Әсәм яҙған китап

Ә иң ҡыуаныслы хәл – баҡсала ҡойо ҡаҙҙырыу булды, ахыры. Юғиһә, Рәүҙәк йылғаһына иртән иртүк барып һыу алырға кәрәк. Мал-тыуар төшкәнсе, эште эшләп ҡуйырға ғәҙәтләнгән барса халыҡ. Ә ул һыуҙың тәме! М-м-м!Телеңде йоторлоҡ! Теүәл бер аҙна эсеп өлгөрҙөк ҡойо һыуын. Бер көн иртән әсәйем:
– Беҙ ниндәй һыу эсәбеҙ ул? Тәме Рәүҙәктеке түгел бит, татырлы, – тип һалмаһынмы?!
– Үҙебеҙҙең ҡойо һыуы, әсәй, – Юҡ, балалар! Һаҙ һыуы эсеп ултырмайыҡ. Рәүҙәгемдең һыуын эсеп үҫкәнмен, ул мине йәшәткән, ошо йәшкә еткергән. Рәүҙәгемдең һыуын эсеп кенә теге донъяға китәйем. Иртәнсәк иртүк, таң менән һыуға барығыҙ, яраймы! Таң һыуы эсәйек! Беҙгә шундай фарман бирелде! Әсәйем, тимәк, йәшәргә тырышып-тырмашып ята. Әлхәмдүлилләһ! Тырышмай ни?! Оло ҡыҙыбыҙ тиҙҙән бәпес алып ҡайтырға тейеш тә баһа! Ошондай оло бәхетте нисек итеп күрмәй, мәхрүм ҡалмаҡ кәрәк! Шуға намаҙым һайын доғалар ҡылам, изге теләктәр теләйем:
– Раббым! Әсәкәйемдең ғүмерен биргәс, һаулығын да йәлләмә, зинһар! Барына шөкөр итеп йәшәргә беҙгә көс бир!.. Барсабыҙға ла хәйерле, бәрәкәтле ғүмерҙәр насип ит! Беҙгә тәғәйен бәхетеңде зарыҡтырмай, көттөрмәй, тиҙ итеп инселә! Гөлназ ҡыҙымдың 4 күҙ менән көткән бәпесенең тәмлекәс еҫен еҫкәп, нәҫелебеҙ ҡотон арттырғанын күрергә насип ҡыл! Ауылдаштарымды, тыуған һәм йәшәгән еремде, илебеҙҙе яҡты киләсәк менән һөйөндөрөүҙән туҡтама, зинһар!
* * *
Тормошобоҙ яйлап ҡына ошолай үҙ яйына алға тәгәрләне. Изге Рәүҙәк йылғаһының тәмле һыуы, шифалы кәзә һөтө әсәйемә яһаған төрлө уколдарға ҡарағанда бишләтә артығыраҡ файҙаһын бирҙе. Шулай уҡ янында кинәнеп, донъяларыңды онотоп һөйләшеп ултырыуҙарҙы иҫе китеп яратты ул. Боронғоларҙы һөйләп алып китер ине үҙе. Мин ул тарихты ятлап бөткәнмен. Әммә, тәү ҡат ишеткәндәй, яңынан рәхәтләнеп тыңлайым. Әсәм ауыҙынан сыҡҡан һәр хәбәр – ил тарихы бит ул. Уларҙың тиҙҙән мәңгелеккә әйләнеүе – күҙ менән ҡаш араһы ғына. Шуға әлегә ул һөйләй, ә мин – тыңлайым.
Әсәйемдең һәр хәжәтен үтәү – үҙе бер бәхет тойола. Йүгереп кенә йөрөйөм. Юҡ, юҡ! Йүгереп түгел, осоп йөрөйөм. Намаҙымда һорағас, Раббым көс биреп кенә тора. Шуға тамсы ла арымайым. Оло кешенең хәлен белергә тип килеп йөрөгән Айытҡол урамындағы Маһинур Сөләймәнова, Урта урамдағы Фәниә Кәлимуллина апайҙарға, мәҙәниәт йортонда эшләүсе Мәҙинә Алтынбаеваға, тиҙ генә бауырһаҡ йә ҡыҫтыбый бешерә һалып индергән Фәүриә Аҡҡолова күршегә һәм тағы башҡа ауылдаштарына әсәйем гелән рәхмәттәрен яуҙырып ҡына ятты. Уларҙы һағыныр булды. Күстәнәстәренә һөйөндө. Уларға, үҙе ултырып, доғалар ҡылыр ине. Ни тиһәң дә, хәле бар саҡта, намаҙ уҡыған кеше лә баһа ул! Бигерәк тә Һаҙ урамындағы яҡын әхирәте, ҡоҙағыйы, еңгәһе Зөһрә инәйҙең төпсөк киленкәйе Рәзиләне үҙ балаһылай яҡын күрҙе әсәйем. Йомшаҡ телле, йөрәккә үтеп инерлек хәбәрҙәр һөйләй белеүе, оло быуын кешеләренең күңелен аңлауы, һәр байрам һайын тәмле күстәнәстәр алып ҡайтыуы менән арбатты үҙенә Рәзилә күршем. Ә инде Салауат ҡалаһынан бар республикаға билдәле шәхес, дин буйынса белгес, хажиә Зәйтүнә апай Көҫәпованың бер көн беҙгә килеп инеүе – бәхеттең дә бәхете ине. Сөнки апайыбыҙ әсәйемә үҙе күптән көткән бүләк – ҮТКӘРМӘ ЙӘСИН алып килгәйне. Әсәйем был Йәсин менән нисек итеп ауырыу кешене дауаларға, теүәл итеп күптән өйрәтеп тә ҡуйғайны миңә.
Әгәр ҙә берәй сәбәп менән көткән ҡунаҡтары килмәйерәк торһалар, ҡурсағын юғалтҡан бала төҫлө күңелһеҙләнеп китер ине әсәкәйем. Ошо мәлдәрҙә кисекмәҫтән, ашығыс рәүештә, дарыуын таба һалырға кәрәк була ине миңә! Хәлен һиҙә һалып, урамға, тышҡа сығам. Шунан, һөйөнсөләп, шатланып, килеп ингән кеше булам.
– Әсәй-й-й! Урамда Осъяҡтан Нәзирә апай, Ғәҙилә ҡоҙағый, Асия еңгәләр үтеп бара ине. Араларында Әбдразаҡ ағай ҙа бар. Һиңә күп итеп сәләм әйттеләр. Аштан ҡайтып баралар. Раҡыя ҡоҙағыйҙың төпсөк улының малайы тыуған. Исем ататҡандар. Башҡа ваҡыт төбәп, хаслап киләбеҙ, тип һүҙ бирҙеләр. Көтһөн, тинеләр...
Шулай тигәс кенә, әсәйемдең йөҙө яҡтырып китә. Уның күңелендә лә, беҙҙең өйҙә лә ете төҫкә мансылып йәйғор ҡалҡа. Сөнки был апай, был инәйҙәр әсәйемдең ғүмер баҡый бергә йәшәгән, бер ҡалаҡтан ашаған Осъяҡ урамындағы ут күршеләре. Ә күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!
КИТАПТЫҢ ҺУҢҒЫ БҮЛЕГЕ
Быйылғы 2020 йыл бик ауыр килде. Илебеҙҙәге коронавирус менән бәйле хәлдәрҙе әсәйемә һөйләһәң, уйылып китеп аптырар ине.
– Нисек итеп балаларҙы өйҙә генә, компьютер аша уҡытып була?! Заводтарҙа халыҡтың ҡыҫҡартылыуы, ҡайһы берҙәрендә аҡса түләмәүҙәрен һөйләй китһәң, йәһәт кенә шатлығын уртаҡлаша һала:
– Әлдә бинсийәгә сығып ҡалдың. Иветәй, ҡыҙым?!
– Әсәй! Урамға сыҡһаң, кешеләргә хәҙер маска кейеп йөрөргә кәрәк. Юғиһә, магазинға индермәйҙәр. Ә эш буйынса берәй ойошмаға барһаң, бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр. Ищеү ҡулға бирсәткәләр ҙә кейергә кәрәк.
– Йә һуң инде! Ниндәй замана был?! Әсәйем коронавирус тигән афәттте бөтөнләй аңламай. Сөнки быны уның саф аңы ҡабул итә алмай. Иң үкенеслеһе – йыл да мәҙәниәт йорто алдында, паркта була торған Еңеү байрамына бара алманы. Апрель айында күҙҙән ҡалды. Шулай булһа ла, һис һуҡыр кеше кеүек ятманы. Кем хәлен белешергә килә, тауышынан таныр ине.
– Һин – шуның, шуның улы булаһың. Һин – шул урамдағы шул ҡушаматлы кешенең ҡыҙы бит! 100-гә етеп килһә лә, әҙәм аптыратырлыҡ, хәтере салт аяҙ ине әсәйемдең. Теленән кәлимә төшмәне. Һис зиһене тарҡалманы. Йор һүҙле булды. Мин белмәгән аяттарҙы сатнатып уҡыр ине. – Мине әллә 100 йәшкә еткерергә уйлайҙар выраштар, – тип Маҡар больницаһындағы табиптарға рәхмәттәрен әйтеп бөтөрә алманы. Уларҙы гелән маҡтап телгә алыр булды.
– Ҡыҙым! Улар тураһында гелән гәзиткә яҙып торорға кәрәк! Онотма, йәме! Иҫәкәйҙең халҡының һаулығы, балаларҙың киләсәге улар ҡулында бит. Нисә тапҡыр мине үлемдән алып ҡалдылар, ҡарәле! Баш табип Богданов Вәрис Миңнеғариф улына, Богданова Әминә Мәжит ҡыҙына, ”Тиҙ ярҙам” машинаһындағы ҡыҙҙар: Солтанбаева Гүзәл, Рахманова Рәйлә, Мөхәмәҙиева Дания, Хафизова Наиләгә һәм беҙҙең Иҫәкәй ауылы фельдшеры Ғиззәтова Альфира Әхмәт ҡыҙына гел доғаларын ҡылыр ине. Уларға үҙе кеүек матур, йәш, хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмерҙе ихласлап теләне ауылымдың ағинәйе әсәйем. Альфира һылыуҙы бигерәк яратты.
– Мине йәшәтеүсе фәрештәм! – тип кенә ебәрер ине. ... Ошолай һәүетемсә генә барҙы донъябыҙ.
– Һуҡыр һәм атламайынса түшәктә ятҡан әсәйҙе ҡарауы ҡыйындыр инде, – ти торғайны ауылдаштарым. Һис ҡыйынлығын күрмәнем. Күҙле кешегә ҡарағанда әсәйем күҙлерәк ине. Сөнки күңел күҙе менән күрә белде.
Өймәкләшеп балалар ҡаланан ҡайтып инһә:
– Ана минең 12 күҙем ҡайтып инде, – тип шатланыр ине.
– Үҙем атлай алмаһам да, 12 аяғым бар минең, – тиер ине.
– Бер Сәйфитдинем урынына биш Сәйфитдинем бар минең хәҙер,- тип ғорурланыр ине. Сөнки Ләйсәнебеҙҙең хәҙер өс бәпәйе булып китте, Әлхәмдүлилләһ! Әсәйемә ҡарап, беҙ ҡыуандыҡ. Әсәйемә ҡарап, беҙ йәшәргә өйрәндек.
РӘШИҘӘ ШӘМСЕТДИНОВА
(Дауамы киләһе һанда)