Ҡатын-ҡыҙҙар ҡор йыйҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡор йыйҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡор йыйҙы

Быйылғы йәйҙең йәмле бер көнөндә Аллаһ рәхмәте менән Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында мөслимәләр йыйыны үтте. Осрашыуҙың темаһы: "Башҡортостанда йәшәгән мөслимә ҡатын-ҡыҙҙарҙың дини, рухи, әхлаҡи яҡтан үҫеше" тип аталды.

 

Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән: Мәсетле, Ишембай, Ҡыйғы, Учалы, Балаҡатай, Мәләүез, Кушнаренко, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Ғафури, Белорет, Ауырғазы, Стәрлебаш, Өфө райондарынан дин ҡәрҙәштәребеҙ йыйылды. Килгән ҡунаҡтар араһында Өфө ҡалаһынан “Әс-сәләм” гәзите хеҙмәткәрҙәре: шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфиә Ханнанова, Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранткаһы Ләйсән Бәхтиеваның да булыуы байрамыбыҙға мәртәбә өҫтәне.

Йыйын Марат хәҙрәт яңғыратҡан аҙан менән башланып китте. Унан һуң "Нурғәле" мәсетенең имам-хатибы Әлфәрит хәҙрәт доғалар уҡып, "Дини белемдең кешелеккә һәм йәмғиәткә ҡарата әһәмиәте" исемле вәғәзен дә һөйләп үтте. Олокүл ауылы балалары яттан һөйләгән сүрәләре, дини шиғырҙары менән ҡыуандырҙы.

Шулай уҡ Архангел районынан Мөхәммәт хәҙрәттең үҙе ижад иткән шиғырҙары ла күңелгә ятышлы булды.

Тағы ла Олокүл ауылынан 83 йәшлек Рәсимә инәйҙең сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. “Беҙ үҫкәндә бындай матурлыҡтар булманы, ҡайғы-хәсрәт күп булды, һеҙҙең кеүек динде арттырыусы кешеләр булманы", – тине ул. – Барыһы ла йәшерен булды, дин юлында булған өсөн муллаларҙы һөргөнгә ебәрҙеләр, шулай булһа ла, беҙ тырышып үҫтек. Ә һеҙгә һөйөнөп-шатланып, ҡулығыҙҙан килгәнсә, динебеҙҙе арттытырға, ошо юлда аяғығыҙҙа ныҡ баҫып, ҡулығыҙҙан килгәнсә хеҙмәт итергә кәрәк. Бөтәбеҙ ҙә Аллаһу Тәғәлә рәхмәте менән йәшәйбеҙ, шуға күрә киләсәк тормошобоҙҙа тыныслыҡ булһын, донъялар имен булһын. Мин үҙем һуғыш йылында тыуған баламын, беҙҙең йәшәү бик үк рәхәт булманы, шулай ҙа, Аллаһҡа шөкөр, ер йөҙөндә мин бик бәхетле булып йәшәнем. Сирләһәм дә, аҡһаhам да мин бер көнөмә лә зарланмайым, барыһы ла Аллаһу Тәғәләнән”.

Дин юлында бик күп изге ғәмәлдәр ҡылған инәй үҙенең өс бүлмәле фатирын мәҙрәсә өсөн бүләк иткән. Тағы ла 500 мең һум аҡсаһын зыярат кәртәләтеү өсөн тотонған.

"Вәғәз, нәсихәт" төркөмөнөң етәксеһе, ислам дине буйынса онлайн уҡыуҙар ойоштороусы остазыбыҙ Айһылыу абыстай Сәләхова, йыйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, күркәм осрашыуҙың ниәте һәм маҡсаты менән таныштырҙы. Нисек бөтә Башҡортостан буйлап мөслимәләрҙе дини уҡыуға йыйғаны, уҡытыу ҡулланмалары тураһында ентекләп һөйләп үтте. Үҙе ижад иткән дини шиғырҙары менән күңелебеҙҙе арбаны.

Байрам һәр район мөслимәләренең сығыштары, матур, изге теләктәре, мөнәжәттәре менән үрелеп барҙы. Күмәкләшеп "Әмәнтү билләһи"ҙе йырлап, иманыбыҙҙы яңырттыҡ. Мөхәммәд салләллаһу ғаләйһи үә сәлләмдең тормош юлына бағышланған бик ҡыҙыҡлы викторинала ҡатнашып, бүләктәр алдыҡ. Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр ятлап, уны тәфсирләп аңлатып үттек. Талантлы мөслимәләребеҙ Әлфиә Хәйретдинова, Гөлнас Моратова һәм Сәүиә Закироваларҙың дини шиғырҙарын тыңлап ҡыуандыҡ.

Шулай уҡ мөслимәләрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә ойошторолдо. Нимә генә юҡ ине унда! Үрелгән кәрзиндәр, картиналар, бәйләмдәр, түшелдеректәр, ҡашмауҙар, башҡорт милли кейемдәре. Күҙ нурҙары түгеп, зауыҡ менән эшләнгән был матурлыҡтан күңел йылыһы бөркөлөп тора ине.

Ҡорбан ашын ашап, өйлә намаҙын уҡығандан һуң, сығыштар һәм киң йөкмәткеле саралар артабан дауам итте.

Икенсе көн иртә менән “Зөләйха” мәҙрәсәһенә йыйылдыҡ. Имтихандар ваҡытында бер-беребеҙҙе ишетеп, ҡарап ултырыу форсаты ла тейҙе беҙгә, ул өҫтәлмә дәрес кеүек булды. Аллаһ рәхмәте менән барыбыҙ ҙа, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, шәһәҙәтнамәне ҡулға алғас, һөйөнөүебеҙҙең иге-сиге булманы, тимәк, беҙҙең тырышыуыбыҙ, мөғәллимәләребеҙҙең һабаҡтары юҡҡа булманы!

"Минең матурҙарым! Аҡыллыларым!" − тип кенә йөрөтә беҙҙе Айһылыу абыстайыбыҙ. Ул беҙгә ышана һәм беҙ ул ышанысты аҡларға тейешбеҙ! Ин шәә Аллаһ, инде артабан уҡырға, ғилемебеҙҙе арттырырға, үҙебеҙҙең артыбыҙҙан шундай уҡ аҡ эҙ ҡалдырырға бурыслыбыҙ!

Һигеҙ ай буйы тик онлайн телефон аша ғына бер-беребеҙҙе белә инек, ә ике көндә беҙ бер туғандай дуҫлаштыҡ, серләштек, күгәрсендәй гөрләштек! Әлхәмдүлилләәһ! Оҙон юлда арытһа ла, беҙҙе ошо осрашыу тәъҫораттары ҡанатландырҙы, йәшәүгә дәрт өҫтәне, күңелебеҙгә илаһи нур өҫтәне.

 

Сәриә ханым (Ейәнсура районы):

Эйҽ, Аллаһтың рәхмәтҽ мҽнән көндәр ҙә шул тиклем матур торҙо! Ә Иҫәнғолда икҽ көн туҡтамай ямғыр ҡойған. Баҡсам да ҡороп ултырмаған. Осрашыу оҙаҡ иҫтән сыҡмаҫ индҽ. Балалар ҙа: “Күҙҙәрҽң янып ҡайтҡан!” – ти. Үҙемдең шатлығым менән балаларым, туғандарым, таныштарым менән уртаҡлаштым, нисек Ҡырмыҫҡалыла ҡунаҡ булып, имтихандар биреп ҡайтҡаныбыҙҙы һөйләнем, фотолар менән уртаҡлаштым. Барыһы ла минең менән бергә һоҡлана, шатлана. Байрам бик матур булды, уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт! Был осрашыуҙа мин 5 йыл бергә уҡыған төркөмдәшем Вәсилә мөслимәбеҙ менән күрешкәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Аллаһу Тәғәләнең теләге менән, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте менән икебеҙ ҙә дин юлына баҫҡанбыҙ! Барығыҙға ла ҙур рәхмәтемде еткерәм!

 

Вәсилә ханым (Бөрйән районы):

Осрашыуҙан ҡанаттар менән ҡайттым. Шундай илаһи бер осрашыу булды. Бер-беребеҙ менән оҙаҡ осраша алмай торған туғандар шикелле, ҡыуанышып ҡосаклаштыҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Алған белемебеҙҙе күрһәттек. Остаздарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ, сөнки улар сәскән орлоҡтарының шытып сығып, емеш биреүе һөҙөмтәләрен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡыуандылар. Уҡытыусы өсөн ул бик ҙур бүләк. Сара ойошҡан рәүештә үтте, бер минутты ла бушҡа үткәрмәнек. Яулыҡ бәйләү буйынса мастер класс, мәйет йыуыу, кәфенләү буйынса практик дәрес үтте. Камилә хажиәгә ҙур рәхмәт, ул дәрес бик кәрәк, сөнки донъя беҙгә ҡала бит. Бөтәһен дә белергә, өйрәнергә тейешбеҙ. Имтихан биреүселәрҙең яуаптарын тыңлап ултырыу ҙа файҙалы булды, белемебеҙҙе барлап ултырҙыҡ. Кем ниндәй хата ебәрә, шунда уҡ башҡа мөслимәләргә һорау бирелде, яуап бирелгәс, имтихан биреүсе дауам итте.

Бөтә республика буйынса онлайн белем биргән остаздарыбыҙ Айһылыу апайға, Ғилминур апайға, Сәриә, Гөлнәфис ханымдарға ҙур рәхмәт. Һеҙгә бәрәкәтле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош теләйем.

 

Гөлнас ханым (Стәрлебаш районы):

Әлхәмдүлилләһ, ошо төркөмгә ҡушылып китеүемдең сәбәпсеһе Айһылыу абыстайға мең рәхмәттәрем! Ул үҙенең ҡанаты аҫтына алып, ғилемле мөғәлимәләребеҙҙең һабаҡтарын үҙләштерергә ярҙам итте. Ислам диненең нигеҙҙәрен, Аллаһу Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тормош юлын өйрәндек. Ғәрәп хәрефтәрен таный башлағас, уҡыу ҡағиҙәләрен өйрәнгәс, "Бисмилләһ" әйтеп, Аллаһу Тәғәләнең изге китабы Ҡөрьәнде ҡулдарыбыҙға алып, уҡырға насип итте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡәҙерле мөғәллимәләребеҙҙең тырышлығы менән ҡылған ғәмәлдәребеҙ, ғилем, изгелек юлдарыбыҙ нурланды, тулыланды. Раббыма бер шөкөр түгел, мең шөкөр!

 

Зәкиә ханым (Баймаҡ ҡалаһы):

Ер-һыу гиҙеп, Ҡырмыҫҡалы районын да күреп ҡайтырға насип булды, Әлхәмдүлилләһ! Гөлфиә һеңлемә бик ҙур рәхмәт, беҙҙе өс көн буйы өйөндә ҡунаҡ итеп, ашатып-эсереп йылы йөҙ күрһәткәненә, Рәмзиә һеңлекәшкә, аш-һыу әҙерләшеп йөрөгән мөслимәләргә бик ҙур рәхмәтемде белдерәм! Гөлфиәне мин үҙ ҡыҙымдай шул тиклем яраттым, сөнки берҙән-бер ҡыҙымды, балаҡай ғынамды өс йыл элек юғалттым. Осрашыуға барғаныма бик шатмын! Һеҙҙе имтиханда ҡарап, тыңлап шатланып ултырҙым, 8 ай эсендә ислам динен, ҡағиҙәләрҙе, ғәрәп телен өйрәнә алғанығыҙға һоҡланып та, ҡыуанып та ултырҙым. Артабан да иман юлында булып, дини ғилемдәрегеҙҙе арттырып, белгәндәрегеҙҙе башҡаларға өйрәтеп йәшәргә насип булһын!

Бындай осрашыуҙар йышыраҡ ҡабатланһын ине! Айырыуса Айһылыу абыстайыбыҙға рәхмәт!

Мин үҙебеҙҙең Баймаҡта 4 йыл йөрөп белем алдым! Ҡатын-ҡыҙҙарҙың эштәре күп бит инде, шулай булһа ла, ҡағиҙәләрҙе онотмаҫ өсөн һәр саҡ ҡабатлап торорға кәрәк

 

Әлфәрит хәҙрәт (Ҡырмыҫҡалы районы):

Беҙгә барыһы ла оҡшаны. Аллаһу Тәғәлә риза була торған ғәмәлдәр булһын! Киләсәктә башҡа райондарҙа ла абыстайҙар әүҙем булыр, тип өмөт итәбеҙ. Дин юлындағы тырышлыҡтарығыҙ өсөн Аллаһу Тәғәлә был донъяла ла әжерен бирһен, әхирәттә лә бергә Фирҙәүес йәннәтәрендә осрашырға насип итһен, ин шәә Аллаһ!

 

Рәсимә Денисламова, Хәйбулла районы

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...