Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр була.

 

Һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, Әбүзәр уның тураһында белешер өсөн, Мәккәгә килә. Ул унда Пәйғәмбәр ﷺ тураһында бер кемдән дә һорашып тормай, төн еткәс, Ҡәғбә янына килеп, йоҡларға ята. Ошо ваҡытта эргәһенән Ғәли ибне Әбүталип үтеп барған була. Ул Әбүзәрҙең сит ерҙән килгәнен аңлап, уны ҡунырға өйөнә саҡыра. Әбүзәрҙең ниндәй маҡсаттан килеүен белгәс, ул уны Аллаһ Рәсүленә ﷺ алып бара. Пәйғәмбәр ﷺ уға үҙенең дине тураһында һөйләй, уны тыңлағандан һуң, Әбүзәр ислам динен ҡабул итә. Шунан һуң Пәйғәмбәр ﷺ уға, үҙенең ырыуҙаштары янына ҡайтып, уларҙы хаҡ дингә саҡырырға ҡуша.

Пәйғәмбәрҙән ﷺ сыҡҡас, Әбүзәр Ҡәғбә янына килеп, бөтә халыҡҡа ишетелерлек итеп: «Мин Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығына һәм Мөхәммәдтең Аллаһ Илсеһе икәнлегенә геүаһлыҡ ҡылам!» − ти. Ҡорайыштар асыуҙарынан шунда юҡ уға ябырыла һәм туҡмап ташлай. Улар уны үлтерергә теләй, ләкин шул ваҡыт Ғәббәс килеп сыға. Ул ҡорайыштарға: «Ахмаҡтар! Һеҙ Ғифар ҡәбиләһе кешеһен үлтерергә итәһегеҙме − карауандарығыҙҙың улар еренән үткәнен оноттоғоҙмо әллә?» − ти. Ғәббәстең ошо һүҙҙәре арҡаһында Әбүзәргә ырыуҙаштары янына иҫән-имен ҡайтып етергә яҙа. Һуңғараҡ ул Мәҙинәгә күсеп килә.

 

Даус ҡәбиләһе башлығының исламды ҡабул итеүе

Туфайл ибне Әмр − Даус ҡәбиләһенең башлығы − ғәрәптәр араһында ҙур абруй ҡаҙанған кеше була. Мәккәгә килгәс, ҡорайыштар, уға ҙур хөрмәт күрһәтеп, ҡала ситенә үк сығып ҡаршылай.

Туфайлдың Мәккәгә килеү хөрмәтенән, ҡорайыштар уны тантаналы ҡабул итеү мәжлесе ойоштора, һый-хөрмәт тулы мул табын әҙерләп, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә. Һөйләшеү араһында улар ҡунаҡты бик ныҡ итеп иҫкәртә: «Эй Туфайл, һин беҙгә шундай ваҡытта килдең: ырыуыбыҙҙың бер кешеһе сихыр ярҙамында кешеләр араһында ыҙғыш сығарып йөрөй. Ул кешеләрҙе үҙенең телмәре менән сихырлай: атай менән улды, туған менән туғанды, ир менән ҡатынды айыра. Беҙ һинең дә, уның телмәрен ишетеп, шул йоғонтоға эләгеп ҡуйыуыңдан ҡурҡабыҙ. Үҙеңдең халҡыңды ла уның менән осрашыуҙан ҡурсала. Һаҡ була күр! Уның янына яҡын да юлама һәм уны бөтөнләй тыңлама!»

Ҡорайыштарҙың иҫкәртеүенән һуң, Туфайл, Ҡәғбәгә яҡынлашҡас, Мөхәммәдтең «сихыр» һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн, ҡолағын устары менән ҡаплай. Әммә Ҡәғбә эргәһендә намаҙ ҡылыусы Пәйғәмбәрҙең ﷺ уҡыған аяттарын Аллаһу Тәғәлә уға барыбер ишеттерә. Был һүҙҙәр уның күңеленә үтеп инә. Туфайл уйлай: «Минең үҙ аҡылым бар: шағирмын, яҡшыны ямандан, яуызлыҡ килтереүсе һүҙҙәрҙән айыра алам. Ни өсөн мин уны тыңлап ҡарарға тейеш түгелмен? Уның һүҙҙәре яҡшылыҡҡа өндәй икән, ҡабул итермен. Юҡ икән − кире ҡағырмын».

Пәйғәмбәр ﷺ ҡайтырға сыҡҡас, Туфайл уның артынан эйәрә. Уның йортона еткәс, Туфайл унан яңы дин тураһында һөйләүен үтенә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға исламдың асылын аңлата һәм Изге Ҡөрьәндән аяттар уҡый. «Үҙ ғүмеремдә быларҙан да гүзәлерәк һүҙҙәр ишеткәнем булманы», − ти Туфайл һәм ислам ҡабул итә.

Юлға сығыр алдынан ул Аллаһ Рәсүленә ﷺ: «Минең ҡәбиләм кешеләре − миңә яҡшы мөнәсәбәттә. Ҡайтҡас, мин уларҙы исламға саҡырасаҡмын. Аллаһтан һора әле − Ул миңә берәй төрлө билге бирһен», − ти. Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһҡа доға ҡыла, һәм Туфайл юлға сыға. Ҡәбиләһенә яҡынлашҡас, уның сыбыртҡыһынан яҡтылыҡ һибелә башлай. Өйөнә ҡайтыу менән ул атаһы һәм ҡатынына ислам тураһында һөйләй. Һәм улар хаҡ динде ҡабул итә.

 

 

Әбү Һурайранан сахих (ышаныслы) хәҙис: «Пәйғәмбәргә ﷺ бер кеше килә лә һорай: «Эй Аллаһ Пәйғәмбәре ﷺ, минең яҡшылыҡ эшләүемә иң лайыҡ кеше кем?» − тип һорай. Пәйғәмбәребеҙ: «Һинең әсәйең», − тип яуап бирә. Шунан теге: «Тағы кем?», − ти. Был юлы ла Рәсүл ﷺ: «Әсәйең», − тип яуаплай. Ҡунаҡ өсөнсө тапҡыр һорай: «Тағы кем?» Пәйғәмбәр йәнә: «Әсәйең», − ти. Теге кеше һаман ныҡыша: «Тағы ла кем?» − ти. Аллаһ Илсеһе ﷺ был юлы: «Атайың», − тип яуап бирә.

 

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...