Мең йөрәккә барып етә бер әйтелгән Йөрәк Һүҙе...

Шундай кешеләр була: рухи донъяһын халҡының көнитмешенә көйләп, улар тыйнаҡ ҡына үҙ эшен башҡара. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, кешелек сифаттарын юғалтмай: тыуған еренә, туған халҡына тоғролоҡ һаҡлай. Ундай кешеләргә юғары вазифалар ҙа, дан-дәрәжәләр ҙә мөһим түгел. Ғәҙәттә, юғары сәхнә түрҙәрен биләмәй улар, әммә уларҙың урыны – халыҡ күңелендә! Талантлы режиссер, “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолованы ла мин тап шундай шәхес булараҡ ҡабул итәм. Әле 2000 йылдар башында уҡ үҙ әҫәре буйынса Салауат дәүләт башҡорт драма театры тарафынан ҡуйылған “Салауат” трагедияһын бик яратып ҡабул иткән әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим һәләтле режиссерҙы Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итергә ниәтләй. Күп йылдар ҡала хакимиәтендә мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, һуңынан Салауат театры директоры кеүек яуаплы вазифаларҙа эшләп йөрөгән һәм шул арала Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлап, икенсе юғары белем алыуға ирешкән, үҙе йәшәгән ҡалала “Йыл кешеһе” булып танылған, әммә һаман да ихласлығын, баҫалҡылығын юғалтмаған Наилә Сәфәрғолова ул ваҡытта, башҡа кешеләрҙең күңелен уйлап, ипле генә итеп, был юғары бүләккә дәғүә итеүҙән баш тарта.
Мостай Кәримдең үрҙә телгә алынған спектакль тураһындағы иҫтәлектәре күп томлы “Әҫәрҙәр” китабында донъя күргән: “10.03.01. Өфөлә Салауат театрының гастролдәре башланды. “Салауат”ты күрһәттеләр. Спектакль иҫ киткес булды. Һөйөндөм. Һөйөндөк Сәйетовҡа ла оҡшаны. Ул теләһә нәмәне ҡабул итеп бармай. Телефондан шылтыратып, ни өсөн оҡшағанын миңә бәйнә-бәйнә һөйләп төшөндөрҙө. Уға фәлсәфәүи концепцияның асылышы айырыуса оҡшаған: халыҡ – етәксе – шағир”.
Әйткәндәй, Стәрлебаш рай-онының Үрге Шәкәр ауылында донъяға килгән, Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлаған теремек ҡыҙ бәләкәйҙән гел иғтибар үҙәгендә була. Һөйкөмлө һөйәк, тиҙәр ундайҙар тураһында. Юҡҡамы ни Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлегендә уҡып йөрөгәнендә: “Был баланы шәхсән үҙем уҡытам”, – тип, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова сәхнә теленән айырым дәрестәр бирә. Тап ошо студент йылдарында күңеленә һалынған изге орлоҡтар үҙ ваҡыты еткәс шытым биреп, республика халҡы тарафынан бик яратып ҡабул ителгән “Әйтер һүҙем бар”, “Йөрәк һүҙе” проекттарына әүерелә лә инде. Ни өсөн “Йөрәк һүҙе”? “Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә. Шиғырҙы һәр кем уҡыуы мөмкин. Төрлө һөнәр эйәләре. Әммә барыһы ла уны йөрәге аша үткәреп уҡый белмәй. Хатта профессиональ артистар араһында ла был оҫталыҡҡа бик һирәктәр ирешә. Күптәрҙең тауыш матур, дикция һәйбәт, әммә һүҙҙәре йөрәктән сыҡмай”, – ти Наилә Әбделхәй ҡыҙы.
Проект авторы һәм режиссер булараҡ, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан берәмтекләп йыйған матур һүҙ оҫталарының туған телебеҙҙәге аһәңле сығышын туплаған 300-ҙән ашыу телевизион тапшырыу әҙерләне. Республикабыҙҙың иң күркәм сәнғәт биналарында һәр саҡ аншлаг менән үткән биш “Йөрәк һүҙе” шиғри бәйгеһен халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.
Әлхәмдүлилләһ, проект бик ырыҫлы булды. Был сараны ҡарап илһамланған милләттәштәребеҙ республикабыҙҙың күп ҡала-райондарында урындағы һүҙ оҫталарын йәлеп итеп, “Йөрәк һүҙе” бәйгеһен үткәрҙе.
Улай ғына ла түгел, “Йөрәк һүҙе” Мәскәү, Магнитогорск, Силәбе өлкәләрендә лә уҙғарылды.
Бәйгене тамаша ҡылырға Ҡаҙағстан, Сыуашстан, Татарстан яҙыусылары ла килде. Сыуашстандың халыҡ шағирәһе Рәйсә Сәрби кисерештәренең сикһеҙ ҙур булыуын, Ватанына ҡайтҡас ошо өлгөнө ҡулланып, тел мәсьәләһен ныҡлап күтәрәсәген әйтте.
Татарстан Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, билдәле шағирә Эльмира Шәрифуллина Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә “Йөрәк һүҙе” бәйгеһен ҡарап ҡайтҡандан һуң: “Берәй матбуғат сараһында баҫа алмаҫһығыҙмы икән?” – тип 11 битлек мәҡәлә ебәрҙе. Унда түбәндәге юлдар ҙа бар ине:
“Был кисә, “Йөрәк һүҙе”н бөркөт күҙе менән дә, былбыл теле менән дә әйтеп булыуын аңлатты.
“Йөрәк һүҙе”нең Күктәр һүҙе лә икәнен иҫбатланы.
Бөгөнгө “Йөрәк Һүҙе”ндә Ер Йөрәге менән Йыһан Йөрәге бергә ҡушылып типте, бергә ҡушылып саң һуҡты.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” йәмғиәттең барлыҡ сирҙәрен, енәйәтсел тайпылыштарын да күҙгә ҡарап әйтте.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” тапҡан сабыйҙарыбыҙҙың бәллүр бишек-тәгеләрен дә, сүплектәгеләрен дә сәхнәгә сығарып “баҫтырҙы”.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” башҡорт халҡының иң затлы шәхестәрен йотҡан Себер юлдарын да, аҡса ҡолдарын да иҫкә төшөрҙө.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” телгә киҙәнгән ят та, киләсәккә яҙылған хат та ине.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” Йөрәк әрнеүе, Йөрәк рәнйеүе, Йөрәк илауы ла ине.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” башҡорт халҡының шиғыр ҡалыбына һалынған аҫыл тарихы ла ине!
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” Ғәлийәнәп Шиғырҙың үткер күҙле сәйәсәтсе, ҡурҡыу белмәҫ ватанпәрүәр, иманына тоғро тарихсы булыуын ҡысҡырып әйтте.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” халыҡтың Ысын Шиғриәткә һыуһауын, улай ғына ла түгел, мохтаж икәнлеген асыҡланы.
Бөгөнгө “Йөрәк һүҙе” Шиғриәткә йөҙ менән боролоу, уның ҡиммәтен таныу, Шиғри Һүҙ алдында баш эйеү ҙә ине!
Бөгөнгө Йөрәк Һүҙе ысын мәғәнәһендә Тел, ТУҒАН ТЕЛ байрамы булды...”
Йыл да ошо сараны дәррәү рәүештә килеп ҡараған Татарстан яҙыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәре инициативаһы менән күрше республикала ла “Татар һүҙе” бәйгеһе ойошторола башланы.
“Йөрәк һүҙе” проектындағы төп приздың автомобиль булыуы был проекттың әһәмиәтен генә түгел, туған телебеҙҙең бәҫен дә бермә-бер күтәрҙе. Һәр бәйгелә көнүҙәк темаларға матур шиғырҙар ижад иткән ҡәләм оҫталары ла ҡыйбатлы бүләктәр менән билдәләнде.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова – бөгөн халыҡ һөйөүен яулаған Салауат рухлы шәхес. Тыуған еребеҙ, туған телебеҙ яҙмышы хәл ителгән саҡтарҙа үҙ фекерен төплө һәм ҡыйыу рәүештә еткерә белгән Наилә Әбделхәй ҡыҙының иңенә бөгөн халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ил етәкселеге менән уртаға һалып һөйләшеү вазифаһы йөкмәтелде. Ул Башҡортостан Республикаһы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм йәмәғәт ойошмалары институты Советы ағзаһы булып һайланды. Тейешле урында, тейешле ваҡытта йөрәк һүҙен әйтеп өйрәнгән шәхес был өлкәлә лә һынатмаҫ тип ышанабыҙ, сөнки йөрәктән сыҡҡан һүҙҙең ҡеүәте бик ҙур!
Эйе, һис шикһеҙ, шулай! Бер нисә йыл рәттән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһен тамаша ҡылған яҡташыбыҙ Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин әйткәнсә:
Оран булып, буран булып
Керә йәнгә Йөрәк Һүҙе!
Йөрәк һүҙе – шағирҙың ул
Милләткә иң Кәрәк Һүҙе!
Күңелдәрҙе, күкрәү булып,
Тетрәндерә Йөрәк Һүҙе.
Йөрәк Һүҙе – шағирҙың ул
Үҙ халҡына Теләк-Һүҙе!
Мең йөрәккә барып етә
Бер әйтелгән Йөрәк Һүҙе!
Йөрәк һүҙе – шағирҙың ул
Милләтенә Терәк-Һүҙе!
Алтын шикелле бөртөкләп
Йыйыла ул Йөрәк Һүҙе!
Йөрәк Һүҙе – туған телдең
Илаһи бер Бүләк-Һүҙе!