Әсәм яҙған китап

2006 йылда 60 йылға яҡын бергә ғүмер кисергән ғәзиз атайым менән Мөхәррәм ағайым вафат булһа, 2007-лә ай ярым эсендә генә кинәт кенә, йөрәк менән Рафиҡ ағайым менән Ғәйсәр ағайым, 7 йыл үткәс, шул уҡ йөрәк менән, кинйәбеҙ Сәйфитдин ҡустым беҙҙе ташлап китеп барҙы.
– Ҡайғыны ла, бәхетте лә өйөп бирҙе миңә Аллаһу Тәғәләм! Рәхмәт уға! – тиер ине әсәйем. Әммә шулай ҙа беҙгә күрһәтеп, сарбайлап, бер ҡасан да буҫығып илап ултырманы. Алдыбыҙҙа йөрәге менән илаһа, беҙ юҡта күҙ йәштәренә ирек биргәндер инде ҡәҙерлебеҙ. Сөнки белә ине: Раббыбыҙға бер ҡасан да, бер нисек тә үпкәләргә ярамай! Нимә генә тәҡдиреңә яҙһа ла, барына риза булырға кәрәк! Һәм әсәйем ошо хаҡиҡәткә тоғро ҡала белде.
– Әсәйҙәр КИТАП яҙа аламы – Ала икән шул! Яралы инәғош хәлендә, ҡанаттарын саҡ-саҡ һөйрәп булһа ла, әммә биргәненә шөкөрана ҡылып, Тәҡдир китабын артабан яҙыуын дауам итте ул. ...2015 йылдың 18 феврале... Стәрлетамаҡта сатлама ҡыш... Мамыҡ шәл төҫлө йылыҡай ғына өйҙә дер-дер ҡалтырап ауырып китте ғәзизгенәм. Уға 92 йәш.
...Ғүмере бар икән, бөтмәгән. Әҙерәк күҙе асылғандай иткәс, төшөн һөйләй: – Атайымдың атаһы Абзгилде олатайым килде яныма. Оҙон буйлы. Һаҡалының матурлығы! Башына түбәтәй, өҫтөнә һырлап тегелгән йәшел камзул кейгән. – Нишәп ятаһың ул кеше донъяһында? Бар, бар, ҡайт үҙеңдең нигеҙеңә! Үҙебеҙҙең нигеҙгә! – тине лә, юҡҡа сыҡты. Балкун яғынан тышҡа сығып китте... – Балалар! Ауылға ҡайтайыҡ! Иртәгә үк! Юҡ, бөгөн үк!.. Әсәйемдең һүҙҙәренең хаҡлығына төшөнәм.
Тубыҡланып алам да, Аллаһы Тәғәләмә ялбарам: – Эй Раббым! Зинһар, әсәкәйемде яныңа әле генә алып китә күрмә. Бүләсәрем әле яңы тыуған. Уға өләсәй наҙы кәрәк! Ейәнсәрҙәремә лә өләсәй кәрәк! Хәләлем дә, “Ҡәйнәм!” тимәне, ғүмер баҡый “Әсәй!” тип өҙөлөп торҙо. Ҡәҙерле кешеһеҙ ни эшләрбеҙ?! Йә Рабби! Беҙ әле генә бындай әсе юғалтыуға әҙер тү- гел-бе-ҙ-ҙ-ҙ... Әсәйем терелеп китһә, көнөнә бер генә тапҡыр булһа ла, намаҙ уҡыясаҡмын! Раббыҡайым! Терелт ғәзиземде, берүк! Күҙ йәштәремә мансылып, Раббыма анттар итеп, мөғжизә көтәм. Ә мөғжизә юҡ. Күренмәй. Япраҡ өҙөлөп төшкәнсе генә серем итте, ахыры. Бер саҡ ғәзизем ҡыбырҙап тороп килергә маташа. Эйе!
Тик... тора ғына алмай. Карауатының теге ерен, был ерен тотҡослай. Йә юрғанының осон усына алып, ыуа башлаған була. Күҙе йомоҡ үҙенең. – Нишәйһең, әсәй?- тип, йүгереп килеп, тота һалам. – Намаҙға ваҡыт етте бит. Намаҙ уҡыйым... – ти. - Һин уҡымайһыңмы ни? – Ят, әсәй, ят! Хәҙер уҡыйым. Һинең өсөн дә, үҙем өсөн дә, ғаиләбеҙ өсөн дә уҡыйым. – Уҡыйһыңмы? – тип һорай, етди рәүештә, хас та имтихан алған уҡытыусы һымаҡ. Ҡылт итеп тимерсе әсәй икәнлеген иҫемә төшөртә был мәл. – Уҡыйым, әсәй! Уҡыйым! Тәһәрәт алдым, әҙерләндем...
Үҙемдең шыпырт ҡына Раббыбыҙға инәлгәнем хаҡында өндәшмәүҙе хуп күрәм. Шулай 2-се көн үтте. Мин һаман Раббыма ялбарам. Тимәк, был ғына әҙ, күрәһең. Башымда яҡты уй ярала. Тимәк, көнөнә 2 тапҡыр намаҙ уҡырға кәрәктер. Һәм мин вәғәҙә бирәм! Мөғжизә һаман күренмәй. Шулай итеп, татлы хыялдар, вәғәҙәләрем менән 3-сө, 4-се көндәрем үтә. Раббым һаман өндәшмәй. Ул - ләм- мим...
– Тимәк, былай ғына уҡыу әҙ икән. Намаҙға баҫҡас, уны еренә еткереп, 5 тапҡыр урыу фарыз бит. Аллаһу Тәғәләм минән шуны көтә. Ошо татлы уйҙарҙан сибек кенә әсәйемде һаҡ ҡына ҡосаҡлап алам. Нисәмә көн тамағына йүнләп ризыҡ кермәгәс, бит кенәһе һурылып киткән. Ҡурсаҡ кеүек ҡалған ҡәҙерле әсәйемдең ҡәҙерен аңлатҡан Аллаһу Тәғәләмә сикһеҙ рәхмәтлемен! Һәм мин, бисмиллалап, намаҙға баҫтым. Ундағы доғаларҙы әллә ҡасандан уҡ белә инем. Ятлап алғайным. Көйәләнерлек түгел, тулы әҙерлегем бар. Рәхәтләнеп, фанилыҡтағы бурысымды үтәйем тип, Аллаһу Тәғәләм ҡаршыһына атланым. Намаҙға баҫтым. Һәм... Килде бит мөғжизә! Ярты ай тирәһе ваҡыт үткәс, бер көн иртән әсәкәйем:
– Әрсеп, ярып тороп бәрәңге бешер әле, балам! Ауылдағы кеүек табаға һары май иретеп, өҫтөнә һуған ҡыҙҙырып, шунда бутап ашайыҡ. Бәләкәй саҡта шулай ашарға ярата инегеҙ бит. Шыжлатып ебәрергә, күмер самауыры ғына юҡ. Ярай инде... – тип, һөйөнөслө хәбәр һалды. Ә үҙекәйенә бындай тәғәм шыр ярамай!
Ябыла яҙған ТОРМОШ КИТАБЫН әсәйем яңынан яҙып алып китте. Әлхәмдүлилләһ! Тик ул көн һайын бер төшөн һөйләргә ғәҙәтләнде: – Мин, тегендә барғас, әтейең, апайҙарың, ағайҙарың менән бергә намаҙ уҡыным бит. Бүләсәм Әмилиә мине етәкләп кенә йөрөттө гелән. Ҡулымды һығып ҡыҫып тотоп алған. Улар янында ҡалғым килә. Ә балаҡайыма бында ҡайтырға кәрәк: – Әсәйем өйҙә көтә бит! – ти ҙә ҡуя инде мына. Шуға... кире ҡайттыҡ инде!.. Үҙенең күҙҙәре бәхеткә мансылған. Ошо бәхет нуры барсабыҙға ла етә. Ҡасандыр йәш сағында, ҙур һоро булған күҙҙәр, бөгөнгө көндә бәләкәсәйеп кенә ҡалһа ла, һәммәбеҙҙе лә БӘХЕТ ИТӘ белә..
Китапты бергә яҙабыҙ
Шулай итеп, 2015 йылдың 5 апрель көнө ауылға, тыуған төйәккә, күсеп ҡайтып киттек. Әсәйем ҡыш буйы ныҡ ерһене, талсығып сыҡты.
– Аллаһу Тәғәлә оҙон ғүмеремде балаларымдың йәшәлмәгән йылдары өсөн биргәндер. Ярата ине яҙҙы оло кешем. Иң тәү баш ҡалҡытҡан кесерткәндәрҙе, унан балтырған, фәрҙәләрҙе йыйып, ыумас һалып, аш бешереп һыйланыр ине. Ошо ризыҡты тормошта үҙ итеп йәшәргә беҙҙе лә өндәр ине.
– Һеҙ ҙә яҙ ризығы менән үҙүҙегеҙҙе дауаларға өйрәнһәгеҙ, һис шикһеҙ атайың менән минең кеүек оҙаҡ йәшәрһегеҙ!.. – тиер ине. Йәй буйына эш, тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк булманы. Йәшен тиҙлегендә бынан 3 йыл элек башлаған өйөбөҙҙө бөтә һалып. шунда күсеп тә сыҡтыҡ. Хәләлем ҡул оҫтаһы булғас, кешегә инәлергә тура килмәне. Үҙ көсөбөҙгә ышандыҡ. Әгәр ҙә мин ҡағыҙға йөрәк һүҙҙәремде яҙһам, хәләлем йәнһеҙ генә ағас таҡтаға йән өрөп, унан гөл-сәскә яһап ҡуйыр ине. Шулай итеп, ҡулдарынан йә сал бөркөттәр осоп китте, йә сут-сут килеп һандуғастар һайраны, йә күгәрсендәр гөрөлдәште. Ошондай һәләте барлығына барыбыҙ ҙа, ауылдаштар ҙа ҡыуаныштыҡ. ХАН һарайы түгел, БӘХЕТ һарайы һалып индек. Барыһы ла 10 бармаҡ көсө менән барлыҡҡа килтерелгән. Әсәйем: – Кейәүемә Тимербулат түгел, Алтынбулат итеп ҡушырға кәрәк булған исемде. Ҡулдарынан нур ҡойолоп тора үҙенең. Нигеҙегеҙҙә тигеҙ ҡартайырға насип булһын үҙегеҙгә, балаҡайҙар! – тип теләүҙән туҡтаманы. Оло кешегә урынды иң түрҙән, иң яҡты бүлмәнән бирҙек. Яңы донъяға тирә-йүнгә дан хәҙрәт, күрше Маҡар ауылында йәшәгән хажи, Юлай ағайҙан Ҡөрьән уҡытып, күрше-күләндәрҙе, туғантумасаларҙы саҡырғас, әсәйемдең күңеле булды.
– Һәр эштә Аллаһу Тәғәләнең ризалығы кәрәк! Бына хәҙер матур итеп йәшәрһегеҙ! Фәрештәләр үҙегеҙҙе һаҡлар! – тип шатланды. Нимә генә эшләһәк тә, Аллаһ ризалығына, әсәй хаҡына, тип бағышлар инек. Стәрленән көтөү булып бала-сағалар ҡайтып инә. Өй нурға тула. Сәйфитдин энекәшемдең балалары килеп төшә, өй бәхеткә мансыла. Сөнки унда яңы ғына тыуған, күпереп һауған иртәнге һөтөкәй еҫле бәпәй бар! Шуға өйөбөҙҙә ҡот йүгереп, артып китә, бәрәкәт донъяға сәселә. Әсәйем яңы ғына асылған ошо бөрөнө наҙлап, һөйөп туймай. Беҙҙе бәләкәй саҡта нисек итеп еҫкәгән, тотона үҙен мышнай-мышнай шулайтып иркәләргә.
РӘШИҘӘ ШӘМСЕТДИНОВА
(дауамы бар)