Биш кәңәш

Биш кәңәш

Биш кәңәш

Бер ваҡыт Ғабдуллаһ ибне Ғәббәс былай тигән: “Яҡшы аттан да ҡиммәтерәк биш кәңәш хаҡында онотмағыҙ:

1. Мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәрҙән ситләшегеҙ, сөнки унан бер ниндәй файҙа юҡ, бары тик гонаһҡа ғына килтерә. “Һис шикһеҙ, мөьминдәр Сәғәҙәткә ирешәсәк. Сөнки улар намаҙ-ғибәҙәттәрендә итәғәт менән сәждә итә. Улар файҙаһыҙ, буш һүҙ һөйләмәй” (“Мөьминдәр”, 1-3).

2. Һүҙҙе билдәле бер маҡсат менән башлағыҙ һәм шул маҡсат, ниәт менән әңгәмәне дауам итегеҙ, һүҙ барышында башҡа темаларға күсмәҫкә тырышығыҙ.

3. Аҡыллы кеше менән дә, ахмаҡ менән дә ҡыҙып бәхәсләшмәгеҙ. Әгәр ҙә ул зыялы кеше икән, һеҙгә асыуланыр, күрә алмай башлар, инде ахмаҡ икән, ниндәй ҙә булһа зыян килтерергә тырышасаҡ. Риүәйәттәрҙән аңлашылғанса, Мөхәммәд r һәр ваҡыт өммәтен ундай бәхәстәрҙән ҡәтғи рәүештә тыя торған булған.

4. Ҡәрҙәшегеҙ юҡ саҡта уның тураһында бары тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләгеҙ, сөнки уның да, үҙегеҙ йәнәшәлә булмаған ваҡытта, һеҙҙең турала ыңғай һөйләүен теләйһегеҙ бит. Ғабдуллаһ ибне Мәсғүт әйткән: “Аллаһ менән ант итәм, ер йөҙөндә телдән башҡа оҙаҡ ваҡытҡа тотҡонлоҡҡа ябырлыҡ башҡа әйбер юҡ”.

5. Яҡшылыҡҡа – бүләк, насарлыҡҡа яза алыуҙы иҫтә тотоп аралашығыҙ. Шуның өсөн һәр әйтәһе һүҙҙең нәтижәһен иҫтә тоторға кәрәк. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә бойора: “Бәндәләремә әйт, иң татлы һүҙҙәр генә һөйләһендәр. Сөнки шайтан уларҙың араһында ғауға сығарыусы. Һис шикһеҙ, шайтан – кешеләрҙең хәтәр дошманы” (“Исра”, 53). Шулай итеп, һүҙ сәбәпле шайтандың дуҫы ла дошманы ла булырға мөмкин.

«Татар дини календары 2016» биттәренән

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...