Уҡытыусы, әҙибә, хажиә

Уҡытыусы, әҙибә, хажиә

Байрамдар яҡынлаған һайын, кемделер ҡотлап, һөйөндөргө килә. Барлыҡ дуҫтар, коллегалар иҫкә төшә. Бала саҡ, мәктәп йылдары, институт, тәүге хеҙмәт юлын бергә барлаған хеҙмәттәштәр...

 

Был юлы сәләмемде йәш саҡта Баймаҡ районы Йылайыр урта мәктәбендә бергә эшләгән, байрам табындарында бергә йөрөгән коллегам, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, хәҙерге көндә хажиә, әҙибә, оҙаҡламай һигеҙенсе тиҫтәһен артыласаҡ Лира Яҡшыбаеваға ебәрәм.

Талантлы уҡытыусы, ҙур ихтирам, халыҡ һөйөүен яулаған әҙибә, халҡыбыҙҙың күренекле ун ике дин әһеленең тормош юлын өйрәнеп, халҡына еткереүсе Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы. Ҙур шәхес, тарихта һәм Рәсәй тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған, халыҡта әүлиә һәм табип булараҡ та билдәле Зәйнулла Рәсүлев образы хажиә Лира ижадында ҙур урын алды. Яҙыусы һәр бер изге затты өйрәнеүгә ихлас тотондо. Күпме юлдар үтелде, күпме осрашыуҙар, эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр... Һайлаған уҡытыусы һөнәренә тоғролоғо, уҡыусылары, ата-әсәләрҙең оло ихтирамы уға көс, сәм бирҙе. Ололар һүҙен иғтибарлап тыңлай белә, тарихи факттарҙы тикшерә, өйрәнә. Күңеле һәр саҡ талпына, эҙләнә.

«Бөтәбеҙгә бер ер шары» китабы ҙур баһаға лайыҡ булды. «Еңеүҙә доға көсө» әҫәре доғаның ни тиклем әһәмиәтле булыуын һәм уны урынлы ҡулланырға кәрәк икәнлеген аңлата. Оло быуындың йәштәргә иғтибарлы булыуы, йәштәрҙең ололар фекеренә ҡолаҡ һалыуы ил өсөн әһәмиәтле икәнлеге, ҙур етәкселәр сығыштарына байҡау яһап, дәлилләп бирелә.

Оло тормош юлы үткән ҡатын, балалар әсәһе, ейәндәр өләсәһе Лира Яҡшыбаева. Балаларының һәр уңышы әсә кеше өсөн оло шатлыҡ һәм мәртәбә. Яҙыусының ҡыҙы Гөлнара Вәхит ҡыҙы Яҡшыбаева Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһенә лайыҡ булды. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», – тип халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән. Уҡытыусы әсәһе, инженер атаһы булған Гөлнара, ата-әсәһенең, эш буйынса оло вазифалар биләп, ҡайҙа ғына эшкә күсерелеп, төрлө ерҙә йәшәһәләр ҙә, һәр ваҡыт ғәзиздәренең халыҡ ҡаршыһында күҙ өҫтөндә ҡаш булыуҙарын күреп үҫә. Ошо халыҡ иғтибары, ихтирамы Гөлнараны ла теүәллеккә, маҡсатлы, ғилемле булырға әйҙәп тора.

Лира Яҡшыбаеваның әҫәрҙәре изгелеккә өндәгән кеүек, беҙ ҙә бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булып, изге эштәр эшләргә ашығайыҡ!

 

Фәриҙә Әбсәләмова,

Өфө районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...