Мөнәжәтсе Гәүһәр инәй

Мөнәжәтсе Гәүһәр инәй

Кесе йәштән атаһының мөнәжәттәрен хәтер һандығына һалып барған Гәүһәр инәй бөгөнгө көндә үҙенең күркәм юбилейын – 90 йәшен билдәләне.

 

Үҙәнбаева Гәүһәр Ямалетдин ҡыҙы 1933 йылдың 5 ғинуарында йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Таулыҡай ауылында донъяға килә. Ғаиләлә 4 бала: Ишбикә, Әбделхай, Гәүһәр һәм Рауза бик йәшләй генә атайһыҙ ҡалалар. 1941 йылдың июнь айында колхоз малдарын көткән Ямалетдин олатайҙы аты менән ҡуша йәшен атып үлтерә. Һуғыш йылы балалары, төрлө михнәттәр күрһәләр ҙә, бирешмәй, донъя йөгөн күмәкләп тарта. Оҙаҡламай Әсҡәпъямал инәй ғаиләһе менән ферма өйөнә күсеп сыға. Әсәһе колхозда һыйыр һауа, Әбделхәй ағаһы ферма малдарын көтә, ә бәләкәйҙән теремек ҡыҙыҡай Гәүһәр һеңлеһен ҡарай, йорт эштәре менән булыша. Әсәһенең ферма мөдире Ажибай олатайҙан йәшереп кенә мейес төбөнә ултыртып киткән бер көрөшкә һөттө эсеп кенә көн үткәрә ҡыҙҙар. Унан ҡалһа, урманға сығып ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡымыҙлыҡ йыялар. Ҡуҙғалаҡты ҡайнар һыуға һалып, өҫтөнә картуф турап, аш бешереп ашайҙар. “Тәбиғәттең саф ризыҡтарын ашап үҫкәнгәлер, һаулыҡҡа зарланмайым, Аллаһҡа шөкөр”, – тип йылмая инәй. Ысынлап та, шулайҙыр, юҡҡа зирәк зиһененә, мөләйем йөҙөнә, етеҙ хәрәкәттәренә ҡарап, уға һис тә 90 йәште бирерлек түгел. Аллаһу Тәғәләнең мөғжизәһелер инде, 11 йәшлек кенә ҡыҙыҡайға Хөмәйрә инәләренә китеп барғанда күк ҡабағы асыла: донъя ҡапыл яҡтырып китеп, ерҙә ятҡан энә лә күренерлек булып балҡып ала.

– Шул минутта мин теләктәр теләнем. Аллаһҡа шөкөр, теләктәрем ҡабул булды, йәшәүебеҙгә бәрәкәт, донъябыҙға ҡот килде. Малдарыбыҙ ишәйҙе, сыбырлап һарыҡтарыбыҙ уңды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Гәүһәр инәй.

Бәхетле кешеләргә генә Ҡәҙер төнө асыла, тип әйтәләр бит халыҡта. Ысынлап та, был хаҡиҡәтте Гәүһәр инәйҙең тормош юлы аша күрергә була.

Шул ауылдың ғәййәр егете Фирғәт ағайға йәшләй генә тормошҡа сыға. Татыу мөхәббәтле пар алты улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыра.

“Һинең төп эшең – балалар тәрбиәләү, тип, мине колхозда эшләтмәне Фирғәт ағайың. Шуға ла мин, тормошҡа сыҡҡас, ауыр эш күрмәнем. Тик колхозда сөгөлдөр утау, япраҡ бәйләү кеүек ваҡытлыса булған эштәрҙә генә йөрөнөм”, – тип һүҙен дауам итте Гәүһәр инәй. Күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән Фирғәт ағайҙың да колхозда төрлө яуаплы эштәрҙә тырышып эшләүе, балаларына өлгөлө атай булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Дүрт улын ергә һалған ҡарт әсә йөрәге әле лә тыныс түгел, сөнки әлеге көндә өс ейәнен – Нил, Ғәзиз, Фаилды ҡәһәрле Украина яуына оҙатҡан ҡартәсәй күңеле болоҡһой, улар өсөн көнө-төнө доға ҡыла, һуғыштың тиҙерәк бөтөүен теләй.

Гәүһәр Ямалетдин ҡыҙын ауылда ғына түгел, районда ла оҫта мөнәжәтсе, тип беләләр. Бөгөнгө көндә лә ул ололар өсөн дә, йәштәр өсөн дә фәһемле булған мөнәжәттәрҙе кеше күңеленә барып етерлек итеп башҡара. Атаһы ла мөнәжәт, бәйеттәрҙе күңелдәргә үтеп инерлек итеп көйләй торған булған.

Хаҡ Тәғәлә һау әйләһен телебеҙҙе

Сырхау булһаҡ, кемдәр беләр хәлебеҙҙе.

Үләр булһаҡ, кемдәр йыуар тәнебеҙҙе

Бер Хоҙайым үҙе ярҙам бирһен инде.

Донъя малы ҡәберҙә юлдаш булмаҫ,

Ҡәберҙәр тар, күҙҙәргә йоҡо килмәҫ

Донъя малы ҡәберҙә юлдаш булмаҫ,

Унда барһаң, кире ҡайтыуҙар булмаҫ, – тип һамаҡлай инәй.

Афған яуында улын юғалтҡан бер әсәнең «Әсә зары» тигән шиғырын да ауылдаштары битараф тыңлай алмай. Әле лә шиғырҙар, мөнәжәттәр, хәҙистәрҙе ятлауын дауам итә зирәк зиһенле инәй. “Әс-сәләм” гәзитендәге мәҡәләләрҙе яратып уҡый ул. Быйыл иһә республика кимәлендә күренекле дин әһеле Нәҡшбәндиә тәриҡәте остазы ишан Ғабдулла Саидигә арнап үткәрелгән мөнәжәттәр һөйләү бәйгеһендә 1-се урын алыуы бер ҙә осраҡлы булманы.

“Килен ҡәйнә тупрағынан ярала”, тигәндәй, үҙе кеүек килендәре лә бик уңғандар: биш килене менән аралашып, татыу ғүмер итә Гәүһәр инәй. Әле төп йортта кесе килене Мәфрүзә һәм өс ейәнсәре менән йәшәй. Берҙән-бер кейәүе Хәлит тә ҡәйнәһен бик ихтирам итә. Әлеге көндә балалары, 40 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре ҡурсыуында фани донъяларҙың шатлыҡтарын татып, Аллаһу Тәғәләгә мең рәхмәттәр әйтеп, ырыҫлы, бәрәкәтле ғүмер юлын үтә хөрмәтле ағинәйебеҙ.

 

 

Рәйсә Яҡупова,

Баймаҡ районы

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...