Әҙәптәр

Әҙәптәр

Ғалимдың әҙәп ҡағиҙәләре.

- Ғилем алыуҙы дауам итеү

- Алған белемгә таянып эш итеү

- Етди кеше булыу

- Һауаланмау

- Шәкерттәр менән мөләйем булыу

- Әүҙем уҡыусыларҙың хәлен аңлау

- Мәғлүмәтте ауыр үҙләштергән уҡыусыға дәресте еңел итеп аңлатыу

- «Мин белмәйем» һүҙбәй-ләнешенән ҡурҡмау

- Һорауҙарға яуап биргәндә һәм яңы теманы аңлатҡанда еңел ысулдарҙы ҡулланыу

- Ҡапма-ҡаршы фекерле кеше-нең һүҙҙәренә иғтибар итеү, уның дәлилдәрен ҡабул итеү.

 

Мөғәллим ҡаршыһында шәкерттәрҙең әҙәбе

- Иң башта уҡытыусыны сәләмләргә

- Мөғәллим алдында аҙ һөйләшергә

- Уҡытыусы ингәндә, баҫырға

- Бер ҡасан да: «Шундай ғалим икенсе төрлө һөйләй», – тип әйтмәҫкә

- Эргәңдә ултырған иптәшеңә һорау бирмәҫкә

- Мөғәллим менән аралашҡанда, көлмәҫкә

- Уҡытыусының икенсе төрлө фекерҙә булыуына төрттөрмәҫкә

- Мөғәллим тороп баҫҡан саҡта, уның кейеменә тотонмаҫҡа

- Өйгә ҡайтҡан саҡта, уҡытыусыға һорау бирмәҫкә

- Дәрес ваҡытында мөғәллим арыһа, артабан дәресте дауам итеүҙә ныҡышмаҫҡа

 

Ҡөрьән уҡытыусыһының әҙәп ҡәғиҙәләре

- Етди йөҙ менән ултырыу

- Шәкерттәрҙең уҡыуын тыңлау

- Аллаһтың рәхимлегенә ышаныу

- Бер-береһенә оҡшаш хәрефтәрҙең әйтелешенә иғтибар итеү

- Ҡөрьән уҡыған саҡта туҡтала торған урындарҙы күрһәтеү

- Туҡтаған саҡта, артабан нисек дауам итеү ысулдарын аңлатыу

- Һандарҙы өйрәтеү

- Ҡөрьәнде тулыһынса уҡыуҙың фәзиләттәрен аңлатыу һәм уны уҡып бөткәс, артабан нимә эшләргә икәнен өйрәтеү

- Ҡөрьәнде яңы ғына уҡырға тотонғандарға йомшаҡ мөғәмәләлә булыу, уларҙы аңларға тырышыу

- Шәкерт дәрескә килмәһә, сәбәбен белешеү

- Әгәр ҙә ул уҡыусы килһә, уны уҡырға өгөтләү

- Әҙ һөйләшеү

- Намаҙҙа уҡыла торған сүрәләрҙе һәм аяттарҙы йәки буласаҡ имамдар өсөн кәрәк була торған доғаларҙы ятлауҙы талап итеү

 

Ҡөрьән уҡырға өйрәнгән шәкерттең әҙәптәре

- Мөғәллим алдында оялып ултырырға

- Бар уй-фекерҙе уҡытыусының аңлатыуына йүнәлтеү

- Башты алға эйергә

- Ҡөрьән уҡыр алдынан мөғәллимдән рөхсәт һорау

- Шунан «әғүҙү-бисмилләһ» әйтергә

- Уҡып бөткәс, доға ҡылырға

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...