ЛУТ ПӘЙҒӘМБӘР ТУРАҺЫНДА ҠИССА
ЛУТ ПӘЙҒӘМБӘР ТУРАҺЫНДА ҠИССА
Ибраһим пәйғәмбәр, яуыз Нәмрудтың биләмәһен ҡалдырып, иманға килеүселәр менән Шәм иленә йүнәлә, яратҡан туғаны (ағаһының улы) Лутты ла үҙе менән ала.
Садум тип аталған бер төбәктә бик әшәке ҡәбилә йәшәгән, кешелек барлыҡҡа килгәне бирле донъяла уларҙан да ерәнгесерәк халыҡ булмаған. Уларҙың оятһыҙлығы сиктән ашҡас, халыҡты иманға килтерер өсөн, унда Лут пәйғәмбәрҙе ебәрәләр. Лут уларҙы тура юлға өндәй, туҡтауһыҙ нәсихәттәр бирә, Аллаһу Тәғәләнең язаһы менән ҡурҡыта, Аллаһҡа буйһонорға саҡыра. Улар уны тыңларға уйламай ҙа, ҡырағай хайуандарса үҙҙәренең әшәке ҡыланыштарын дауам итәләр. Етмәһә, улар: “Әгәр һинең һөйләгәндәр ялған түгел икән, беҙҙе Аллаһтың язаһы көтә икән − күрһәт: нисек итеп язалаясаҡтар беҙҙе?” − тиҙәр.
Уларҙың ниндәй бысраҡлыҡ менән шөғөлләнгәндәре билдәле булғанлыҡтан, мин уны һөйләп тормайым, миңә оят ул турала яҙыу. Улар − аҙашыуҙа барса халыҡтарҙан, барса ҡәбиләләрҙән уҙып киткән гонаһлы халыҡ. Луттың ҡатыны ла улар яҡлы була, сөнки Аллаһтың нәсихәттәре уның ҡәлебенә инмәй. Мәкерлеге һәм садумдарҙың әшәке ғәмәлдәренә булышлыҡ иткәне өсөн уларға ебәрелгән бәлә ҡатынды ла урап үтмәй.
Был халыҡты төҙәтеп булырына тамам өмөтөн өҙөп, Лут, Аллаһтан ярҙам һорап, доға ҡыла башлай. Аллаһ уның доғаһын ҡабул итә. Ҡөҙрәт Эйәһенең әмере буйынса Ябраил, Микаил, Исрафил фәрештәләр кеше ҡиәфәтендә Аллаһтың тоғро ҡоло Лут пәйғәмбәргә ҡунаҡҡа йүнәлә. Аллаһу Тәғәлә садумдарҙың ҡылыҡтары тураһында улар тыуғанға тиклем үк белгән булһа ла, ғәҙеллек өсөн Үҙенең илселәре алдына шарт ҡуя: Садум халҡының боҙоҡлоғона дүрт шаһит булғанда ғына, уларҙы юҡ итергә була.
Ҡунаҡтар килгәс, Лут, улар өсөн хәүефләнеп: “Һеҙ бындағы кешеләрҙең ни ҡыланғанын беләһегеҙме? − тип һорай. Ҡунаҡтар белмәмеш булып һорай: “Һөйлә, ни ҡыланалар?” Шунда Лут ер йөҙөндә уларҙан да боҙоғораҡ, мәкерлерәк халыҡтың барлығын белмәүе хаҡында дүрт тапҡыр Аллаһ исеме менән ант итә (һәм ошо дүрт тапҡыр әйтелгән ант менән язаның шарты үтәлә).
Лут, ҡунаҡтарҙы нисек ҡотҡарырға, тип баш ватҡанда, ҡатыны йәшертен генә күршеләренә тоҙ һорарға кеше ебәрә. Тоҙ − ҡунаҡ барлығын хәбәр итеүсе билдә була. Шулай итеп, бөтәһенә лә хәбәр барып етә, һәм улар, ят ҡунаҡтар менән файҙаланып, уларҙы хур итергә ниәт ҡора. Ҡунаҡтар, Луттың нисек тә уларҙы садумдарҙан яҡларға тырышыуын күреп, тыныс ҡына: “Үткәр уларҙы, инһендәр әйҙә,”, − тиҙәр. Ябраил ҡанатын бер генә елпей − садумдар һуҡырая. Улар һуҡыр тауыҡтай урындарында ҡатып ҡала һәм Лутты сихырсылыҡта ғәйепләй башлай. Тоҙҙо хыянат билгеһе яһаған ҡатын иһә, үҙе тоҙға әүерелгән, тиҙәр.
Ябраил фәрештә Лутҡа Аллаһтың бойороғо буйынса Садум халҡын таң атҡанда юҡ итәсәген әйтә һәм иманға килгәндәрҙе был ерҙән алып китергә ҡуша. Һәр береһендә 12 мең кешеһе булған ете ҡасаба юҡ ителә. Ябраил ҡанаты менән был ҡасабаларҙы, һуған ҡабығы кеүек кенә итеп, шул ҡәҙәре бейеккә күтәрә, хатта күктәрҙәге фәрештәләр эт өргән, әтәс ҡысҡырған тауыштарҙы ишеткән. Шунан Ябраил уларҙы түңкәреп ергә бәрә. Шунда уҡ был урынға таш ямғыр яуа, һәр ташта һәр гонаһ эйәһенең исеме яҙылған була. Ҡасабалар ер йөҙөнән тулыһынса юйыла, әйтерһең дә, улар бөтөнләй булмаған, уларҙан бер генә тере йән дә ҡалмай1.
НӘМРУДТЫҢ (АЛЛАҺ ҠӘҺӘРЛӘГӘН) ҮЛЕМЕ
Ибраһимдың ялҡынлы ут эсендә янмағанын күреп тә, Нәмруд үҙенең тәкәбберлеге арҡаһында Аллаһҡа иман килтерергә уйламай, киреһенсә, иманһыҙлығы көсәйә генә.
Ул ваҡытта көслө ҡоролоҡ була, һәм иген ҡиммәтләнә. Нәмрудтың бөтә уңышты һаҡламға ҡалдырыу ғәҙәте була − кешеләр унан һатып алһын өсөн. Ул килгән һәр бер кешенән: “Мин һеҙҙең өсөн кем? − тип һораған. Улар уға, һин беҙҙең аллабыҙ, тип яуап бирергә һәм уның алдында тубыҡланып сәждә ҡылырға тейеш була. Ибраһим, Аллаһтан башҡа бер кем алдында ла сәждә ҡылырға ярамай, ти. Нәмруд:”Кем ул һинең Аллаң?” − ти. “Кем кешеләрҙе терелтә лә, үлтерә лә − шул Аллаһ”, − тип яуаплай Ибраһим. Нәмруд, уны ғына мин дә эшләй алам, ти. Уға үлем язаһына дусар ителгән ике кешене килтерәләр. Батша уларҙың береһен үлтерә, икенсеһен иҫән ҡалдыра һәм: “Бына күрҙеңме?” − ти. Ибраһим: “Аллаһ ҡояшты көнсығыштын көнбайышҡа йөрөтә, һин шуның киреһен эшлә”, − ти. Нәмруд яуапҡа һүҙ таба алмай.
Ибраһимға буш ҡул менән өйгә ҡайтыу ауыр була. Ул тоҡтарына тупраҡ тултыра ла, өйөнә ҡайтып, йоҡларға ята. Уянғас, уға ашарға килтерәләр. Ул: “Ҡайҙан алдығыҙ?” − тип һорай. “Һин алып ҡайтҡан ондан”, − тип яуап бирәләр. Ибраһим тупраҡтың онға әүерелгәнен аңлай, ғаиләһенән быны йәшерә һәм, Аллаһ үҙ ҡолоноң өлөшөн ҡасан теләй − шунда, һәм нисек теләй − шулай бирә, − тип, Бөйөк Раббыға туҡтауһыҙ маҡтау һүҙҙәрен ҡабатлап, шөкөр итә.
Ә иманһыҙлыҡтан башын юйған Нәмруд, күккә менеп, Аллаһ менән һуғышырға әҙерләнә. Бының өсөн биш мең терһәк бейеклегендәге башня төҙөй. Шунан ике бөркөт балаһы алып, уларҙы ит һәм икмәк менән туҡландыра. Улар үҫеп, дәү бөркөткә әйләнгәс, ул ағас йәшник эшләй, уға ҡолға беркетә, ҡолғаның осло башына ит киҫәге ҡаҙап ҡуя. Осор алдынан бөркөттәрҙе ашатмай. Шунан һуң йәшникте уларҙың аяғына еп менән нығытып бәйләй. Үҙе уҡ-йәйәһен алып, вәзире менән йәшниккә ултыра.
Ас бөркөттәр, ҡолға башындағы итте күреп, өҫкә ынтылалар һәм йәшник менән һауаға күтәреләләр. Нәмруд иһә Аллаһты эҙләй. Шул ваҡыт күктәге фәрештәләрҙең береһе уға өндәшә: “Эй Аллаһ дош-маны, һин ҡайҙа күтәреләһең?” Яуап урынына Нәмруд, Аллаһ өндәшә икән, тип уйлап, тауыш килгән яҡҡа уғын атып ебәрә. Уҡ теге бөркөттәрҙең береһенә эләгә лә, ҡанға буялып, кире Нәмруд алдына төшә. Ҡанлы уҡты күреп, Нәмруд ҡыуана, күктәр Хужаһын үлтерҙем, тип уйлай.
Күктә уҡ-һаҙаҡ менән һуғышып, “еңеү” яулап ҡайтҡан, ҡурҡышынан сәстәре ағарған, йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, ауы-рыу, ни үле, ни тере Нәмрудты күптәр танымай. Уның төҙөгән башняһын дауыл емереп ырғыта. Аллаһтың көсө бөтмәгән икән әле, тип уйлап, Нәмруд Уның менән ерҙә һуғышырға уйлай. Ул Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, Уны ергә төшөргә, икәүҙән-икәү ҡылыс менән алышҡа саҡыра, үҙенең оҫталығы менән маҡтана.
Аллаһ ҡушыуы буйынса, Ибраһим иҫәр батшаға Уның менән көрәшергә рөхсәт бирелгәнен еткерә һәм уға иң көслө ғәскәр тупларға ҡуша. Уның ғәскәренә ҡаршы Аллаһ үҙенең иң көсһөҙ мәхлүктәрен ебәрәсәген әйтә. Билдәләнгән көндө Нәмруд тулы әҙерлек менән буласаҡ яу урынына килә. Аллаһ әмере менән диңгеҙ яғынан ҡапҡа асыла һәм Нәмрудтың ғәсҡәренә ҡара болот кеүек, иҫәбе-хисабы булмаған серәкәйҙәр ябырыла. Бер ни тиклем ваҡыттан яу яланы Нәмруд яугирҙарының һөйәктәре менән тула. Ас серәкәйҙәр һалдаттарҙың ҡанын ғына һурып ҡалмай, иттәрен дә ашап бөтәләр. Шулай итеп, ҡораллы ғәскәр серәкәйҙәрҙән еңелә, ләкин Нәмруд тере ҡала. Бер бәләкәй генә серәкәй уның танау тишеге аша мейеһенә үтеп инә, һәм батша төҙәлмәҫлек ауырыуға дусар була. Ауыртыуҙы баҫыр өсөн берҙән-бер дауа − уның башына туҡтауһыҙ һуғып тороу. Уның башына төрлө предметтар менән һуҡҡандар, ә батшаны йәлләгәндәр йоҙроҡтары менән төйгөсләгән. Ҡырҡ йыл буйы хеҙмәтселәре уны шулай бер-бер артлы башын туҡмап “дауалаған”. Бындай “хеҙмәт” бөтәһен дә шул ҡәҙәре туйҙыра, ниһайәт, берҙән-бер көндө хеҙмәтселәрҙең береһе, түҙмәй, асыуы килеп, сүкеше менән йән көсөнә Нәмрудтың башына тондора, баш һөйәге уртаға ярылып китә. Унан турғай ҙурлыҡ серәкәй осоп сыға. Был Аллаһтың язаһы булды, ти ҙә серәкәй күҙҙән юғала.
Аллаһтың ғәсҡәрҙәрен һанап бөтөрөү ҙә, уларҙы хәйлә һәм мәкер менән еңеү ҙә мөмкин түгел. Уның сикһеҙ Ҡөҙрәте − һәр ерҙә һәм һәр ваҡытта, Уның ихтыяры үтәлһен өсөн “Күн” (Бул!) тигән һүҙе етә.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
______________________________________
1 Америка археологтары “Үле диңгеҙ” тирәһендә был ауылдарҙың эҙен таба. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә, бәндәләргә һабаҡ булһын өсөн, Лут халҡының ҡалдыҡтары һаҡланыуы хаҡында аят төшөрә (мәғәнәһе): “Беҙ аҡылы булған кешеләргә асыҡ билдә (ауылдарҙың харабаларын) ҡалдырҙыҡ” (“Әл-Ғәнкәбүт” (Үрмәксе) сүрәһе, 35-се аят).
Шулай уҡ “Лут” күле айырым иғтибарға лайыҡ. Уның хатта географик хәле был халыҡтың ни тиклем түбәнлеккә төшкәнен күрһәтә кеүек. Күл диңгеҙ кимәленән 400 метр түбәнлектә, үҙ тәрәнлеге йәнә 400 метр, йәғни уның төбө диңгеҙ кимәленән 800 метрға түбәнерәк. Ә донъяның иң түбән нөктәһе − диңгеҙ кимәленән 100 метр түбәнлектә. Был күлдә балыҡ та, үҫемлек тә юҡ. Күлдең төҫө ҡап-ҡара тиерлек, унан һаҫыҡ еҫ килә. Әйтерһең дә ул кешеләрҙе гонаһ ҡылыуҙан, әшәке ҡылыҡтарҙан иҫкәртеп тора...