Әсәм яҙған китап

Әсәм яҙған китап

Әсәйҙәр китап яҙа аламы?

Ала икән шул!!! Ҡәҙерле кешем Ишембай районы Иҫәкәй ауылында 1923 йылдың 8 авгусында донъяға килгәс тә, олатайым менән өләсәйем уға аһәңле, мәғәнәле “Тайфа” тигән исемде ҡушып ( ғәрәп телендә “дин әһеле” тигәнде аңлата) тәҡдирен асып ебәрә. Ошо изге көндән алып, әсәйем үҙ ҡулдары менән ТОРМОШ КИТАБЫН яҙа башлай.

Сыуаҡ сентябрь айының 3-сө көнөнән бирле донъям ӘСӘЙЛЕ һәм ӘСӘЙҺЕҘ саҡҡа, ҠОЯШЛЫ һәм ҠОЯШҺЫҘ саҡҡа бүленде . Мәңгелеккә юл алды ҡәҙерлем. Тулы иман менән... Кесе Йоманың Ахшам намаҙынан һуң... Изге Йомаға ҡаршы... Нәҡ ошо мәлдә мин ҡөҙрәтле Аллаһу Сөбхәнәһу үә Тәғәләнең ғәзизгенәмде шул тиклем өҙөлөп яратҡанын аңланым. Намаҙ уҡығанда... Сәждәгә киткәндә... Шуға ла тормошом хәҙер үткән заман менән бөгөнгөнө бәйләүгә ҡорола. Селпәрәмә килеп ватылған бөгөнгөмдө доғаларым , хәйер-саҙаҡаларым менән, яҡты хәтерләүҙәрем менән ҡоршарға тырышыуым.

...Шәмсетдин олатайым 48 генә йәшендә фани донъя менән хушлашҡан. Үҙе мулла ла булған, колхоз председателе вазифаһын да үтәгән ул. Йәшләй генә тол ҡалған Фәғилә оләсәйемә алты баланы: Ғиззетдин, Зәйнетдин, Тайфа, Хәким, Минзифа, Ғәтиәне елямғыр тейҙермәй үҫтерергә Аллаһу Тәғәлә үҙе көсҡөҙрәтен биргәндер. Ул заманда беҙҙең Иҫәкәй ауылы «Ҡыҙыл партизан» колхозы булып йөрөй. Тормоштоң бар ауырлығын үҙ елкәһендә татып үҫә әсәйем. Бәләкәй сағынан уҡ эшкә егелә: ҡап һуға, Ғафуригә, Еҙемгә һал ағыҙырға йөрөй. Ҡыҫҡаһы, колхоз ниндәй эш ҡуша, бер генә бөртөгө лә уны урап үтмәй.

...Донъя мәшәҡәтенән бушаған арала, әсәйем менән һуғыш тураһында һөйләшергә тырыша инем. Тыл ветераны ине. Әммә ул был темаға һөйләшергә бөтөнләй яратманы. Ауыр яраларын ҡуҙғатаһы килмәне, күрәһең. Бына бер һөйләгәне:

...Кемдең ҡулынан эш килә, барыбыҙ ҙа колхоз эшенә егелдек. Үгеҙ менән ер һөрәбеҙ. Аттарҙы вис һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Ҡалғандары үлешеп бөттө. Мөхәмәдийәр бабай ҡул менән беҙҙең арттан йөрөп иген сәсә торғайны.Үгеҙҙәр ҙә күтәртеп, ҡырылып бөткәс, ҡул менән, көрәк менән ҡаҙа инек. Ул заман күрше Шәмсиямал инәйҙең бабайы Ҡыйбат бабай мулла ине. Бала-саға аслыҡтан үлә, бисә-сәсәләр, етем-еҫерҙәр, малһыҙҙар ҡырылды ғына. Һыйырлы кешеләр ул тиклем бирешмәне. Әгәр ҙә һыйыры быҙаулаһа, байрам ине – тамаҡ ас түгел, тимәк. Көнөнә 4-5 кеше үлә. Ҡыйбат бабай беҙҙе, дүрт ҡыҙҙы: мин, Миниса, Зәйнәп, Вәлимәне һәм тағы ла бер нисә ҡыҙҙы ҡәбер ҡаҙырға йөрөттө. Беҙҙең менән йөрөргә бабайҙарыбыҙҙың хәле юҡ, ҡартайғандар, шуға уларҙы һуғышҡа ла алмағандар. Баҫҡыс менән ҡәбергә төшөп, үлсәй торғайны. Түшенә тиклем булһа, тимәк, етте, тигән һүҙ. Үҙе оҙон бабай ине, күрше Тимерғәле ағайыңдың атаһы була инде. Эш бөткәс, ҡайтып килгән булабыҙ.

– Ләхет ала инегеҙме? – Уныһын хәтерләмәйем. Ләхетте үҙе алдымы икән?! Алғандыр ул, ләхетһеҙ булмай бит инде, мосолман булғас. Бер нисә кешене бер ҡәбергә күмә торғайныҡ. Яныбыҙҙа ярҙам итергә, бер бөртөк малай булһа, исмаһам. Улар вис һуғышта. Бер ваҡыт, күмеп бөткәс – 40 аҙым атлағас, һорау килә, тип әйтәләр бит инде – шуны тикшереп ҡарарға тороп ҡалдым зыяратта бер үҙем. Бала ғынамын, үҙем тамсы ла ҡурҡмайым бит әле ул. – Ҡуй, ҡыҙым, ҡайтайыҡ, ҡурҡырһың, бәләле булырһың, – тип ҡараһа ла, Ҡыйбат бабайҙың һүҙен тыңламаным. Эй яттым. Эй яттым, ергә ятып тыңлайым. Һорау алғандарын ишетергә насип булманы. Ҡайтып киттем. Ә ауылда бер шомло хәбәр оҙаҡ йөрөнө. Лотфрахман бабай урманға китеп барған. Ул заман зыярат кәртәле булмай торғайны бит инде. Янынан үтеп барғанда ишетеп ҡалған бабай: дөбөр-шатыр, йәшен йәшнәтеп, тауыш килә, ти. Һорау ала башлағандар. Был бабай ай ярым түшәктән тормай ғына ауырып ятҡан. Ул урманда балищик (баҫыу ҡарауылсыһы) булып эшләй ине. Һуғыштан таяҡ менән ҡайтҡайны, атлай алмай ине тәүҙә. Эшләрлек ирҙәр булмағас, уны ошо яуаплы эшкә ҡуйғайнылар.

– Һуғыш ваҡытында хат ташыусы булып та эшләргә ҡуша торғайнылар. Өскөл хаттарҙы тәүҙә Петровскиҙан ташыныҡ, аҙаҡ Васильевканан барып ала торғайныҡ. Уларҙың ҡайһылары асылып килә. Өскөл хаттарҙы, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмағанбыҙҙыр инде – асып уҡый торғайныҡ. Үҙебеҙ уҡыйбыҙ, үҙебеҙ ер-һыу илашабыҙ. Аяҡтарҙа сабата. Сабата туҙып бөткәс, яланаяҡ йөрөгән саҡтар әҙ булманы. Аяҡ табандары ярылып, ҡанап сыға ине. Хат ташығанға трудодень яҙмай инеләр, нишәптер. Шулай кәрәк булғандыр инде. Әсәмдең хеҙмәт биографияһын иҫкә төшөрә башлаһам, хаҡлы ялға сыҡҡансы атайым менән ҡушлап тимерлектә эшләгәне маҡтауға лайыҡ күренеш,тим. Уйлап ҡараһаң, тимерлектә эшләгән әсәйем районыбыҙҙа ғына түгел, ә бар Башҡортостанда берәү булғандыр әле ул! Ниндәй ғорурлыҡ !

Шуға әсәйемдең холҡона ла күскәйне тимер ныҡлығы: өҙһә, өҙә һуғып әйтер ине. Бер ҡасан да уратып-суратып торманы. Күҙгә тура ҡарап әйтте. Бәләкәйҙән үк ебеп төшмәҫкә өйрәтте. Үҙүҙеңде нисек һаҡларға, нисек ҡурсаларға тел менән һөйләп түгел, эше менән аңлатыр ине, ҡылығы менән нығытыр, атайым менән үҙ-ара мөнәсәбәтендә асыҡлар ине. – Һеҙ – тимерсе балалары! Һуңғы һүҙе, мисәт һуға торған һүҙе әсәмдең ошо һүҙ ине. Иҫән ҡалған 5 балаһына тормош девизы ине был! Әммә, мәктәпте тамамлағас, миңә: – Ҡыҙым! Һин уҡырға тейешһең! – тине. Ни тиклем өйҙә, улар ҡосағында рәхәт булһа ла, Өфөгә юлланырға тура килде. Шулай итеп, 1979 йылдың йәйенән башлап, мин дә, әсәйем кеүек, үҙ КИТАБЫМДЫ яҙа башланым. Тәүҙә ҡыйын ине. Әммә гелән ҡолаҡ төбөмдә әсәйемдең: – Һеҙ – тимерсе балалары! – тигән һүҙе яңғырап торҙо. Ошо изге һүҙ ғүмер баҡый юлымды ҡояш булып яҡтыртты, маяҡ булды.

...Сериалдар яҙырлыҡ ғүмер кисерҙе ҡәҙерлем. Беҙ бәләкәй саҡта, ул заманда, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә бәпәйләгән. Һәр береһе. Мин дә донъяға өйҙә ауаз һалғанмын. Тик... 5 апайым ғүмерһеҙ булып тыуған. Әгәр иҫән булһалар, бөгөнгө көндә Миңлегөл, Рафиға, Ләлә, Ғәйшә, Фатима исемле ғәзиздәрем булыр ине. Ләкин барыбер ҙә ҡәҙерленән-ҡәҙерле , минән 3 кенә йәшкә оло Ғәйсәр ағайым, Сәйфитдин ҡустым менән тәгәрләп бергә үҫергә насип булды. Рафиҡ ағайым минән теүәл 10 йәшкә оло. Мәрзиә апайымдан мин 7 йәшкә тиерлек кесемен. Уларҙың ҡалаға сығып китеүҙәрен бөтөнләй белмәйем. Сөнки беҙҙән ҙурҙар, тимәк, беҙҙән аҡыллыраҡтар. Сөнки бәләкәй саҡта үҙеңдән оло кешене – иң аҡыллы кеше тип һанау бар ине. Рафиҡ ағайымдың Венгрия тигән илдә, алыҫалыҫта хеҙмәт итеүен ныҡ иҫемдә ҡалдырғанмын. Сөнки хаттарҙы гел мин яҙа торғайным . Эйе, эйе! Бәләкәй булһам да, Шамсутдинову тип яҙаһы урынға, Шамсутдиновой тип хаталы итеп яҙһам да, ошо эш атай-әсәй тарафынан миңә йөкмәтелгәйне. Хатта адресы ла әле һаман иҫтә: Полевая почта 05858 “ Ю” Ҡайтҡас, ағайым хаттарыма рәхмәттәр әйткәндер инде, уныһын хәтерләмәйем. Бары күрше Һарғай ауылы яғынан ҡайтып килгәне әле күҙ алдымда. Бик аптырағайным шул саҡта: – Армияға Түбәнъяҡ урамынан оҙатып ебәрҙек тә инде. Өйҙә тешләп тороп икмәк телеме ҡалдырҙы.

Әсәйем уны: – Ризыҡ кире тарта ул, – тип, өрлөккә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Аҙаҡ Рәүҙәккә төшөп, ятып тороп һыу эсерҙеләр. Йолаһы шулай икән! Ә нишләп хәҙер Һарғай яғынан ҡайтып килә?! Әллә армия тигәндәре шулай күсеп йөрөй микән? – тигән уйҙарҙан уйылып китә инем. Ағайымды Хәлиҙә апайҙар янына еткәнен күреп тә ҡалдыҡ, ҡаршыһына остоҡ. Мин уның кендек тапҡырынан ғынамын. Ағайым мине лә, бәләкәй Сәйфитдинде лә етәкләп алды. Ғәйсәр ағайым, минән олораҡ булғас, аҡыллы булғас, үҙе атлап килә. Күмәкләшеп, урамдан ҡайтып киләбеҙ. Түбәләр күккә тейгән! Сөнки ошоға тиклем берәүҙең дә армиянан ҡайтҡан ағаһы юҡ ине. Ә беҙҙеке – ҡайтты! Апайым да йыраҡйыраҡта, Курил утрауында, балыҡ тотоу, эшкәртеү заводында эшләне. Хат шул тиклем оҙаҡ, 3 ай бара. Ебәргән зәп-зәңгәр диңгеҙ һүрәте төшөрөлгән открытка күрше-тирәләге әхирәтттәремде вис уратып йөрөй торғас, сит-ситтәре бөгәрләнеп бөттө. Сөнки диңгеҙ шул тиклем матур! Киң! Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин дә түгел! Ә шулай ҙә ошо диңгеҙ кеүек киң дә булмаған Рәүҙәгебеҙҙе барыбер нығыраҡ яратабыҙ. Унда йәй көнө кинәнеп һыу инәбеҙ бит! Бала саҡ хәтирәләренән бер генә өҙөк булды был. Бөгөн бер ҡарында ятҡан 11 баланан 2 генә бөртөгөбөҙ иҫән беҙҙең: апайым да , мин генә.

РӘШИҘӘ ШӘМСЕТДИНОВА

(дауамы бар)

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....