирешелер, хәйерле эштәрҙең ахыры булыр, Уның рәхмәте менән ямғырҙар яуыр. Уның ғаилә әһелдәренә, сәхәбәләренә һәр миҙгел, һәр һулыш һайын, һәм Үҙеңә генә мәғлүм булған мәхлүҡәттәрең һанынса салауат-сәләмдәрең булһын).

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...